Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ноябрь 2014

Сергей Янаки

Башта шағир, унан ғына тәржемәсе

Тәржемәсе өсөн мәңгелек булып торған «әҫәр нөсхәһен теүәл биреүме, әллә?..» тигән һорауҙы һәр кем дә үҙе өсөн генә түгел, ә һәр автор, хатта һәр шиғыр өсөн үҙе хәл итә. Был, әлбиттә, тәжрибә аша килә. Хәҙер был йүнәлештә эшләргә теләүсе генә түгел, өйрәнергә, уҡырға теләүсе йәштәр ҙә юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Йәштәргә бөгөн әҙер генә кәрәк, улар – ҡулланыусы ғына. Өйрәнергә теләүсе булһа, өйрәтеүсе булыр ине, тиергә теләүем.

Миңә тәржемә менән шөғөлләнергә тәҡдим булғас, кемдән өйрәнергә икәнен белә инем инде. Александр Филиппов, Юрий Андрианов, Николай Грахов, Дим Дәминев һымаҡ билдәле шағирҙарҙың башта үҙ ижады менән, аҙаҡ улар эшләгән тәржемәләр менән танышып, сағыштырып ҡараным. Шунан һуң был

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Юлай Ғәйнетдинов

БАҠЫР АЛТЫНДЫҢ ВАРИАНТЫ БУЛА АЛМАЙ

Мәҙәниәт йылы ахырына ла етеп килә. 2014 йыл тап шулай аталһа ла,  илебеҙ һәм республикабыҙ етәкселеге һәм граждандары мәҙәниәткә бөтөнләй ҡағылышы булмаған хәстәрҙәр менән дә йәшәне. Былар барыһы ла Украинала барған ваҡиғаларға бәйле. Шулай ҙа мәҙәниәттең мәңгелек ҡиммәттәрҙе үҙ эсенә алыуын иҫкә төшөргәндә, Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы Мәҙәниәт йылы был ваҡиғаларҙан әллә ни зыян күрмәне лә кеүек. Йылды йомғаҡлар алдынан Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ишбулды улы ҒӘЙНЕТДИНОВ менән рухи ҡиммәттәребеҙ хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Унда һүҙ фән булараҡ математика, ҡурай һәм йыр сәнғәте, рухи ҡомартҡыларыбыҙға мөнәсәбәт һәм бөйөк ҡомартҡыбыҙ “Урал батыр” эпосы хаҡында барасаҡ.                         

ӘХМӘР: Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәп донъя ҡуйған һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Ғәлимйән Исҡужин атлы аҡһаҡал филология факультетына уҡырға ингән ейәнсәренә шундай

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Марат Әминев

Бал ҡортоноң наҙы бар

Һулап туйғыһыҙ хуш еҫле йүкә урманы. Бал ҡорттары безелдәп оса, улар таң һарыһынан эшкә тотонған. Тәбиғәт егәрле йән эйәһенә байлығын йәлләмәй бирә. Хоҙай бал ҡорттарын кешегә үрнәк алыр өсөн яратҡандыр ул. Әгәр бал ҡорттары кеүек берҙәм һәм егәрле булһағыҙ, мотлаҡ мораҙығыҙға ирешерһегеҙ, тип әйтергә теләгәндер.       

Башҡорт балы. Рәсәйҙең ҡайһы ғына төбәгендә йәшәһә лә, һәр кем юғары сифатлы, шифалы бал хаҡында һүҙ барыуын аңлап тора. Уның даны күптән инде Башҡортостандан ситтә лә киң таралған, башҡа илдәрҙә лә уны беләләр. Бал баҙары, умартасылыҡ тармағы республикала, илдә, донъяла ҡайһы юҫыҡта үҫешә, умартасыларҙың һоҡланғыс уңыштары һәм ҙур проблемалары ниндәй – бөгөнгө һүҙебеҙ ошо хаҡта.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Илдар Ғәбитов

Ҡыйыш ағастың ботағы төҙ булмаҫ йәки демократия аҡһаҡ буламы?

Демократияға ҡаршы иң көслө дәлил – уртаса һайлаусы менән үткәрелгән биш минутлыҡ әңгәмә.

Уинстон Черчилль, сәйәсмән.

Бер кеше, әйтәйек, N, һуң ғына эштән ҡайтып килә икән. Уны яҡшы ғына кейенгән ике ир туҡтата:

– Һеҙ демократияға ышанаһығыҙмы?

– Эйе, – тип яуаплаған, ти был.

– Әйҙәгеҙ, граждандарҙың бәләкәй генә йыйынын үткәрәбеҙ,– тигәндәр, теге икәү. Был ризалашҡас, йыйындың алып барыусыһын һайлап ҡуйғандар. Әлбиттә, тегеләрҙең береһен. Ул көн тәртибен иғлан иткән:

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Флүр Сибәғәтов

Халҡына табына...

