Март 2015
Асият Додуева
• Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы Оло Кавказдың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан; Ҡарасай-Черкес, Төньяҡ Осетия-Алания республикалары, Ставрополь крайы һәм Грузия менән сикләшә.
• КБР – күп милләтле республика, бында 860 мең – йөҙҙән ашыу халыҡ вәкилдәре йәшәй. Биләмәһе әллә ни ҙур түгел – 12 мең квадрат километр.
Артабан уҡырға
Март 2015
Рауил Бикбаев
Балалар билмәнде бик ныҡ һағынған, сей көйө ашарға әҙерҙәр. Бында билмән бөтөнләй юҡ икән. Беҙ төшкө аштан тороуға әлеге юғалған сумаҙанды ла килтереп еткерҙеләр. Сәбәләнеп эҙләп йөрөүҙең кәрәге булманы. Сумаҙан һауала беҙҙән бер тәүлеккә артҡа ҡалып осто, айырма шул ғына.
Ҡараңғы төшә башлағанда Артур уҡыған Мичиган университетының биләмәләрен ҡарарға киттек. Ике сәғәткә яҡын йөрөгәнбеҙҙер. Уҡыу йорто бик ҙур, йорто түгел, йорттары,
Артабан уҡырға
Март 2015
Мөхәммәтулла Ғиззәтуллин
Тыуған ил һәм ҡәҙерле әсәм (инәм)
1941 – 1942 йылдың ҡышы бик һалҡын һәм буранлы булыу сәбәпле, ауыл кешеләре күп ваҡыт өйҙәренән сыҡмайынса ултырҙы. 8 ғинуар беҙҙең өсөн бигерәк онотолмаҫлыҡ булды. Сөнки 7 ғинуар көнө миңә һәм Заманов Миңлебайға военкоматтан повестка килде. Германия нацистарынан тыуған илде ҡотҡарырға беҙҙең дә ярҙамыбыҙ кәрәк ине. Юл кәрәк-яраҡтарын төрөп, өс көнлөк аҙыҡ алып, тышҡа сыҡҡанда, күк ат егелгән һәм ҡапҡа алдында бәйләнгән килеш көтөп тора ине.
Артабан уҡырға
Март 2015
Фәрит Вахитов
Батыр яҡташыбыҙ Ғази Заһитов һәм уның яуҙаштарының
беренселеге тураһында моңһоу хикәйәт
1945 йылдың апрель аҙағы. Ҡәһәрле һуғыштың һуңғы көндәре. Гитлер Германияһы еңелеү алдында. Фашистар баш ҡалаһы Берлинда еңеү байрағы елберҙәп торор көн етеп килә. 1-се Белоруссия фронты (Г. К. Жуков) составындағы 3-сө армия (Кузнецов) ғәскәрҙәрендә байраҡ ҡуйыу тураһында һүҙ башланды ла инде, сөнки армияның сәйәси
Артабан уҡырға
Март 2015
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Айгөл Айытҡолованың былтыр йыл аҙағында Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Ҡымыҙ еҫе» исемле шиғыр китабын уҡып сыҡҡас, күңелемдә халҡыбыҙҙың мәшһүр йыры «Һаҡмарһыу» яңғырап киткәндәй булды:
Ултырҙым да кәмә, ай, түренә,
Киттем Һаҡмар һыуҙың шул үренә,
Һаҡмарһыу,
Артабан уҡырға
Март 2015
Риф Мифтахов
Хикәйә
Аҡыл-зиһене, уй-хыялы менән әҙ генә Маринаһынан арына алһа, Рахманғол ҡарт көрсөккә килеп терәлгән, бына-бына өҙөләсәк үҙ ғүмере тураһында уйлана. Инде лә оҙаҡҡа һуҙылмауын, олоғайыу ғәләмәте аяҡтан бөтөнләй йығып һалмаҫ элек әжәлдең тиҙерәк килеп алыуын теләй. Тәне лә, йәне лә, рухы ла һуңғы юлға күптән әҙер. Ул бары бер нәмәнән ҡурҡа: уны ерләргә тип, фатирҙан-фатирға йөрөп, Олег менән Катерина берүк кенә хәйер йыйып ҡуймаһындар.
Артабан уҡырға
Март 2015
Мәрйәм КҮСМӘЕВА
 |
Арҡайым ҡосағында
Тағы килдем әле, саҡырып торғас,
Әсәм кеүек, ҡайнар ҡосаҡҡа.
Өшөгән йәнкәйемде йылытайым
Яр буйында яҡҡан усаҡта.
Бер мин түгел һиңә һыйынғандар,
|
Артабан уҡырға
Март 2015
Гүзәл СИТДИҠОВА
 |
Әй халҡымдың тәрән аҡылы,
Әй халҡымдың «ҡош теле»,
Кинәйә менән һөйләүе,
Атмай ғына буш күбек,
Ҡотҡара беҙҙе «ҡош теле»
Телһеҙҙәрҙән, манҡорттан,
Сер алырға тырышҡандан,
|
Артабан уҡырға