Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Февраль 2015

Гөлсирә Шафиҡова

Бер ҡабым ғына...

Хикәйә

1943 йылдың авгусында ун һигеҙ йәше саҡ тулып өлгөргән Әхиәргә лә повестка килтереп тотторҙолар. Егет быны ғәҙәти ҡабул итте: “Китергә икән, китергә!“

Ир-атһыҙ йорттар күптән етемһерәп, бушап ҡалған: бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡарт-ҡоро. Эйе, ир-ат юҡлығы ныҡ һиҙелә: унан-бынан яғырға тип ситәндәр һүтелеп алынған, бағаналар ауған, буяуҙары ҡубып төшкән тәҙрә ҡапҡастары ала-сола... Өй эргәләрендә – кесерткән, алабутаның әҫәре лә юҡ – яраҡлы үләнде халыҡ күптән ашап бөткән.

Хәллерәктәр ҡырҙа, ырҙын табағында булғас, Әхиәрҙе оҙатырға туған-тыумасалары, күршеләре генә йыйылды. 

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Сафуан Әлибаев

Күренекле шағир Сафуан Әлибай үҙенән һуң бай ижади мираҫ ҡалдырҙы. Уның блокноттарында, дәфтәрҙәрендә бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙары бик күп.

Һүҙгә, шиғриәткә үтә лә талапсан шағир, бәлки, уларҙың барыһын да уҡыусы хөкөмөнә сығарырға кәрәк тә тапмағандыр. Бәлки, ғүмер буйы көнө-төнө эш өҫтөндә ҡайнаған кеше булараҡ, ваҡыты ла булмағандыр... Шуларҙың бер ни тиклемен уҡыусы хөкөмөнә еткерге килде.

 

                Фәрҙиә Әлибаева,

                               шағирҙың тормош юлдашы.

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Әнғәм Хәбиров

«Бар күңелем – йырҙарымда…»

(Тимер Йосоповтың быуат башындағы шиғриәтенә байҡау)

Халыҡ шағиры, халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы һәм дәрәжәле исемдәрҙе яулаған ҡәләмдәштәребеҙҙең һаны күбәйеберәк китте инде әллә, һуңғы ваҡытта уларҙың юбилейҙары тауышһыҙ-тынһыҙ ғына үтә башланы. Әллә заман башҡа – заң башҡа тигән йәшәү рәүеше үҙенең әрһеҙ тамырҙарын торған һайын тәрәнгәрәк ебәрә барғанға күрә шулаймы икән?

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

Шәм яҡтыһы

Инаныу

                                                               Европалағы хәлдәрҙән һуң…

Ғәҙеллеккә халҡым сарсаған саҡ,

Сарсаған саҡ иман һүҙенә,

Әммә бөгөн шундай заман килде

Шундай заман, илем, түҙ генә!

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Айҙар Хөсәйенов

Һин үҙеңә тоғро булып ҡал

Сәғәтсе

Яманлыҡ та ҡайсаҡ яҡшылыҡҡа оҡшай,

Ғәҙәти хәл булып китә беҙгә.

Өйрәнәбеҙ инде, булғас эргәбеҙҙә, –

Шулай тип бер һөйләгәйне Мостай.

 

– Яҡшылыҡ та әйләнә бер күренешкә.

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Хәйҙәр Тапаҡов

Эҙҙәреңә генә баҫып…

Хикәйә

I

Сәнғәт колледжының йомғаҡлау концертына саҡырҙылар. Шунда эшләгән уҡытыусылар, студенттар көсө менән әҙерләнгән мәҙәни сара күркәм ойошторолғайны. Концертҡа йәм, үҙенсәлек өҫтәп фойеға ҡала рәссамдарының, урындағы фотографтарҙың картина, фотокүргәҙмәһе лә ҡуйылған. Ике йөҙ тамашасы һыйҙырышлы зал шығырым тулы, беҙҙең, почетлы ҡунаҡтарҙың, урыны икенсе рәттә. Кисәне алып барыусы егет сираттағы сығыш яһаусыны иғлан итте: «Людвиг ван Бетховен, «Айлы соната». Колледж уҡытыусыһы Миңһылыу Таһирова башҡара».

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Спартак Ильясов

БИҒЫЛЫЙ

Роман-хәтирә

Ҡарурман әсирлегендә

Фоманың ауылдаштары мылтыҡ эҙләп йөрөй торғас, аҙна уҙа. Ҡайҙандыр бик иҫке, әммә атырға яраҡлы һыңар көбәк табып килтерәләр. Балта, тимер һәнәктәр, бысаҡтар менән ҡоралланып, әлеге мылтыҡты алып, биш ир дүрт атта Фоманың кәбәненә китә. Шаулашып һөйләшеп барғандар, күрәһең, былар кәбәнгә етмәҫ борон уҡ, айыу сыға ла ике тәпәйенә текә баҫып үкереп ебәрә. Аттар ҡалтыранышып шунда уҡ тып туҡтай. Ике эт була. Шулар шаулашып өрөп айыуға табан саба. Айыу ҡысҡырышҡан кешеләрҙе, эттәрҙе күреп, яй ғына тау-урмандар яғына китә.

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Наил Ғәйетбаев

Яҙыусы һәм китап хөрмәткә лайыҡ

2015 йыл – Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостанда Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Әсҡәт улы Ғәйетбаев менән ошо йылда башҡарыласаҡ эштәр, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгөһө, яҙыусының йәмғиәттәге урыны хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.  

– Наил Әсҡәт улы, һеҙҙең ошо яуаплы вазифаны йөкмәүегеҙгә ун ай самаһы ваҡыт үтте, төп эш йүнәлештәре, тәүге һөҙөмтәләр хаҡында һүҙ алып барырға мөмкинме? Әйткәндәй, заманында мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын биләүегеҙ эшегеҙҙә ярҙам итәме?

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152