Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Февраль 2015

Леонид СОКОЛОВ

Юмористик хикәйәләр

Музыкаль пауза

Музыкаға бәйләнешем булдымы, тип һорайһығыҙмы? Әллә нисәмә тапҡыр булды. Бер тапҡыр пианиноны дүртәүләшеп етенсе ҡатҡа күтәреп мендерҙек, аҙаҡ шул уҡ пианиноны – шул уҡ кешеләр менән – етенсе ҡаттан төшөрҙөк. Егет саҡта хулигандарҙың һөжүменән һаҡланып, гитараны “удар” инструмент булараҡ файҙаланырға тура килгәйне. Музыканың ярҙамы ныҡ тейгәйне шул мәл. Бәйләнештәр ошоноң менән тамам, буғай.

Әлбиттә, бөгөн музыканан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай. Музыка стеналар аша тараҡан кеүек еңел генә үтеп инә. Әгәр тараҡандарҙы ағыулап булһа, музыка менән нисек көрәшергә һуң? 

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Ғәҙилә Бүләкова

Иҙел кискән ил инәһе

(Әбйәлил сәсәниәһе Вәсилә Садиҡоваға – 75 йәш)

Бөгөнгө көндә Урал аръяғында билдәле һүҙ оҫталарының береһе Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы Садиҡова 1940 йылда Әбйәлил районының Үтәгән ауылында тыуған. Атаһы Зәйнулла һуғышҡа киткәндә тәпәй баҫып ҡына ҡалған ҡыҙ уның, Берлинғаса һуғыш юлы үтеп, ҡырҡ ерҙән яраланып, тыуған еренә гүр эйәһе булырлыҡ хәлдә ҡайтып төшөүен яҡшы хәтерләй. Сәсән телле әсәһе Әминәнең һөйөүе һәм хәстәре атаһын аяҡҡа баҫтыра һәм улар тағы дүрт балаға ғүмер бүләк итә.

Тормош юлында Вәсилә Зәйнулла ҡыҙына бындай аяныслы ла, фәһемле лә хәл-ваҡиғаларҙы байтаҡ күрергә, кисерергә тура килә.

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Василь БЫКОВ

Пасха йомортҡаһы

Хикәйә

Уның фамилияһы Выползков ине: һуғыштан һуң килеп төпләнгән был ҙур, юл буйлап һуҙылған белорус ауылын да Выползок* тип атанылар. Был ҡушаматҡа ул тиҙ өйрәнде, ғәҙәттә, ярһып, йыш ҡына екереп, ҡайһы берҙә яуабына уҫал һүгенеү һүҙҙәре лә өҫтәне. Ләкин уның нисек яуап ҡайтарыуы барыбер ине – һуғышта кешеләр һүгенеүгә лә, ҡысҡырыуға ла өйрәнде – үҙҙәренекенә лә, полицайҙарҙыҡына ла, немецтарҙыҡына ла, шулай уҡ партизандарҙыҡына ла. Кешеләр өйрәнде, мал-тыуар күнекте, бигерәк тә аттар. Ҡайһы береһе һүкмәйенсә урынынан да ҡуҙғалмай, ҡарты ла, йәше лә, ир-аттар ҙа, бисә-сәсәләр ҙә берҙәй һүгенергә оҫтарып алды. Түрәләрҙе әйтеп тораһы ла түгел.

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Гөлсирә Шафиҡова

Бер ҡабым ғына...

Хикәйә

1943 йылдың авгусында ун һигеҙ йәше саҡ тулып өлгөргән Әхиәргә лә повестка килтереп тотторҙолар. Егет быны ғәҙәти ҡабул итте: “Китергә икән, китергә!“

Ир-атһыҙ йорттар күптән етемһерәп, бушап ҡалған: бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡарт-ҡоро. Эйе, ир-ат юҡлығы ныҡ һиҙелә: унан-бынан яғырға тип ситәндәр һүтелеп алынған, бағаналар ауған, буяуҙары ҡубып төшкән тәҙрә ҡапҡастары ала-сола... Өй эргәләрендә – кесерткән, алабутаның әҫәре лә юҡ – яраҡлы үләнде халыҡ күптән ашап бөткән.

Хәллерәктәр ҡырҙа, ырҙын табағында булғас, Әхиәрҙе оҙатырға туған-тыумасалары, күршеләре генә йыйылды. 

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Сафуан Әлибаев

Күренекле шағир Сафуан Әлибай үҙенән һуң бай ижади мираҫ ҡалдырҙы. Уның блокноттарында, дәфтәрҙәрендә бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙары бик күп.

Һүҙгә, шиғриәткә үтә лә талапсан шағир, бәлки, уларҙың барыһын да уҡыусы хөкөмөнә сығарырға кәрәк тә тапмағандыр. Бәлки, ғүмер буйы көнө-төнө эш өҫтөндә ҡайнаған кеше булараҡ, ваҡыты ла булмағандыр... Шуларҙың бер ни тиклемен уҡыусы хөкөмөнә еткерге килде.

 

                Фәрҙиә Әлибаева,

                               шағирҙың тормош юлдашы.

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Әнғәм Хәбиров

«Бар күңелем – йырҙарымда…»

(Тимер Йосоповтың быуат башындағы шиғриәтенә байҡау)

Халыҡ шағиры, халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы һәм дәрәжәле исемдәрҙе яулаған ҡәләмдәштәребеҙҙең һаны күбәйеберәк китте инде әллә, һуңғы ваҡытта уларҙың юбилейҙары тауышһыҙ-тынһыҙ ғына үтә башланы. Әллә заман башҡа – заң башҡа тигән йәшәү рәүеше үҙенең әрһеҙ тамырҙарын торған һайын тәрәнгәрәк ебәрә барғанға күрә шулаймы икән?

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН

Шәм яҡтыһы

Инаныу

                                                               Европалағы хәлдәрҙән һуң…

Ғәҙеллеккә халҡым сарсаған саҡ,

Сарсаған саҡ иман һүҙенә,

Әммә бөгөн шундай заман килде

Шундай заман, илем, түҙ генә!

Артабан уҡырға


Февраль 2015

Айҙар Хөсәйенов

Һин үҙеңә тоғро булып ҡал

Сәғәтсе

Яманлыҡ та ҡайсаҡ яҡшылыҡҡа оҡшай,

Ғәҙәти хәл булып китә беҙгә.

Өйрәнәбеҙ инде, булғас эргәбеҙҙә, –

Шулай тип бер һөйләгәйне Мостай.

 

– Яҡшылыҡ та әйләнә бер күренешкә.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138