Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сентябрь 2015

Марат Әминев

Фермерлыҡ – тырыштар, булдыҡлылар шөғөлө

 (Зифҡәт Сәйетғәлиев менән әңгәмә.)

Илдә тәүге крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойошторола башлауға сирек быуат самаһы ваҡыт үтеп киткән. Фермерҙар Рәсәйҙәге тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 10 проценты самаһын етештерә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар менән бергә иҫәпләгәндә иһә 52 процентҡа етә. Илдең егермеләп төбәгендә фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өлөшө 70 проценттан ашып китә. Рәсәй игененең 25 процентын, көнбағыштың 30 процентын тап фермерҙар етештерә.

 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2015

Раят ВӘЛИЕВ

Кисеү бирмәй Еҙем яҙҙарын

Хикәйә

1

Кискә табан көн боҙолдо. Яңы бөрөләнә башлаған ағас ботаҡтарын шаулатып һалҡын ел иҫә. Күк ҡарайып, алҡынып аҡҡан Еҙем тулҡындарында уйнаған ҡояш нурҙары һүрелгәс, әле генә балҡып торған яҙғы тәбиғәт күңел өшөткөс шыҡһыҙ төҫ алды.

– Гәрәй улым, мә, ныҡлап сырмат анауы бағанаға, – Абдулла бабай, киҙәнеп, ярға арҡан осон ташланы. Үҙе бот тиңенән һыуҙа торған килеш арҡандың осон

Артабан уҡырға


Сентябрь 2015

Алик Сәйетҡолов

Кузнецовтың яуҙашы – беҙҙең яҡташ

Кешелек тарихындағы иң ҡәһәрле, миллионлаған кеше ғүмерен ҡыйған Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына 70 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Был ғәрәсәттән иҫән ҡайтҡан һәм ошо көндәргәсә йәшәй алған иң йәш яугирҙарға ла хәҙер 90 йәш. Улар ҙа һирәгәйә бара. Бик күп әсәләр, яу яланынан «ҡара ҡағыҙ» алһа ла мөғжизәгә ышанып, һөйөклө ирҙәрен, ғәзиз балаларын, бәлки, иҫәндер, тигән өмөт менән ғүмер буйы көттө.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2015

Ҡамса Мортазин

Кәтибә апай тауышы

(Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына – 95 йыл )

Йылы йәйҙәр күкрәп уҙһа ла, һандуғастар моңо күңелдә йәшәй. Тик ғүмер миҙгелдәре алышынған һайын ғына йәндәй күргән аҫыл заттар һағындыра. Күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова менән дә шулай, ул яҙҙарын ташлап китһә лә, ҡабатланмаҫ тауышы күңелдәрҙә һаман да һаҡлана.

Шағирәнең тыуыуына 95 йыл тулыуҙы күҙ уңында тотоп, уның яҡты иҫтәлегенә бағышлап һүҙ әйтәһе килә. Уның тураһында ҡайһы бер иҫтәлектәр менән бүлешәһе бар. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында шағирә исемендә премия булдырыу ҡаралған.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2015

Рим Исхаҡов

Сараһыҙҙан ҠАСҠЫН яҙмышы

Спартак Ильясовтың «Биғылый» роман-хәтирәһен уҡығас («Ағиҙел», 2015 йыл, 1-2-се һандар), боронғо Һиндостандың аҡыл эйәһе Сидхартха Гаутаманың (Будда исеме менән танылыу алған) «Тормош – ғазап сигеү… Кеше был донъяға ғазапланыу өсөн тыуа» тигән фекере иҫкә төшә. Меңдәрсә йылдар элек әйтелгән был һүҙҙәр, әйтерһең дә, роман геройы Биктимерҙе күҙҙә тота һымаҡ. Ысынлап та, уның ер йөҙөндә йәшәгән 66 йыл ғүмеренең 40 йылдан ашыуы михнәт менән, ыҙа сигеп үтә. Бындай ҙа ғибрәтле тормошто Хоҙай өндә түгел, 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2015

Әнғәм Хәбиров

Әнисә сонеттары

Шағирәләребеҙҙең быуат башындағы ижадына яһаған «Аҫыл икән затың –  һүҙең булһын алтын» тигән күҙәтеүҙәремдә («Ағиҙел», 2011йыл, 8-9-сы һандар), Әнисә Таһирова хаҡында һүҙ барғанда, «аллитерация һымағыраҡ яңғыраған «Әнисә сонеттары» тигән баш аҫтында киң күләмле һәм тәрән йөкмәткеле үҙ аллы мәҡәлә яҙырға ла ваҡыттыр инде хәҙер» тигән уйҙарым менән уртаҡлашҡайным. Был бурысты йәшерәк быуын тәнҡитселәренә йөкмәү хәйерлерәк булыр, тигән теләгемде лә йәшермәгәйнем.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2015

Фердинанд БИГАШЕВ

Ҡабыҙғыс

Хикәйә

Иртә. Миллионлы ҡала өҫтөнә ҡояш ҡалҡа. Төҙөлөш майҙансығының мөйөшөндә, төҙөлөп ятҡан 12 ҡатлы йортҡа йәнәш, яңыраҡ ҡына ҡуйы йәшел төҫкә буялған бәләкәйерәк кенә прораб вагоны урынлашҡан. Эш сменаһы башланырҙан элек әлеңге иртәлә унда өс кеше бар.

– Яңы уҡыусыны ҡабул итеп ал, Солтан! Егеттең ташсы булырға теләге ҙур! – тип прораб Ильяс Зарипов, һаран йылмайып, иҫке булһа ла ыҫпай кейемле, 15 йәшлек малайҙы

Артабан уҡырға


Сентябрь 2015

Флүр Ғәлимов

Аҙғын тәүбәһе

Трилогия

Икенсе китап

ЙӘН ҒАЗАБЫ

«Ҙур сәнғәтте ҙур ғазаптар ғына тыуҙыра»

Лев Аннинский,

әҙәби тәнҡитсе

Беренсе бүлек

Барыһы ла һәйбәт һымаҡ... Ғаиләһе имен-аман, бизнестары алға бара

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152