Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Февраль 2017

Рәми Ғариповтың тыуыуына – 85 йыл

БАҒЫШЛАУҘАР

Рауил Бикбаев

Рәми Ғариповҡа
Был донъяның иркә улы булып
Йәшәүҙәр юҡ беҙгә кинәнеп.
Һиндә – Салауаттың яралары,
Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең.

Ҡайҙа барһам, әсе моңдай сыңлап,
Йөрәгемдә бергә килерҙәр:

Шәһиттәрҙең ҡаны аҡҡан боҙҙар,
Зөбәйҙәрҙән ҡалған күмерҙәр.

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Рауил Бикбаев

Мәүлит Ямалетдиндың бүләктәре

Мәүлит Ямалетдиндың “Ирәмәл” тигән тәүге шиғри йыйынтығы 1978 йылда – шағир утыҙ бер йәшен тултырғанда сыҡ­ты. Егерме бер йәшендә беренсе китабы баҫылған Рәшит Назаров менән сағыш­тырғанда, был шатлыҡты Мәүлит ун йылға һуңыраҡ кисергән. Ләкин беренсе китабыңдың ҡасан донъя күре­үенән дә бигерәк нисек, ниндәй сифатта сығыуы иң мөһиме бит. “Ирәмәл” тигән йоҡа ғына йыйынтыҡ уның авторы өсөн генә түгел, шул замандағы тотош башҡорт шиғриәте өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Рәмил Ҡол-Дәүләт

Килен

Башҡортостаным, илем, 
Яҙалмай бер ҙә билен, 
Гүйә, мыжыҡ ҡәйнәһенә 
Хеҙмәт итеүсе килен.

Баш күтәрмәй хеҙмәт итеү – 
Киленгә яҙған яҙмыш. 
Инәйемдең үткәненән 
Ул яҙмыш миңә таныш.

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Ғарифулла Япаров

ТӘҠДИР

Хикәйә

Урманлы тауҙар ҡосағында урынлашҡан Кесебей атамалы урыҫ ауылы, шәмбе кисе етһә, йәмләнеп, йәнләнеп, төрлө шау‑шыуға күмелә. Ауыл уртаһындағы клубтан, шатлыҡлы көлөү тауыштарын, шаярған ҡыҙҙар сырҡылдауын баҫып, ауыл өҫтөнә гармун моңо тарала. Уға ҡушылып йырлаған күмәк кеше араһынан көслө күкрәк тауышы айырылып тора: “Степь да степь кругом…”

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ТУРАЙҒЫР ҺАБАҒЫ

Хикәйә

Иршат менән Зәлиәнең өйләнешеү хаҡында белдергән теләгенә ике яҡтан да ата-әсәләре аяҡ терәп ҡаршы торҙо. Яҡын да килмәнеләр. Тыңларға ла теләмәнеләр. Йәштәр иһә үҙҙәренсә эш итте, дөрөҫөрәге, ата-әсәләренең һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне. Район загсына барып никахтарын теркәргә ғариза бирҙеләр, туй үткәреү мөҙҙәтен дә билдәләнеләр. Кисә генә мәктәп партаһы артында ултырған балалар тимәҫһең үҙҙәрен.

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Әхмәтхан ӘБҮБӘКӘР

КЕШЕГӘ ИСЕМ БҮЛӘК ИТӘЛӘР

Хикәйә

Дерхаб!” – иң яҡшы маҡтауға лайыҡ һүҙ.
Хөрмәтлеләрем, был һүҙ менән артыҡ мауыҡҡаныма мине шелтәләмәгеҙ – һәйбәт кешеләр менән осрашҡан һайын уны ҡабатларға әҙермен. Был һүҙ беҙгә әллә нисә быуат хеҙмәт итһә лә, йыш ҡабатлауҙан саҡ ҡына ла күрке ҡайтманы, ә аҫылташтай шымарҙы ғына. Иң тыйнаҡ туйҙа ла, бик ҡупшы тантаналарҙа ла, Дупе тауының яланғас түбәләренән алып Цудахарҙың текә ҡаяларына тиклем – һәр ҡайҙа: илемдең тигеҙлектәрендә лә, тауҙарында ла – мәғәнәһе иң ихлас һәм иң изге теләктәрҙе аңлатҡан был ҡөҙрәтле дарғын һүҙе яңғырап, ҡолаҡты иркәләй. Иң хөрмәтле ҡунаҡты ике яҡтан да “Дерхаб!” тип йөпләгәндәй, был һүҙҙән геджух шарабы менән тулы мөгөҙҙәрҙәге һәм бокалдарҙағы 

Артабан уҡырға


Февраль 2017

Камил ЙЫҺАНШИН

ДОНЪЯ БЕРӘҘӘГЕ

Тайга бәйәне

III бүлек

Януарҙарҙы юҡ итеү – кешегә уның 
үҙен киләсәктә нимә көтөрөнә ишара ул.
Бернгард Гржимек.

31. Әсирлек
Даға, сираттағы килеүендә, Степанға һунар идаралығының бандеролен алып килде.
– Степан Ермилович, бурысығыҙҙы түләп бөтмәнегеҙ, һуңлатҡан өсөн проценттары өҫтәлә бара бит, – тип иҫкәртергә лә онотманы.
– Беләм мин, беләм. Түләрмен

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Рәшит ШӘКҮР

ЙӨРӘКТӘГЕ ЯҘМАЛАР

Хәтирәләр

IV БҮЛЕК

Ғилем һәм ижад үрҙәре

1. Гүзәлһең дә ул һин, Мәскәү...

Шулай итеп, миңә, күптән фән кандидаты булаһы кешегә, ниһайәт, аспирантура ишеген ҡайырып асырға насип булды. Тулыһынса ғына хыялымдағы тура юлдан, йәғни әҙәбиәт белгесе булам, әҙәбиәтебеҙ тарихын, Аҡмуллалар мираҫын өйрәнәм тигән ниәтемдән ситләштем инде – нишләйһең, сараһыҙлыҡтан, әлбиттә. Юғиһә, бөтөнләй буш тороп ҡалыуым да бар ине. Ә бит мин шул уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан да әҙәбиәт буйынса аспирантураға керә алыр инем.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138