Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 2015

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Башҡортостан Яҙыусылар союзында

Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының киңәйтелгән ултырышында 2015 – Әҙәбиәт йылына киң саралар планы тикшерелде. Төплө барлама буйынса идара рәйесе Наил Ғәйетбаев сығыш яһаны, әҙиптәр планға өҫтәмәләр индерергә тәҡдим яһаны. План буйынса шулай уҡ республика етәкселеге һәм мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре үҙ фекерҙәрен белдерҙе.

Шул уҡ көндө идара Яҙыусылар союзына ҡабул итеү комиссияһының ҡарарын тикшерҙе һәм идара рәйесе яңы ағзаларға яҙыусылыҡ танытмаһы тапшырҙы. Шулай итеп, яҙыусылар ғаиләһенә түбәндәге ҡәләм оҫталары рәсми өҫтәлде.

Артабан уҡырға


Январь 2015

Салауат Вахитов

Башбухтымы? Дөмөктөрөргә!

Әйтегеҙ әле, үҙегеҙҙе әйҙәгән, етәкләгән, әрләгән үә маҡтаған начальствоны яратаһығыҙмы? Шулайҙыр, тим, сөнки үҙем дә түрә-ҡараны бигүк һөйһөнмәйем, бәғзе саҡта – бөтөнләй.

Ләкин минеке начальник түгел, ә «ниса» йәғни начальница, тимәк, ҡатын кеше. Торғаны бер өрәк, ә юҡ, һимергән эт, хатта елкәһе бармы, юҡмы икәнен ҡапылдан әйтә алмаҫһың. Эттәрҙең көлгәне барҙыр шул. Был да шулай, көлөү түгел, йылмая ла белмәй. Шуғамы унан бөтәһе лә ҡурҡа, шул иҫәптән мин дә. «Мөһим» ҡағыҙҙар тотоп инһәм, ул миңә шундай итеп ҡарай, гүйә, алдыңда анау ғифрит, Валуевмы әле, шул тора тиерһең. Шулай, ул ҡарау менән ҡайшан-ҡойшан ҡалтырата башлай. 

Артабан уҡырға


Январь 2015

Фәнис Янышев

Халыҡ шағирының мемориаль йорт-музейы

Күренекле әҙәбиәт шәхестәренең көнкүрешен, ижадын сағылдырған музейҙар – йәшәйештең серле ҡомартҡылар һандығы ғына түгел, ә белемгә, ғилемгә, мәрхәмәтлелеккә ынтылған, әхлаҡи тотанаҡлығы, ижади эшмәкәрлеге менән тормошто йәмләндереүсе, хәҙерге йәштәр өсөн илһам сығанағы ла ул. Шуға ла музейҙарҙы, йәмәғәт ҡаҙаныштарын һәм кешелектең илаһи эшмәкәрлеген ҡәҙерләп һаҡлаусы, үткән заман менән яңы быуын вәкилдәренә тылсымлы күпер һалып, бөйөк эштәрҙе һәм күренекле шәхестәрҙең тормошон, йәшәйешен, хеҙмәтен сәнғәт теле менән аңлатыусы изге урын, тиҙәр.

Артабан уҡырға


Январь 2015

Гүзәл Хамматова

Алтын бөртөктәрен таратып…

(Яныбай Хамматовтың тыуыуына – 90 йыл)

Атай тураһында уйлағанда, уның яҙмаларын ҡарап ултырғанда һәр саҡ уның тәрән мәғәнәгә эйә ҙур күҙҙәренең ҡараштарын, асыҡ һәм матур йылмайыуын тоям. Әйтерһең, ул минең эшмәкәрлегемде күҙәтеп, ҡеүәтләп йәки тәнҡитләп тора. Һәм, үҙенән үҙе хәтирәләргә биреләһең.

Атайыбыҙ бик йомарт һәм ҙур булмаған ғаиләһе өсөн өҙөлөп торҙо. Ғаилә менән күмәкләп – әсәй, мин, ейәнсәре һәм улы кеүек күргән кейәүе йыйылған саҡта ихлас һөйөнә, был бәхеттең үҙе бит, тип һанай торғайны. Ә кемебеҙҙер ҡайтырға сыҡһа, тәҙрә янына барып, ҡараштары менән оҙатып ҡала. 

