![]() |
Аңлайышһыҙ поэма Алдашмағыҙ, мутлашмағыҙ, Хәйлә-мәкер ҡормағыҙ һеҙ. Мин бер ҡатлы, бер ҡатымдан Файҙа эҙләп тормағыҙ һеҙ. Арығанмын ғүмер буйы Отолоуҙан, эт булыуҙан. |
Сентябрь 2015
Фәнис СИРБАЕВ
ҮРҺӘЛӘНЕҮ
Сентябрь 2015
Сәрүәр Ғәләүетдинов
Бөгөн таңда йондоҙ тирҙем
![]() |
Йондоҙло уйҙар Бөгөн таңда йондоҙ тирҙем Баҙлатып – устарыма. Йондоҙ-мәрйен тиҫбеләрен Өләштем дуҫтарыма.
Таңда йондоҙ сағыу яна, Буй еткәнен тирәйем. |
Сентябрь 2015
Риф Мифтахов
«Фарман көтмәй ҡайтыр төйәгем бар!»
Тере шишмә
ЮНЕСКО-ның генераль конференцияһы
1999 йылдың 17 ноябрендә туған тел көнө
үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Тәүге
тапҡыр был байрам 2000 йылда үткәрелде.
ЮНЕСКО фаразлауынса, яҡын йылдарҙа 6
мең телгә юғалтыу хәүефе янай.
Август 2015
Әҙәби-мәҙәни мөхит
«Әҙәби нағыш» – Мәләүездә
«Әҙәби нағыш» марафоны Мәләүез ерен ураны. Сараға етди әҙерләнгәйне хужалар: башынан аҙағынаса унда ҡала һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г. А. Шлычков, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе И. Р. Солтангәрәев ҡатнашты. Ҡаланың мәҙәниәт йортонда ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә урындағыларҙың ижади эштәрен Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идара рәйесе Наил Ғәйетбай, шағирҙар Фәнил Күзбәков, Салауат Әбүзәров ентекле анализланы, кәңәштәрен еткерҙе. Үҙәк китапханала әҙәби көстәр барланды.
Август 2015
Марат Әминев
Тау башында балҡый бер ҡала
Өфөләге матбуғат конференцияларының береһендә Президент Владимир Путин әйткән һүҙҙәр хәтерҙә һаҡланып ҡалды. Алдағы 10 – 20 йылда донъя нисек үҙгәрәсәк, беҙҙең балаларға ниндәй телдәрҙе өйрәнеү мотлаҡ, тигән һорауға ул былай тип яуап бирҙе:
– Рус телен, башҡорт телен өйрәнергә кәрәк!
Залда ултырған журналистар, ә улар араһында башлыса сит ил һәм Мәскәү ҡунаҡтары ине, был һүҙҙәрҙән һуң дәррәү ҡул сапты.
Август 2015
Инбер Япаров
«КӨН ЯМАНЫ КИТЕП БАРЫР, Китмәҫ әҙәм яманы»
Бер ауылды болоттар һәр ваҡыт урап үтеп, йәй башынан алып ямғыр бөтөнләй яумаған. Был хәлгә көйөнгән ауыл ирҙәре икенсе бер ауылда йәшәүсе, ямғыр яуҙырыуҙың серен белгән аҡһаҡалға барып кәңәш һораған.
– Ауылығыҙ янындағы тауға менегеҙ ҙә, намаҙ уҡығыҙ, Аллаһҡа зекер әйтегеҙ, ямғыр һорағыҙ. Ҡорбан салығыҙ. Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәләгә ышанысығыҙ көслө булһа, минең һүҙҙәргә ышанһағыҙ, аҙна эсендә ямғыр һеҙҙең ауылда ла яуыр, – тигән уларға аҡһаҡал.
Август 2015
«Ҡуңыр буға» – «Ағиҙел»дә ҡунаҡта
Белорет, Әбйәлил райондары ижадсыларының хикәйәләре
Мәүлит Кәримов
Һинһеҙ йәшәй алмайым
Хикәйә
Бына инде нисәнсе көн Рәмил Газин, һуңғы биш-алты йылда ғына үҙенең хикәйә, повестары менән ҙур танылыу яулаған һәләтле яҙыусы, компьютерын ҡабыҙа ла мониторға текәлә. Унда яҙылып бөтмәгән повесын дауам итергә маташып ҡарай ҙа – бушҡа ғына... Етеҙ бармаҡтары клавишалар өҫтөнән шәп кенә йүгергеләп китеп бер-ике һүҙ йә һөйләм яҙа ла барыһын да юйып ташлай. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, ваҡыт та һуң булып китә, йоҡларға ла ваҡыт етә. Ә иртәгә эшкә...
Август 2015
Рауил Бикбаев
ИКЕ ИРТӘ АРАҺЫНДА
Был бик иҫтәлекле ике иртәнең араһы тулыр-тулмаҫ бер тәүлек булды. Июлдең тәүге көнөндә иртәнге сәғәт һигеҙҙе үткәндә юлға сыҡтыҡ. Икенсе июлдә көн башланып ҡына торғанда – сәғәт етелә алыҫ сәфәребеҙҙән Өфөгә әйләнеп тә ҡайттыҡ. “Бер көнлөк” тигән һүҙҙәр ҡайһы саҡта кәмһетеберәк әйтелә. Йәнәһе, нимәһе бар уның – бер көнлөк инде. Ләкин көндәр ҙә төрлөсә килә. Дөрөҫөрәге, һәр тәүлекте әҙәм балалары төрлөсә ойоштора.
123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152