Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ноябрь 2015

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Бергә ҡартайҙылар

– Атаһы, быйылғы ҡышты иҫән-һау сыҡһаҡ, алдағы йылдарға Дәүләтбикә- беҙ ҡул араһына инә башлар. Анау Гәрәй байға көлтәләрҙе нисек бәйләште, ололар кеүек тотона бит! Ураҡ урыуына ла һоҡланып ҡарап торҙом. Үҫеп килә шул ҡыҙыбыҙ, үҫеп килә, үҙе бер йыуаныс, бер терәк инде.

Иртәнге сәйҙе эсә-эсә Мәрйәм апай ихласлыҡ менән үҙ тормоштары хаҡындағы уйҙарын түгә башланы. Киләсәктә донъялары, һис шикһеҙ, ҡотайып китер кеүек уға. Тәминдәр ағайҙың да кәйефе күтәренке генә, ҡатынының һүҙҙәрен һәүетемсә генә ҡеүәтләп ултыра.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2015

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Утҡа ташланырмынмы йәки Донъяның режиссеры булһам…

“Бәхәс” рубрикаһы сиктәрендәге яңы проект “Донъяның режиссеры булһам...” тип атала. Унда иң беренсе нәүбәттә театрҙар, киностудиялар, филармониялар, мәҙәниәт йорттары режиссерҙары сығыш яһар, тип көтәбеҙ. Башҡа һөнәр кешеләре лә: яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, уҡытыусылар, табиптар, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡуйылған проблемаға битараф булмаусылар был проектта ҡатнаша ала. Уларҙа журналист мотлаҡ рәүештә: “Донъяның режиссеры булһаң, уны нисегерәк итеп ҡорор инең?” – тигән төп һорауҙы бирәсәк.

Бисмиллаға билдәле актер һәм режиссер, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры директоры Азат ЙЫҺАНШИН менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

 

Артабан уҡырға


Ноябрь 2015

Журнал уҡыусылар ижады

Флүрә ХӘЛИЛОВА

Шиғриәт

Үҙең теләгән ваҡытта

Булһа ла бәйләп бәйләм,

Тәбиғәт бирмәһә һәләт,

Шиғыр яҙалмай ҡәләм.

 

Шиғыр ул – йөрәк ялҡыны –

Тынғы бирмәҫ йән икән.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2015

Рауил БИКБАЕВ

Шағир доғалары

Шағирҙы аңлар өсөн уның тыуған ерендә булырға кәрәк тигән Гете. Әле һүҙем Дағстандың халыҡ шағиры Магомед Ахмедов тураһында. Авар халҡының был арҙаҡлы улы тыуып үҫкән тауҙар илендә мин ике тапҡыр булдым. Икеһендә лә бөйөк Рәсүл Ғамзатовтың шиғриәте тыуҙырған ғәжәп тантанаға – ошо ерҙә матур традицияға әйләнгән «Аҡ торналар» байрамына саҡырылып килдем. 2007 йылдың сентябрендәге тәүге килеүемдә Махачкалалағы осрашыуҙарҙан һуң Гуниб яҡтарына – Магомед Ахмедовтың тыуған төйәгенә юлланғайныҡ. Былтырғы көҙгө сәйәхәтемдә Рәсүл Ғамзатовтың яҡташтары менән аралашырға, уның тыуып үҫкән йортон күрергә, йүгереп йөрөгән һуҡмаҡтары буйлап үтергә насип иткәйне.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2015

Шакир ЯНБАЕВ

Боҙ тамуҡ

Хикәйә

Мин үҙем башҡортмон, тик күп ғүмерем үзбәктәр араһында үтте. Шуға күрә һөйләгәндә ҡайһы бер үзбәк һүҙҙәрен ҡыҫтырып ебәрһәм, аптырамағыҙ. Мәңге уңалмаҫ яра булып күкрәгемдә һаҡланған, төштәремә инеп яфалаған ваҡиғалар – үзбәк туғандар хаҡында. Егерме дүрт йәшемдә баҫмасылар менән һуғышта яраланып, икенсе группа инвалид булып, тороп ҡалдым мин Фирғәнәлә. Ошонда үҙебеҙҙең Уралдан яҙмыш елдәре ташлаған Ғәйшә исемле ҡыҙҙы осратып, өйләндем, бергәләп донъя көтә башланыҡ. Инвалидмын тип өйҙә ятманым, төҫлө металдар базаһында мөдир булып эшкә урынлаштым

Артабан уҡырға


Ноябрь 2015

Миңниса Баһуманова

Бөркөт саңҡыуы

Хәтернамә

Әҙәби оҫталыҡ, тема киңлеге кәрәк

«Совет Башҡортостаны» гәзите (1983, 20 октябрь) тәүге китаптарын тәҡдим итеп, үҙҙәренең ижади йөҙөн күрһәтергә өлгөргән йәштәр менән «Шиғри форма. Йөкмәтке. Заман» тигән темаларға әңгәмә ойошторҙо. Шағирә Тамара Ғәниева алып барған был һөйләшеүҙә Элмира Сәсәнбаева, Таңһылыу Ҡарамышева, Риф Тойғонов, Аҫылғужа фекер алышты. Аҫылғужаның әйткәндәре уның ижади уйланыуҙарын сағылдыра. «...Верлибрға

Артабан уҡырға


Ноябрь 2015

Ғәлимә Галина

Яңы әҙәбиәткә нигеҙ һалыусы

(Афзал Таһировтың тыуыуына – 125 йыл)

Күренекле дәүләт эшмәкәре, башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы әҙиптәрҙең береһе – Афзал Таһировтың сираттағы юбилей датаһы Рәсәйҙә, Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылына тура килеүе, ниндәйҙер кимәлдә, символик мәғәнәгә эйә. Афзал Таһиров ҡатмарлы, ил тормошоноң һынылышлы мәлдәрендә яуаплы вазифалар башҡарыуына ҡарамаҫтан, әҙәбиәт үҫешенә ҙур иғтибар биргән. Тик нәфис әҙәбиәт ярҙамында ғына юғары әхлаҡлы, мәҙәниәтле яңы йәмғиәт ҡороп булғанлығын аңлағанға күрә, үҙ заманы талабына ярашлы әҫәрҙәр ижад иткән.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2015

Ғиниәт Ҡунафин

МАЯҠ БУЛЫРҘАЙ САҒЫУ ИЖАД, МӘҒӘНӘЛЕ ТОРМОШ

(Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына – 90 йыл)

 

Китап кәштәһенән алып, был йыйынтыҡтың кәрәкле битен эҙләй башланым. Ә китап – халҡыбыҙ рухи донъяһының торғаны бер бәләкәй энциклопедияһы. Уның биттәрен Башҡортостаныбыҙ ғорурланырҙай ижад кешеләренең фотоһүрәттәре, био-библиографиялары биҙәй. “Писатели земли башкирской” (2006) тип атала ул китап. Унда урын алғандар араһында арабыҙҙан киткәндәре лә, бөгөн ең һыҙғанып ижад иткәндәре лә бар.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152