Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Июнь 2015

Клара Әсфәндиәрова

Һуғыш осоронда – Башҡортостан госпиталдәре

Был яҙмамды 1943 йылда Өфөлә госпиталдә мәрхүм булған яугир Закир Әлмөхәмәт улы һәм күренекле ғалим-тарихсы Әнүәр Закир улы Әсфәндиәровтарҙың яҡты иҫтәлектәренә бағышлайым.

Һуғыш башланғас, республикала ике-өс аҙна эсендә госпиталдәр өсөн урын әҙерләнә. Беренсе сиратта 1019, 1320, 1738, 1739, 1740, 1741, 1742 һанлы госпиталдәр урынлаштырыла. Улар хатта ике-өс көндә әҙерләнеп яралыларҙы ҡабул итә лә башлай.

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Йәүҙәт Әхтәмов

Гвардия рядовойы Әхтәмов

Атайымдың хәрби юлына ҡағылышлы мәғлүмәт туплаған саҡта бынан ҡырҡ йыл элек Ейәнсура районының «Октябрь байрағы» гәзитендә уның мәҡәләһенә юлыҡтым.

Бына нимә тиелә яҙмала: «Ҡайҙа һеҙ, полкташтар? Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы залптары туҡталыуға утыҙ йыл тула. Әммә Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн алып барылған һуғыш картиналары һәм эпизодтары, дошман өҫтөнән еңеү яулап, һинең менән бергә һуғышҡан иптәштәр хәтерҙен сыҡмай.

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Шәүлиә Зөлҡәрнәева

Уҡытыусы, яҙыусы, яугир

(Яҙма иҫтәлектәр һәм хәтирәләр)

1985 йылда СССР-ҙа сәнәғәт һәм ауыл хужалыҡтарының 1941–1945 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Ҡыҙыл Армияны, Хәрби-Диңгеҙ флотын ҡорал, кейем, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә айырыуса ҙур өлөш индергән хеҙмәт коллективтары билдәләнде. Илдең бөтә предприятиелары араһында 4 колхоз: СССР-ҙың 60 йыллығы исемендәге (Кострома өлкәһе), «Гигант» (Татарстан), ХХ партсъезд исемендәге (Үзбәкстан) һәм «Ҡыҙыл партизан» (Башҡортостан, Учалы районы, Ахун ауылы). Ошо нигеҙҙә СССР Юғары Совет Президиумы Указы менән 1985 йылдың 4 майында 1-се Дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Афәтле һуғышҡа Ахундан 805 кеше китеп, күбеһе әйләнеп ҡайта алмай.

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Юлай Ғәйнетдинов

Бәҙри Мәмбәтҡолов тураһында 60-сы йылдар уртаһынан уҡ ишетеп белә инем. Ул йылдарҙа беҙҙең Баймаҡ районында легендар Башҡорт атлылар дивизияһының легендар эскадрон командиры тураһында белмәгән кеше булмағандыр ҙа. Берҙән, Бөйөк Ватан һуғышы геройы булһа, икенсенән ул Сибай педагогия училищеһының директоры ине. Ә Сибай педагогия училищеһында Урал аръяғы райондарының һәр ауылынан тиерлек уҡыусылар бар ине, асылда был уҡыу йорто ул заманда беҙҙең яҡ өсөн зыялылар әҙерләү үҙәктәренең береһе ине. Бәҙри Мәмбәтҡолов үҙе лә райондар буйлап йөрөгән, күрәһең, 1967 йыл йәй беҙҙең Таулыҡай ауылында булғанында беҙҙең өйгә инеп сәй эсеп сыҡты, таяҡҡа таянған, бер аяҡҡа ныҡ һылтыҡлай ине. Нәҫелеңде тәрән белмәү етемлектән киләлер инде: шунда әсәй,  

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

«Ни шагу назад!»

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ етәкселегенең, бигерәк тә Сталиндың СССР-ҙа, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүсе мосолмандар йәмәғәтселегенә, ғөмүмән, дингә ҡарашы йомшара төшә. Бында шундай ҡапма-ҡаршылыҡ күҙгә ташлана: һуғыш алдынан башланған «шәхес культы» золомоноң көсәйгән, алдынғы ҡарашлы зыялыларҙы, дини эшмәкәрҙәрҙе юҡ итеү киң ҡолас алған бер мәлдә бындай «йомшарыу» ышандырмай 

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Әхмәр Үтәбай, Марат Әминев, Фәнил Күзбәков

БРИКС  донъяның ҡеүәтле илдәре ойошмаһы

8-10 июлдә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең саммитары үтәсәк. БРИКС – Бразилия, Рәсәй,  Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаларын берләштергән ойошма. Был илдәр донъялағы ҡоро ерҙең 30 процентын, халыҡтың 42 процентын берләштерә, донъя иҡтисадының 20 проценттан ашыуырағы ошо илдәр өлөшөнә тура килә. Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, 

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Талха Ғиниәтуллин менән әңгәмә

«Үҙемде яҙыусы тип әйтергә һаман тел әйләнмәй...»

Бәләкәйерәк буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, яҙыусы тышҡы ҡиәфәте менән башҡа олоғайған кешеләрҙән бер ҙә айырылып тормай кеүек. Бер күҙенең бөтөнләй күрмәүен, насар ишетеүен дә белгәс, бер аҙ уны йәлләп, аяуһыҙ тормошҡа әсенеп ҡуяһың. Бына ул һөйләй башлай… Чеховҡа һоҡлана, әҫәрҙәренән оҙон өҙөктәр килтереп (хәтеренә аптырарһың), уның оҫталығын һүрәтләй, Бальзак, Гете кеүек классиктар әҫәрҙәрендәге  көслө һәм йомшаҡ яҡтарҙы асыҡ әйтеп бирә, ғөмүмән, донъя әҙәбиәтен бик яҡшы белә. Уға маһайыу, ҡыланыу, кемгәлер ярарға теләү бөтөнләй хас түгел. Эсендәге – тышында. Шул уҡ ваҡытта яҙыусы булараҡ үҙ баһаһын белә, башҡалар хаҡында ла бары тик әҫәрҙәренең кимәле буйынса фекер йөрөтә.

Артабан уҡырға


Июнь 2015

Әнғәм Хәбиров

«Яныр инем артыш булып...»

Бынан байтаҡ йылдар элек, «Ағиҙел» журналы редакцияһы Аксаков урамындағы 62-се һанлы йорттоң 7-се ҡатында өйҙәш ҡатын хәлендә көн күргән заманда, журналдың ул саҡтағы баш мөхәррире Булат Рафиҡов бүлмәһендә икәүҙән-икәү генә әҙәбиәткә, айырыуса әҙәби тәнҡиткә, уңың торошона бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләшеп ултырғаныбыҙ хәтерҙә. Әңгәмәнең был тема тирәһендә барыуы юҡтан ғына булмағандыр, күрәһең. Сөнки тап шул осорҙа, янып-бешеп илде үҙгәртеп ҡорорға керешкән мәлдә, әҙәби тәнҡиттең кәрәклеге-кәрәкмәгәнлегенә, уның артабан да йәшәргә хоҡуғы бармы-юҡмы икәнлегенә шикләнеберәк ҡараусылар ҙа күренгеләп ҡуйҙы.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143