(Фаҡиһа Туғыҙбаева ижадына бер ҡараш)

Факиһа Туғыҙбаева шиғриәткә 1970 йылдар аҙағында килә. 1980 йылда уның “Мәк ялҡыны” исемле тәүге китабы донъя күрә. Беренсе китабынан уҡ ул үҙен үҙенсәлекле философик фекер йөрөтөүсе талантлы шағирә итеп күрһәтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Факиһа Туғыҙбаеваның “Күҙ ҡараһы” (1984), “Йондоҙ асам” (1987), “Сәғәт моңо” (1991), “Минең ҡошом – Һомай” (2000) һ.б. йыйынтыҡтары баҫылып сыға. Бынан тыш, ул балалар психологияһын тәрән белеүсе һәм улар өсөн зауыҡлы әҫәрҙәр ижад итеүсе булараҡ та танылыу таба – “Шаҡмаҡлы дәфтәр” (1981), “Яңы күлдәк” (1983), “Болонда уйнай сәскәләр” (1995), “Алтын асҡыс – бүләккә” (2004) китаптары ошоға асыҡ миҫал.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Рәмзиә Бикәнәсова

Ҡулъяҙмалар шағир һүҙен һаҡлай

(Рәшит Назаровтың тыуыуына – 70 йыл)

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивында Рәшит Назаровтың бер папка шиғырҙары бар. Мин был папкаға эш буйынса Яҙыусылар союзы фондында ҡаҙынғанда юлыҡтым. Һары ҡатырғанан эшләнгән папканың тышына «Рукописи произведений Рашита Назарова за 1963 – 1965 годы» тип яҙылған аҡ ҡағыҙ киҫәге йәбештерелгән папкала туҡһан бер бит. Был «дело»ның 1970 йылдың 10 февралендә тегелеүе хаҡында яҙыуҙа архив хеҙмәткәренең ҡултамғаһы ҡуйылған. Папка тышында 1963 – 1965 йылдарҙағы әҫәрҙәре тип күрһәтелгән булһа ла, утыҙ һигеҙ шиғыры яҙылған айырым дәфтәрҙә «1962 окт. – дек.» тип шағир үҙе яҙып ҡуйған. Ни сәбәптәндер, архив һүҙҙәре

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Урал Мостафин

БУРҘАР

Хикәйә

Элекке колхоздың ҡаҙанлығын күрше малайҙар Нур менән Алик йәйгеһен үк штабтарына әйләндереп алырға күҙҙәре ҡыҙып йөрөй ине. Һин дә мин һәйбәт кенә эшләп, конторҙы, мәктәпте, магазинды, гараждарҙы йылытып, уларға «йән» өрөп торған ҡаҙанлыҡ елдәре «үҙгәртеп ҡороу» касафатын күтәрә алманы. Әллә аяуһыҙ замана елдәре, әллә түрә-ғара уға һүнергә мәжбүр итте. Һуңғыһы дөрөҫөрәктер, сөнки көҙгө әсе елдәрҙә, ҡышҡы һалҡын бурандарҙа, яҙғы епшек көндәрҙә күпме кеше уның йылыһын тойоп,  уңайлыҡҡа, рәхәтлеккә өйрәнеп бөткәйне, уның кәрәклеге эш кешеһенә, бәхәсһеҙ, билдәле. Таш-тимерҙән ҡоролған булһа ла, әллә нисәмә кеше һыйынырлыҡ йылы биналарҙың «йөрәге» бит ул, ә һәйбәт кенә эшләп торған йөрәк үҙен үҙе юҡ итәме һуң?

Артабан уҡырға


Ноябрь 2014

Сәләхетдин КАРАМОВ

Ауыл балладаһы

Повесть-хроника

Ғаилә – Хоҙай ҡушҡан тормош нигеҙе

Семья – это кристалл общества.

В. Гюго.

Дүртенсе бүлек

1977 йылдың июне. Баш ҡалала үткән ике көнлөк ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре кәңәшмәһе. Унда миңә лә ҡатнашырға тура килде. Бер аҙға колхоз эштәренән айырып торҙо. Хужалыҡта тынғыһыҙ эшкә өйрәнгәнлектән, бында ҙур ҡалала, бер ниндәй көсөргәнешлек кисермәгәнлектән, үҙемә күрә ял итеп алдым. Кәңәшмәнән һуң беҙ, унда саҡырылғандар, оҙаҡ итеп ҡаланың үҙәк урамдары, тарихи урындар, сквер һәм парктар буйлап гиҙҙек. Мин үҙем белем алған институтҡа барып килдем

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138