Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Июль 2017

Әхмәт Сөләймәнов

САБИРЙӘН СӘСӘН

Ағастарҙың яҙмышы – кешенекенә, кешенеке ағастарҙыҡына оҡшаш булғаны
Телдән-телгә, быуындан-быуынға, урындан-урынға күсә-күсә килә, фольклорҙың эске ҡануниәте буйынса, сәсән шәхесенә, уның тәржемәи хәленә, ижадына ҡағылышлы мәғлүмәттәр төрлөсә вариантлашырға, төрлө версиялар хасил итергә мөмкин. Был тәбиғи. Яҙылмаған һәм тәбиғи был ҡанун Сабирйән сәсәндең тәржемәи хәленә, шәхесенә һәм ижадына ла ҡағыла. Алыҫҡа китмәй, әле генә һүҙ барған ҡарағас түңгәк һәм унда яҙылған шиғырға тағы бер күҙ һалайыҡ

Артабан уҡырға


Июль 2017

Рәсүл Байгилдин

Һа-ай, түрәкәйгенәһе!..

Повесть

***
Власть – ул көрәш майҙаны. Был көрәшкә барыһы ла йәлеп ителгән: өҫтәлдән өҫтәлгә ҡағыҙ күсереп йөрөткән кисәге студент ҡыҙ ҙа, министр ҙа. Ҙурыраҡ баҫҡыс биләгән һайын көрәштең маҡсаты, төҫө, алымдары үҙгәрә, ҡатмарлана, киңәйә. Ғәҙәттә, өҫтә иң юғары хужаға яҡынлыҡ, уға йоғонто яһау мөмкинлеге өсөн ныҡышалар. Төркөм-төркөм булып берләшкән көстәр кем уҙарҙан сәкәләшә. Шул төркөмдәрҙең иң йоғонтололары рәтенә инә Сыртланов. Бына-бына ул Өфөгә алынырға, урынға тәғәйенләнергә тейеш, тигән хәбәр ныҡ ҡуйырып киткән мәл. Шунан тағы үрләргә һәм артабан тағы бик юғары күтәрелергә тейеш, тиҙәр хатта. Башҡалар ҙа йоҡлап ятмай, үҙҙәренең позицияларын нығытырға тырышалар.

Артабан уҡырға


Июль 2017

Ғәлим ХИСАМОВ

Шаҡай бураны

Роман-хроника

Башҡортостан Республикаһының
100 йыллығына арнала

Петроградта
Ҡойон кеүек осоп, юлындағы ваҡ-төйәкте уңлы-һуллы туҙҙырып инеүсе ҡапҡа төбөндәге һаҡсы ла, ишек янындағы ҡарауылсы ла, туҡтата алмау ғына түгел, һүҙ ҡатырға ла өлгөрмәне, был төпкө ҙур бүлмәгә үк инеп китте һәм һөрәнләп тә ебәрҙе: 
– Тороғоҙ! Тор! Ҡояш тышау буйы күтәрелгән, ә һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙ! Тороғоҙ!
Оло бүлмәгә ҡабырғанан сыҡҡан ишек ҡыҫылып ҡына асылды ла баш күренде һәм һаман ҡысҡырыуҙан тыйылмаған кешегә өндәште:
– Беҙ бик һуң яттыҡ. Зинһар, ҡамасаулама. Аҙ ғына йоҡларға ирек бир.
Тегенеһе уның һайын тауышланды: 

Артабан уҡырға


Июль 2017

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ЯҢАУЫЛҒА ҠАРАП...

Республика хаҡында фекер йөрөтәләр

Яңауыл атамаһының нигеҙендә “яңы ауыл” ятҡаны бәхәсһеҙ ҙә аңлашылыр. XIII быуатта уран ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған Яңауыл урынында хәҙер Яңауыл ҡалаһы урынлашҡан. Әйткәндәй, был атама менән йөрөтөлгән ауылдар бер нисәү, ә ҡала һәм район берәү генә. Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов менән ҡорған әңгәмәнән беҙ шуны ла аңланыҡ: Яңауыл ере исеменә есемен тап килтереп, ауыл хужалығын традицион нигеҙҙә яңыса ҡороп йәшәй. Яңауылдар яңы ауыл рухына тоғро, ҡыҫҡаһы, был хаҡта әңгәмәне уҡып белерһегеҙ.

– Илшат Әғзәм улы, һеҙ етәкләгән Яңауыл районы “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” булып һанала. Ул бер яғынан Удмурт Республикаһы, икенсе яҡтан 

Артабан уҡырға


Июль 2017

Сәйфи Ҡудаш

Халҡыма

Бик күптәрҙең бере булған улыңмын, 
Хеҙмәтеңә ең һыҙғанған ҡулыңмын; 
Ил эшендә үттем ғүмер юлымды,
Эштә туҙҙырҙым бөтәһен тунымдың.
Үҙ ҡайғыларым өсөн йәш түкмәнем,
Таш төшһә лә өҫтөмә, баш бөкмәнем. 
Дошманың – булды минең дә дошманым, 
Дуҫтарың – булды минең дә дуҫтарым.
Һөймәнем мин, халҡым, һин һөймәгәнде, 

Артабан уҡырға


Июль 2017

Сафуан Яҡшығолов

Таң ата

Аҡ таң ата, сыға ҡояш, йоҡоңдан тор! 
Күҙең ас, тәбиғәттең хикмәтен күр.
Фекерләп ҡадир хоҙайҙың ғизмәтен*, 
Билеңде бөк, башыңды сәждәгә ор.

Етер йоҡоң, уян инде, күтәрең баш.
Файҙа бирмәҫ көнө-төнө йоҡлау тоташ, 
Һине лә зияһынан* мәхрүм ҡуймаҫ, 
Башҡаларҙы нурландырған нурлы ҡояш.

Артабан уҡырға


Июль 2017

Әбүс

Каруанһарайға мәҙхиә

Тораммы мин Яйыҡ ярҙарында, 
Йөрөйөммө Һаҡмар буйында,
О, һарайым! Аҡ һыныңа ҡарап, 
Юғаламын ауыр уйымда.

Күҙ алдыма килә бабайҙарҙың 
Ер ҡаҙыуы, нигеҙ һалыуы, 
Тупраҡ ташып, баҡса торғоҙоуы, 
Ағасы ҡороһа, ҡамыш алыуы.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2017

Ғәйнан Хәйри

Бөгөнгө йыр

Ҡайғырмағыҙ, дуҫтар,
Тауға менгән саҡта 
Тын ҡурыла,
Күкрәк ҡыҫыла;
Әгәр арыһа берәү, икенсеһе 
Ҡул һуҙырға тейеш дуҫына! 
Тар һуҡмаҡтан килдем 
Киң юлдарға – 
Тормош гөрләп торған илемә. 
Ҡояш менән алтын башаҡтар 
Бәреләләр минең йөҙөмә.
Беҙ һыуҙарҙан көслө ағабыҙ, 
Беҙ уттарҙан көслө янабыҙ.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152