Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Июнь 2015

Юлай Ғәйнетдинов

Бәҙри Мәмбәтҡолов тураһында 60-сы йылдар уртаһынан уҡ ишетеп белә инем. Ул йылдарҙа беҙҙең Баймаҡ районында легендар Башҡорт атлылар дивизияһының легендар эскадрон командиры тураһында белмәгән кеше булмағандыр ҙа. Берҙән, Бөйөк Ватан һуғышы геройы булһа, икенсенән ул Сибай педагогия училищеһының директоры ине. Ә Сибай педагогия училищеһында Урал аръяғы райондарының һәр ауылынан тиерлек уҡыусылар бар ине, асылда был уҡыу йорто ул заманда беҙҙең яҡ өсөн зыялылар әҙерләү үҙәктәренең береһе ине. Бәҙри Мәмбәтҡолов үҙе лә райондар буйлап йөрөгән, күрәһең, 1967 йыл йәй беҙҙең Таулыҡай ауылында булғанында беҙҙең өйгә инеп сәй эсеп сыҡты, таяҡҡа таянған, бер аяҡҡа ныҡ һылтыҡлай ине. Нәҫелеңде тәрән белмәү етемлектән киләлер инде: шунда әсәй,  

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

«Ни шагу назад!»

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ етәкселегенең, бигерәк тә Сталиндың СССР-ҙа, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүсе мосолмандар йәмәғәтселегенә, ғөмүмән, дингә ҡарашы йомшара төшә. Бында шундай ҡапма-ҡаршылыҡ күҙгә ташлана: һуғыш алдынан башланған «шәхес культы» золомоноң көсәйгән, алдынғы ҡарашлы зыялыларҙы, дини эшмәкәрҙәрҙе юҡ итеү киң ҡолас алған бер мәлдә бындай «йомшарыу» ышандырмай 

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Әхмәр Үтәбай, Марат Әминев, Фәнил Күзбәков

БРИКС  донъяның ҡеүәтле илдәре ойошмаһы

8-10 июлдә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитары үтәсәк. БРИКС – Бразилия, Рәсәй,  Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаларын берләштергән ойошма. Был илдәр донъялағы ҡоро ерҙең 30 процентын, халыҡтың 42 процентын берләштерә, донъя иҡтисадының 20 проценттан ашыуырағы ошо илдәр өлөшөнә тура килә. Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, 

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Талха Ғиниәтуллин менән әңгәмә

«Үҙемде яҙыусы тип әйтергә һаман тел әйләнмәй...»

Бәләкәйерәк буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, яҙыусы тышҡы ҡиәфәте менән башҡа олоғайған кешеләрҙән бер ҙә айырылып тормай кеүек. Бер күҙенең бөтөнләй күрмәүен, насар ишетеүен дә белгәс, бер аҙ уны йәлләп, аяуһыҙ тормошҡа әсенеп ҡуяһың. Бына ул һөйләй башлай… Чеховҡа һоҡлана, әҫәрҙәренән оҙон өҙөктәр килтереп (хәтеренә аптырарһың), уның оҫталығын һүрәтләй, Бальзак, Гете кеүек классиктар әҫәрҙәрендәге  көслө һәм йомшаҡ яҡтарҙы асыҡ әйтеп бирә, ғөмүмән, донъя әҙәбиәтен бик яҡшы белә. Уға маһайыу, ҡыланыу, кемгәлер ярарға теләү бөтөнләй хас түгел. Эсендәге – тышында. Шул уҡ ваҡытта яҙыусы булараҡ үҙ баһаһын белә, башҡалар хаҡында ла бары тик әҫәрҙәренең кимәле буйынса фекер йөрөтә.

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Әнғәм Хәбиров

«Яныр инем артыш булып...»

Бынан байтаҡ йылдар элек, «Ағиҙел» журналы редакцияһы Аксаков урамындағы 62-се һанлы йорттоң 7-се ҡатында өйҙәш ҡатын хәлендә көн күргән заманда, журналдың ул саҡтағы баш мөхәррире Булат Рафиҡов бүлмәһендә икәүҙән-икәү генә әҙәбиәткә, айырыуса әҙәби тәнҡиткә, уңың торошона бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләшеп ултырғаныбыҙ хәтерҙә. Әңгәмәнең был тема тирәһендә барыуы юҡтан ғына булмағандыр, күрәһең. Сөнки тап шул осорҙа, янып-бешеп илде үҙгәртеп ҡорорға керешкән мәлдә, әҙәби тәнҡиттең кәрәклеге-кәрәкмәгәнлегенә, уның артабан да йәшәргә хоҡуғы бармы-юҡмы икәнлегенә шикләнеберәк ҡараусылар ҙа күренгеләп ҡуйҙы.

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Хаят Хәлитова

Бөгөнгө прозала ҡатын-ҡыҙ образы

Ҡатын-ҡыҙ образы һәр  әҙәбиәттә мөһим урынды алып тора. Әсәй, ҡатын, ҡыҙ, һөйәркә, эшсе, алиһә... Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнөң күп төрлөлөгөн һанап бөтөрөп буламы? Ул күп ҡырлы алмаз кеүек. Ҡатын-ҡыҙ әҙәбиәттә йыш ҡына символик мәғәнәгә лә эйә була. Художество-эстетик идеалға әйләнеп киткән ҡатын-ҡыҙ образына сит ил, урыҫ, башҡорт әҙәбиәте шедеврҙарынан миҫалдар килтереп китергә мөмкин. «Женщина Бальзаковского возраста», «Тургеневская девушка» кеүек һүҙбәйләнештәрҙе иҫкә алһаҡ та, ҡатын-ҡыҙ образының әҙәбиәттәге тотҡан урынын шәйләрбеҙ.

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Бибинәғимә ХАЖИЕВА

Селтербей бүләге

хикәйә 

Таҡташ әйтмешләй, «үткәндәргә ҡайтыр юлдар юҡ». Әммә уйҙар, йүгерек уйҙар ҡайта, мин дә бынан 30 йыл элек үткән һуҡмаҡтарҙан атлап барам, бик тә ҡайтып урағым килгән һуҡмаҡтарҙан.

Маҡарға тыуасаҡ баламдың атаһы менән 1941 йылдың 19 июнендә Белорет районы Сәрмән ауылынан күсеп ҡайттыҡ. Зиннәтулла уҡытыусы һәм бик һәйбәт йырсы ине. Ул йылды Мәскәүҙә конкурс булырға тейеш ине, шул конкурсҡа әҙерлек курсына иптәшем дә эләккәйне.

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Дилә БУЛГАКОВА

Сәрбиназдың күңел ораны

Хикәйә 

Ярҙарына һыймай ҡайнап аҡҡан боҙҙарға ҡарашын төбәгән Сәрбиназ өнһөҙ тороуын дауам итте. Шунан ҡапыл ҡулдарын күтәрҙе, ярға табан аҙым яһаны. Шул мәлдә күкрәге аҫтындағы сабыйы, «әсәйем, үлтермә, минең йәшәгем килә», тигәндәй, тәүге тапҡыр тыпырсынып, тибешеп алды. Шунда ғына Сәрбиназ айнып киткәндәй булды, үҙ ниәтенән үҙе һиҫкәнде. Ә йылғала бер ҙур боҙ киҫәге ярға бәрелеп, ыңғыраша-ыңғыраша урталайға ярылды ла, ярһыған януарҙай бәргеләнә-бәргеләнә, бер-береһен этешкән ваҡ боҙҙар эсенә инеп буталды.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152