Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сентябрь 2014

Гөлфирә Гәрәева

Хәҙерге тарихи-революцион романдарҙың художество үҙенсәлектәре

ХХ быуат башындағы башҡорт тарихындағы аҡ таптарҙы бөтөрөүгә һиҙелерлек өлөш индергән, идеологик ҡыҫаларҙан азат булған  Әкрәм Бейештең “Ил аҙабы” (2002) исемле тарихи хитабы – бай архив материалдарына таянып яҙылған, документаль нигеҙе көслө булған әҫәр. Унда  автор Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы, ҡыҙыл террор осорондағы Башҡортостандағы тарихи хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлай, башҡорт халҡының үҙ азатлығы, мөстәҡиллеге өсөн тәүәккәл көрәшкә күтәрелеүен күрһәтә. Совет осоронда большевистик идеология, интернационализм идеялары менән һуғарылған тарихи-революцион әҫәрҙәрҙән Ә. Бейештең был романы бығаса тыйылып килгән милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулығын ысынбарлыҡта 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Йыһат Солтанов

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ШӘЖӘРӘҺЕН ТЕРГЕҘЕҮ

Баш һүҙ

Хөрмәтле гәзитебеҙ “Киске Өфө” халҡыбыҙ рухиәтендәге әүҙемәл темаларға туҡтауһыҙ мөрәжәғәт итеп, быйылғы (2014 й.) 25-се һанында “Салауаттың нәҫел тамырҙары” тигән ҡыҙыҡлы ғына әңгәмә уҙғарыуы йәмәғәтселеккә билдәлелер, моғайын. Унда үҙен туранан-тура Салауат Юлаев нәҫеле итеп шәжәрәләр төҙөгән, ҡалын китаптар сығарған эшҡыуар Р. Ш. Вахитовтың версияһы ҡабатлап яҡтыртыла. Был, әлбиттә, һис тә насар эш түгел, донъялағы аңлы һәр башҡорт үҙен Салауат тоҡомо һанап ғорурланырға хаҡлылыр. Әммә бер үк “дәлил”дәрҙең матбуғатта (бер “Киске Өфө”лә генә түгел!) өҫтөнлөк алыуы, башҡаларының һанға һуғылмауы һағайта. Шуға күрә редакцияға үҙемдекен тәҡдим итеп, теманы “мөгөҙөнән матҡырҙан” 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Рәшит Шәкүр

Ялҡынлы ижад ҡомары

(Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына – 75 йыл)

Күренекле шағир, прозаик, драматург, публицист Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың тыуыуына 75 йыл. Халҡыбыҙ, рухиәтебеҙ һағына баҫып, бөтөн ғүмерен йәне-тәне менән әҙәбиәткә – бөйөк һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған ҡәләмдәшебеҙ, үкенескә, арала юҡ бөгөн. Талантлы әҙип 2009 йылдың 29 ғинуарында 70-се йәшендә яҡты донъя менән хушлашты.

Ғәжәйеп бай һәм үҙенсәлекле әҙәби мираҫ ҡалдырҙы Ғәзим Шафиҡов. Әҙәбиәткә ул «Эйәр өҫтөндә тыуғандар» («Рожденные в седле», 1971) тигән шиғырҙар китабы менән килеп керҙе. Артабан «Поющий стебель» (1979), «Песнь Шульганташа»

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Ибраһим Ҡыпсаҡ

Түңәрәк өҫтәл

Бер тау башына барып менеү менән гөмбәҫләнеп, күгемһерәп ята торған Һарайса тигән тау әле һаман күҙ алдында тора. Уның ҡаршыһында – аралары ете-һигеҙ саҡрым самаһында, тирә-яғы суҡаҡ тауҙар, имән, саған ағастары менән осланып ята торған Серәкәй тигән тауҙар бар. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа был тауҙы данлыҡлы тауҙар тип һөйләй торғайнылар.

“Гүйә, бер ваҡыт Һарайса тауы башынан, икенсе бер ваҡыт Серәкәй тауы башынан тороп, бер-береһенә ҡаршы уҡ менән атышҡандар. Береһе атҡанын икенсеһе кире ҡайтарған,

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Зәйтүнә Шәрипова

Азат тормош хаҡына

Ибраһим Ҡыпсаҡ – башҡорт йәштәренең, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәген ҡайғыртҡан, йәнен-тәнен аямай көс түккән арҙаҡлы азаматтарыбыҙҙың береһе. Үткән быуаттың 20-се йылдарында  ҙур әҙип булараҡ танылып, исем-шәрифтәре башҡорт әҙәбиәте тарихында аталып йөрөһә лә,  уның яҙыусылығын күрһәткән бер генә әҙәби яҙмаһы ла тиҫтә йылдар буйы баҫылғаны булманы. Бының сәбәптәре хәҙер бер кемгә лә сер түгел. Утыҙынсы йылдар башҡорт интеллигенцияһының иң сағыу бер вәкиле һәм һәләтле дәүләт эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ, уның ғүмере лә сәйәси репрессия машинаһы тарафынан юҡҡа сығарыла. Ниндәйҙер аңғармаҫтан

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Ризван ХАЖИЕВ

Әҙип иҫтәлектәренән

Быуа төбөндә

Июнь айының эҫе көндәренең береһендә, йәйге каникулға ҡайтыр алдынан, беҙ, 31-се Баҡал һөнәрселек училищеһының паровоз машинисы ярҙамсыларына уҡыусы курсанттар – Ғәлимйән менән мин: «Әйҙә, булмаһа, ҡала быуаһында һыу ҡойоноп киләйек әле»,– тип ҡаланың иң түбән осондағы быуаға саптыҡ. Быуаны быуып ятҡан оҙон ғына таш күперҙе үттек тә плавкинан ғына ҡалып, яр буйындағы ҡомлоҡта бер аҙ тәгәрәп алғас, төбө лә күренмәгән тәрән быуаға сумдыҡ. Һыуы һалҡын ғына, шунда уҡ тәнде ҡурып алды һәм беҙ  йылыныр өсөн ҡаршы яҡҡа йөҙөп киттек. Икебеҙ зә йылға буйында үҫкәнгәме, һыу өҫтөнән шыуып ҡына барабыҙ, ваҡыты-ваҡыты сумып та китәбеҙ ҙә быуаның тәрәнлеген үлсәйбеҙ. Ҡайҙа ул, быуа бик тәрән

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Ҡәҙер һәм хәтер

Үткер ине ҡәләме, ҡыйыу ине йөрәге

(Ризван Хажиевтың тыуыуына – 75 йыл)

Йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм публицист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ризван Закирхан улы Хажиев Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуып үҫә.

Ауыл мәктәбен, Баҡалда профтехучилище  тамамлап, хеҙмәт юлын машинист ярҙамсыһы булып башлай. Армияла үҙен маҡтаулы һалдат итеп таныта. Үҙ районының «Коммунист» гәзите редакцияһында әҙәби

Артабан уҡырға


Сентябрь 2014

Светлана Чураева

Графоман менән ҡыҙыҡай

Повесть 

Был китапта бар кешеләр, урын-ваҡыт һәм ваҡиғалар – ып-ысындар. Ҡай бер фекерҙәр һәм һығымталар ғына автор тарафынан өҫтәлгән. Шулай кәрәк булды. Бер исем дә ғәйепһеҙҙәрҙе аҡлау маҡсатында үҙгәртелмәне, сөнки Аллаһы Тәғәлә ғәйебе булмағандарҙы һаҡлауҙы үҙенең күктәрҙәге бурысы тип һанай.

Курт Воннегут.

 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138