Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Июль 2014

Әҡлимә САФИНА

Күрше хаҡы

Хикәйә

Нурҙиҙә ҡарсыҡ бер йомошһоҙ урамға сыҡҡайны, Миңлегөл абыстайҙы осратты.

– Һауғынамы, әхирәткәй! Ҡайҙа былай, утҡа баҫҡан бесәйҙәй, ашығаһың? Әйҙә, сәй эсеп сыҡ. Бер ҙә килмәй киттең дәһә, – Нурҙиҙә, уны күргәс, хатта ҡыуанып ҡуйҙы.

– Эй, Нурҙиҙәкәйем, балаларға күстәнәсемде тапшырам да кире боролам. Күршең Фатимала аят уҡыйым.

– Фатима еңгә ҡунаҡ йыямы ни? Нурҙиҙәнең һорауы 

Артабан уҡырға


Июль 2014

Талха Ғиниәтуллин

ППЖ

Хикәйә

 

Ҡатыным Әсмә Харисовнаға

 бағышлайым.

 

Ғәлимәнең сатан Сәлимйәнгә кейәүгә сыҡҡанын ишеткәс, ауылда барыһы ла   аптыраны. Ниндәй ҡыҙ кемгә барып әрәм була!

Сәлимйән бала сағынан уҡ аяҡҡа зәғиф булһа ла, тәненең  башҡа

Артабан уҡырға


Июль 2014

Түләк Ғирфанов

Дала моңо

Шиғри хикәйә

Эй сал дала,

Ҡаҙаҡ далалары,

Икһеҙ-сикһеҙ үкһеҙ киңлектәр...

Йыраусылар һәм  аҡындар иле!

Һәр ҡыу үлән һиндә моң сиртә.

 

Тыумышыңдан, ахры, булмышың да.

Артабан уҡырға


Июль 2014

Ағиҙел“гә хаттар килә

Себер һынауҙары, ай-һай, ҡаты!

Сабит Фазлыевтың «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡан (2014 йыл, 1 – 5 һандар) тетрәндергес «Ҡара этап» романын тулҡынланып уҡып сыҡтым. Роман-хроника жанрындағы әҫәрҙең  атамаһы уҡ уның шомлоғона ишара яһай.

Этап (француз һүҙе) – 1. Юлдың бер өлөшө, дистанция (эстафетала),  2. Ваҡыттың бер өлөшө (мәҫәлән,  тарихи этап, эш этабы) 3. Рәсәйҙә  1822 – 1917 йылдарҙа тотҡондарҙың һөргөнгә йәки төрмә урынына тиклем үткән юлы һәм туҡтаған урыны. 1917 йылдан –  яңы урынға күсерелеүсе ҡулға алынған кешеләр төркөмө.

Артабан уҡырға


Июль 2014

Бер минутлыҡ әңгәмә

Йәй нисек үтә?

Гүзәл Ситдиҡова,

шағирә:

Ауыл шул беҙ, ауыл! Ауылда үҫкән, «ауыллығын» ғүмер буйы юғалтмаған кеше өсөн йәйҙәр бер сама уҙа инде ул. Пенсияға сыҡҡас ваҡыт күп булыр тип уйлаһам, баҡһаң, эшләп йөрөгәндә ял көндәрең, тулы отпускың бар, беҙгә юҡ икән ул береһе лә. Балаларҙың атаһы эшләп йөрөгәс, уның йыллыҡ ялында ун көнгә берәй ергә барып киләбеҙ былай. Ә ғөмүмән йәйҙәр, шөкөр, баҡса мәшәҡәттәре менән үтә. Яратам да инде тупраҡта соҡонорға! Олатайҙар бит, архивта һаҡланған 18-се быуаттағы документтарҙан күренеүенсә, 12 гектарлап ерҙә ете төрлө нәмә үҫтергән. Ҡандан бирелмештер инде. 

Артабан уҡырға


Июль 2014

Лариса АБДУЛЛИНА

Тәржемә хаҡында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ

Лариса АБДУЛЛИНА:

ТҮЛӘМӘЙСӘ ҺӨҘӨМТӘ БУЛАМЫ?

Тәржемә эше тураһында әллә күпме оҙайлы, осһоҙ-ҡырыҡһыҙ әңгәмәләр ҡорорға, бәхәсләшергә була. Кемдер тәржемә эшен бөтөнләй һанламай, йәнәһе, ул – ҡуян һурпаһының һурпаһы, төп нөсхәнән бер ни ҙә ҡалмай, тиергә лә була, тип иҫәпләй. Икенселәр, киреһенсә, тәржемә аша донъя әҙәбиәтен, рус әҙәбиәтен белеүен таный, милли әҙәбиәттәрҙе донъя кимәленә сығарыу өсөн юғары кимәлдәге сәнғәт институты икәнен иҫбатлай. Икенсе фекер минең күңелемә лә яҡын, нимә генә тимә, төрлө телдәрҙәге һүҙ сәнғәтенең үҫеше тап тәржемә эшенә бәйле. Шуға күрә «Ағиҙел» журналының 5-се һанында Дамир Шәрәфетдиновтың был хаҡта мәҡәләһе баҫылып сыҡҡас, беҙҙең быуатта ла боҙ ҡуҙғалырға йыйынамы әллә, тигән фекергә килдем.

Артабан уҡырға


Июль 2014

Лариса Ситдикова

ҺҮҘ СӘНҒӘТЕ БАЛҠЫШЫ

Халыҡ китап уҡымай, кешеләрҙең хәҙер шиғыр уҡырға ваҡыты бармы ни?.. Ошондайыраҡ һөйләшеүҙәрҙе хәҙер йыш ишетергә тура килә. Эйе, ысынлап та, ваҡыт тарлыҡҡа ла,  илдәге реформаларҙың уҡыусыны китаптан айырыуына ла, Интернет, телевидение магияһы үҙенә иғтибарҙы тартып алыуына ла һылтанырға була. Эҙләһәң, сәбәптәр бихисап. Әммә кире  биологик зат булған кешене ни тиклем генә автоматлаштырырға тырышһаҡ та, уның төп асылы һәр саҡ рухи аҙыҡҡа һыуһап, хатта сарсап йәшәүе тураһында ла онотоп ебәрергә ярамай. Сәнғәт әһелдәре әгәр үҙҙәре тап сәнғәт төрҙәре аша кешенең күңеленә үтеп инеү юлын үҙ маҡсаттары, ҡиблалары итеп һайлаған икән, тимәк, бәндәләрҙең йәнен имләү, ҡурсалау, һаҡлау, үҫтереү – уларҙың изгеләрҙән-изге, иң төп бурысы!

Артабан уҡырға


Июль 2014

Фәнис Янышев

Мәғрифәтсе ғалим

Йылдар үтеү менән кешелектең хәтер һандығы һайыға. Мөһим ваҡиғалар, күренекле шәхестәрҙең эшмәкерлеге, асыштары онотола, хеҙмәттәре, ҡомартҡылары юғала.

Музейҙар иһә – кешелектең ихтибарға лайыҡ эш һөҙөмтәләрен һаҡлаусы изге йорттарҙың береһе. Унда сәнғәт, фәнни ҡаҙаныштар, архитектура өлгөләре, күренекле шәхестәрҙең изге һәм кешелек өсөн  мөһим, файҙалы эштәрен иҫбатлаусы ҡомарҡылар һаҡлана. Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылындағы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы ла ошо изге эште атҡарыу өсөн ойошторолған.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143