Артабан уҡырға


Январь 2015

Мәжит Алкин

МӘҒӘФҮР ХИСМӘТУЛЛИН ЙЫРЛАЙ

(Тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата)

Мәғәфүр Хисмәтуллин йырлай. Яғымлы тауышы күңелдәрҙе берсә һағышландыра, берсә елкендерә. Башҡорт халыҡ йырҙарын  уның башҡарыуында тыңлағанда уларҙың бөйөклөгө бөтә тулылығында күҙ алдына баҫа, тамырҙарыбыҙҙың ниндәйен тәрәнлектә ятҡанына һоҡланаһың, шул халыҡ вәкиле булыуыңа ғорурланаһың.

Ысын йырсы ысын музыкант та булырға тейеш. Был фекерҙе испан йырсыһы һәм вокал педагогы Мануэль Гарсиа әйткән. Ысын йырсы үҙенә генә хас вокал оҫталығы, бер кем менән дә бутап булмай торған тауыш тембры

Артабан уҡырға


Январь 2015

Миҙхәт Ғәйнуллин

Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар

Башҡорт яҙыусылары Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән алып уҡ илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелде. Гитлерсы фашистарға ҡаршы утлы нәфрәт  еңеүгә ныҡлы ышаныс тәрбиәләүҙә, һалдаттарҙың ҡыйыулығын, батырлыҡ һәм тәүәккәллеген, һуғышсанлыҡ сифаттарын  үҫтереүҙә әҙәбиәтебеҙҙең һәр жанры ифрат әһәмиәтле роль уйнаны. Башҡорт  атлылар дивизияһының яуҙа ятып ҡалған 18 яу батырының кеҫәһендә Ғ. Сәләмдең һуғыш алды көндәрендә Ҡазанда сыҡҡан «Һәйкәл» тигән китабы табылыу ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Тимәк, шағир үҙе булмаһа ла, уның йөрәге аша үткән шиғырҙары яугирҙарҙы яңынан-яңы еңеүҙәргә дәртләндерҙе, ҡанат ҡуйҙы һәм саҡырыу  ораны булды, тип әйтә алабыҙ.

Артабан уҡырға


Январь 2015

Дамир Шәрәфетдинов

Шағирҙың ижад баҡсаһында

(Ғилман Ишкининдың тыуыуына – 50 йыл)

Илле йәшенә лә етмәй фажиғәле һәләк булған дуҫым Ғилман Ишкинин шиғриәт донъяһында һауалағы ҡоштай ирекле ине. Дөрөҫ, һуңлап килде ул шиғриәткә, шағирлыҡты маҡсат итеп ҡуйманы, шуға ла уның яҙғандары әллә ни күп түгел һымаҡ. Ләкин был – беҙҙең әҙәбиәттең ҡәҙимге ҡалыптары менән – шағирҙың шағирлығын том-том китаптар менән һанағанда. Асылда иһә шиғриәт бер ҡасан да «кирбестәр» менән үлсәнмәгән, билдәле шағирҙар ҙа үҙҙәре тере саҡта бер нисә йоҡа ғына китап сығарып өлгөргән, йә иһә уныһы ла эләкмәгән. Уларҙың ижадын беҙ аҙаҡтан, башҡалар тырышлығы менән сығарылған йыйынтыҡтар аша таныйбыҙ.

Артабан уҡырға


Январь 2015

Зәки Әлибаев

Ышаныслы аҙымдар менән

(Рәлис Уразғоловҡа – 50 йәш)

Бөгөнгө башҡорт прозаһында һәлмәк аҙымдары менән атлап барған Рәлис Ураҙғолов ижады уҡыусыларға яҡшы таныш. Республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғат баҫмаларында заманыбыҙҙың актуаль темаларын яҡтыртҡан мәҡәләләре, очерктары менән оҫта журналист булып танылһа, һуңғы йылдарҙа проза өлкәһендә лә ярайһы уҡ уңыштары бар. Рәлис Ураҙғолов хикәйә, повесть жанрҙарында ла эшләй. “Бормалы яҙмыштар” тигән тәүге йыйынтығы хаҡында ла әҙәби тәнҡиттә ыңғай ҡараштар булды, “Аслыҡ” тип аталған романын да ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алдыҡ.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152