Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Апрель 2015

Рәшит ШӘКҮР

Арнауҙар

Моң солтаны

Башҡортостандың халыҡ

йырсыһы Абдулла Солтановҡа

Уралҡайым, һинең ҡуйыныңда

Мәңгелектән килгән серҙәр бар,

Уралым, тип, йәнен фиҙа ҡылған

Аҫылдарҙан аҫыл ирҙәр бар.

Артабан уҡырға


Апрель 2015

Ҡотдос ЛАТИПОВ

Йәшлегем һауаларҙа йәшнәне...

ХӘТИРӘЛӘР

Тыл михнәттәренең башланыуымы был?

Шулай итеп, беҙ тылда. Ниндәй ул? Урал ере беҙҙе нисек ҡаршы алыр? Яҙмыш беҙгә кемдәрҙе дуҫ һәм иптәш итеп ебәрер? Командирҙар ниндәй булыр? Һиҙгер атайҙар кеүекме, әллә битараф үгәй һымаҡмы? Ҡайҙа йәшәрбеҙ, нисек ашатырҙар… Беҙҙе ошо һорауҙар борсой ине. Ә иң борсоғаны – яңы ҡорос ҡанаттарға атланып, тиҙерәк фронтҡа әйләнеп ҡайтыу өмөтө аҡланырмы?

Һүҙҙе ошо төп һорауҙы билдәләгән хәлдән башлайыҡ.

Артабан уҡырға


Апрель 2015

Талха Ғиниәтуллин

Могикан

Хикәйә

Онотолоп ятыуҙан һиҫкәнеп, һаҡ күҙҙәрен асҡан Зәйнулла ҡарт үҙенең ҡайҙалығын аңламай бер булды. Әле күптән түгел таң һайын ҡарттарса ярым һуҡыр күҙҙәре менән томан араһынан тигәндәй һәр ярығы, һәр тигеҙһеҙлеге күптән таныш түбә таҡтаһын күрә, ҡарсығының шым аяҡ тауыштарын ишетә ине. Ҡарсығы һыйыр һауырға, уны көтөүгә ҡыуырға харап иртәсел. Бит-йөҙөн һалҡын һыу менән йыуа – Алла һаҡлаһын, ире уны йоҡоло, йөҙ сырыштарын күрә ҡалмаһын! Һуңынан, һыйырҙарына бесән әҙерләргә хәлдәре етмәй башлағас, малдарын бөтөрҙөләр, тауыҡтары ғына ҡалды.

Артабан уҡырға


Март 2015

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

«Әҙәби нағыш» дауам итә

Балаҡатай районы «Әҙәби нағыш» эстафетаһын Йылайыр районынан ҡабул итеп алды. Был сараға арналған тантаналарҙа Республика Мәҙәниәт министры урынбаҫары Р. Алтынбаев, район администрацияһы етәксеһе П. Мехоношин, Йылайыр районы башлығы урынбаҫары А. Коротков, БР Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе урынбаҫары С. Ильясов, Өфөнән яҙыусылар Леонид Соколов, Лариса Абдуллина, йәш шағир Денис Ғилмановтар ҡатнашты.

Артабан уҡырға


Март 2015

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Ҡайҙа һин, Ҡолонташ?

БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Я. Хамматов, Ғ. Ибраһимов исемендәге премиялар лауреаты Сабир Шәриповтың «Ҡолонташ» исемле китабы әҙәбиәт һөйөүселәргә матур бүләк булды. Йыйынтыҡҡа әҙиптең ике повесы («Ҡолонташ», «Гонаһлы шарлама»), ете хикәйәһе, өс драмаһы («Өйбаҫар», «Әсе балан», «Смирно, Европа!»), һуңғы йылдарҙа ижад ителгән фәһемле юлъяҙмалары һәм хикмәттәре тупланған. Был әҫәрҙәр, минеңсә, ирҙәрсә күҙлектән яҙылып, замандаштарыбыҙ

Артабан уҡырға


Март 2015

Мөсәлим Күлбаев

Ҡашҡатау – минең йәнтөйәгем...

Балҡарстандың Ҡашҡатау тигән ауылында – шарламалы Черек йылғаһы буйында үҫтем: өләсәйемдең балҡыу усағы, сәйнүк йыры гелән иҫемдә. Наль­чик университетының тарих факультетын тамамлап, авиация полкында хеҙ­мәт итһәм дә, 26 йәшемә саҡлы Волгоградтан ары көнсығыш тарафтарҙы кү­рер­гә насип итмәгәйне. Яйы тура килде – Щукин исемендәге театр учи­ли­щеһында уҡып йөрөгәндә, курс етәксеһе миңә алыҫ Башҡортостандың серле Стәрлетамаҡ ҡалаһында спектакль ҡуйырға тәҡдим яһаны.

Артабан уҡырға


Март 2015

Жанакаит ЗАЛИХАНОВ

Мин яуап бирә алмаған һорау

уйынлы-ысынлы)

Ниндәй һорау һуң ул? Туҡтап тороғоҙ әле, хәҙер уға барып етербеҙ. Башта шул һорауҙы кемдең ни рәүешле биреүе хаҡында һөйләп китергә кәрәк. Ул минең иң яҡын дуҫым. Исеме – Морат, әммә уны йышыраҡ Моратҡай тип йөрөтәләр. Уның күҙҙәре ҡара төҫтә, ҡарашы бик етди. Сәсе лә ҡара һәм йомшаҡ.

Артабан уҡырға


Март 2015

Хәсән ШАВАЕВ

ТАМУҠТАН КИЛГӘН ХАТ

Хикәйә

«Теммот! Был хатты 1953 йылдың 30 авгусында яҙам. Һиңә бер туған аға­йым­дай ышанам. Уны ҡурҡмайынса ғына асып уҡый алырһыңмы икән? Уҡый ал­һаң, һуңынан уны юҡ ит, ваҡ-төйәктең дә һиңә бәлә килтереүе мөмкин.  Хә­ҡиҡәтте яҡлап әйтелгән һүҙ йәшен кеүек үҙеңде шаңҡыта бәреүе бар.  Һиңә бә­хетһеҙлек теләмәйем – өйөң тулы бала-саға бит.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152