Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Июнь 2017

Әсхәл Әхмәт-Хужа

Күренекле шағир, тәржемәсе, балалар әҙибе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм, Әбйәлил районының Ким Әхмәт­йәнов, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премиялары лауреаты, Әбйәлил районының, тыуған ауылы Амангилденең почетлы гражданы Әсхәл Әхмәт-Хужаға – 75 йәш. Ғалим Ким Әхмәт­йәнов күрәҙәлек иткәндәй, 1968 йылда уҡ шағирҙың тәүге “Һыбай сыҡтым” тигән китабына биргән баһаһында ошо һүҙҙәрҙе әйткән дә ҡуйған: “...Беренсе китаптан ғына түгел, утыҙ беренсе китаптан да шиғриәттең барлыҡ тарафтарын өмөт итеү тормошта йыш ҡына утопия булып сыға. 

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Әсхәл Әхмәт-Хужа

Мин, ахыры, тағы һөйәм! Мин, ахыры, яратам!

Ашҡаҙар буйы иҫтәлеге
1
Үтте йәшлек...
Кипте йәшем...
Баҫылдымы ярһыуҙар?!
Хушлаштыҡмы, һөйөү-йәнем,
Хушлашҡандай яр... һыуҙар?!

Хушлаштыҡмы, татлы таңым,
Хушлаштыҡмы, ҡойон хис?!
...Буран-яулыҡ болғап миңә,
Уҙа ҡышҡы бойоҡ кис...

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Зиниә Ғәлләмова

Йыуаныс

Һыҙылып ҡына Сөнәғәттә таң ата… Ауыл уяна. Кемуҙарҙан уҙҙырып әтәстәр ҡысҡырыша. Көтөүсенең сыбыртҡыһы шартылдауы менән уңған хужабикәләр малдарын көтөүгә сығара ла башланылар.
Ғәйшә лә һыйырын көтөүгә ҡыуғас, һөттө айырҙы, һауыт-һабаһын йыуҙы. Эшен бер аҙ тамамлағас, иҙерәп йоҡлап ятҡан улына һоҡланып ҡарап ҡуйҙы: «Хәс тә атаһы: бына ҡуйы ҡара ҡаштары, аҡ йөҙө, бөҙрә сәстәре...» Ғәйшә ауыр итеп көрһөндө лә уйға сумды.
…Ауыр тупрағы еңел булһын инде. Яратышып өйләнешһәләр ҙә, Мансурының хәмер ҡоло булыуын өнәп етмәне ҡатын. Ғаиләлә ыҙғыш, талаш йышайғандан йышайҙы. Инәлеп үтенеүҙәр, дауаханала дауаланыу ҙа бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. 

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Гүзәлиә Балтабаева

Бишенсе ҡат

Был йортто, һис шикһеҙ, күргәнегеҙ бар, йәмәғәт. Эргәһенән дә үткәнегеҙ юҡ түгел. Ана бит, магазиндан һуң һулға боролғас, ағастар ышығында торған биш ҡатлы, панелдән төҙөлгән торлаҡ ишараты – совет заманының ҡайнар сәләме – нәҡ үҙе, тап шул инде. Унда көн иткән кешеләр ҙә таныш һеҙгә. Бәғзеләрен күреп белһәгеҙ, ҡайһылары һеҙҙең менән, ә бәлки, яҡындарығыҙ менән бергә эшләй, тегеләрен иһә фәлән-фәсмәтән ойошмала, баҙарҙа, бассейнда, трамвайҙа осратҡанығыҙ бар. Хәйер, эш бөтөнләй унда түгел...
Июнь башына хас булғанса, йылы, матур бер кис ине. Йәшеллек күҙҙе ҡамаштыра – әлегә донъя саңы ҡунып өлгөрмәгән, май ямғырҙарынан һуң саф, таҙа сифатта.

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Лена Хәйруллина

Еҙнәм инең...

Көтмәгәндә шылтыраны телефон. Төнгө икенсе яртылар тирәһендә. Йоҡоно бүлгән шылтыратыуҙың кемдән икәнен белергә лә теләмәйенсә, һәрмәп табып ҡыҙыл төймәгә баҫтым да телефонды мендәр аҫтына тыҡтым. Инде йоҡлап киттем тигәндә, ул тағы шылтыраны.
– Сәғәт нисә икәнен беләһегеҙме?!
Яуап биреүсе булмағас, ҡыҙа башланым:
– Алло, тим! Ниңә өндәшмәйһегеҙ ул?
Йоҡо аралаш булһа ла, теге оста мышнау ишетеп һағайып ҡалдым.
– Һы...Һы- лыу... Ней... Ней бит әле...
– Уфф! Һинме ни ул, апай? Һуң сәғәт икенсе яртыла?! Миңә иртүк эшкә икәнен уйлайһыңмы? Тапҡанһың ваҡыт!
Ул саҡ ҡына пауза яһап ала ла шул бер һүҙен ҡабатлай:
– Ней бит әле... Ней...

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Наил Юлдашбаев

Намыҫ ҡапҡаһы

Магазинда кеше күп түгел.
– Һеҙҙән алты йөҙ ҙә ҡырҡ һум, – тип йылмайып ҡараны миңә йәш кенә һатыусы ҡыҙ. 
Ҡулымдағы бер меңлек ҡағыҙ аҡсаны һуҙҙым. Исемһеҙ бармағында алтын балдаҡ ялтырап күренеп ҡалды. “Йәш кенә булһа ла, кейәүҙә икән”, – тигән уй йүгереп үтте башымдан...
Бер ҡулыма – һатып алған әйберҙәрҙе, икенсеһенә мең һумдан артып ҡалған ҡағыҙ аҡсаларҙы тотоп урамға сыҡтым. Тышта ҡыш башланып тора: бөтөн донъяны ап-аҡҡа күмеп, ябалаҡлап ҡар яуа. Шуға кәйеф күтәренке. Таныштар, шулай уҡ таныш булмағандар менән һаулыҡ һораша-һораша ҡайтыу яғына ыңғайланым.

Артабан уҡырға


Июнь 2017

Айгиз Баймөхәмәтов

ЙЫНАЗА


Сентябрь 2017

Рәзинә Зәйнетдинова

Килен шәле

Быҫҡаҡлап һибәләгән ямғыр, мыжып, бер туҡтауһыҙ үкһеп илаған балалай, һаман туҡтаманы. Башҡа йылдарҙа был ваҡытта күптән әбейҙәр сыуағы, йылы, ҡояшлы көндәр була торғайны. Әле иһә күктең төбө тишелгән тиерһең. Етмәһә, һыуыҡ, әсе еле үҙәккә үтә. Былай ҙа өшөп, ауырып торған Зәбирә ҡарсыҡ тамам хәлдән тайҙы. Арҡаһы, аяҡтары боҙ кеүек туңып, тамағы ауыртыуҙан төкөрөгөн дә йота алмаған, башы өҙлөкһөҙ сәнсеүҙән йонсоған ҡарсыҡ, исмаһам, янымда мамыҡ шәлем дә юҡ шул, ябынып ятһам, тәнемә әҙерәк йылы инер ине, тип уйлап ҡуя. Ҡайҙа йығылырымды белһәм, аҫтыма һалам түшәп ҡуйыр инем, тигәндәй, әлегеләй ташландыҡ әйбер хәленә ҡалырын һис көтмәгәйне. Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке ташламаҫ, тиһәләр ҙә, үҙ балаң шундай көнгә ҡалдырыр тип кем уйлаһын инде...

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152