Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Декабрь 2015

Мирас ИҘЕЛБАЕВ

Боронғо һәм урта быуаттар төрки һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте

Ауыҙ-тел әҙәбиәте – профессиональ авторҙың телдән сығарылып, тексын үҙгәртмәйенсә телдән таратылған һәм уның үҙенең конкрет уй-ҡараштары, эстетик идеялдары, индивидуаль стиле, һүрәтләү саралары сағылыш тапҡан ижад емеше. Уның аҙаҡ ҡағыҙға теркәлеүе мөмкин. Әммә быға тиклем күпмелер ваҡыт, киң ҡатлам тыңлаусыһына барып еткәнсә, автор йәки бүтәндәр тарафынан телдән таратылырға тейеш. Ижад ителгән мәлендә үк әйтеп тороу йәки башҡа саралар ярҙамында ҡағыҙға яҙҙыртып ҡуйылған әҫәрҙәр ауыҙ-тел әҙәбиәтенә ҡарай алмай. Әҙәбиәт ғилемендә был термин әлегә ныҡлап урын алмаған, һүҙлектәргә һәм энциклопедияларға ла ныҡлап инеп өлгөрмәгән. Уның донъя һүҙ сәнғәтендәге күренеше хаҡында һүҙ алып 

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Сыңғыҙ АЙЫТМАТОВ

Ул менән күрешеү

Хикәйә

Чордон ҡарт өйөнә ниндәйҙер сәйер хәлдә ҡайтып инде. Ул нимәгәлер борсола йәки тынысһыҙлана инеме, әллә хәсрәткә тарып, ҡайғыға батҡайнымы, ҡыҫҡаһы, ҡатыны шунда уҡ аңғарҙы: ҡарт менән ниҙер булған. Эштең нимәлә икәнлеген асыҡлағас, ул хайран ҡалды, ни эшләргә лә белмәне. Чордон уйлаған нәмә шул тиклем сәйер, башҡа һыймаҫлыҡ булып тойолдо: ҡартлыҡ алйотлоғо йәки һармаҡлығымы, әллә башҡа нәмәме, ләкин был үҙ аҡылындағы кешенең ҡылығына бер нисек тә тап килмәй ине.

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Рим Исхаҡов

Яҙыусыға баһаны уҡыусы ҡуя

Бер көндө ауыл китапханаһына уҡыған китабын тапшырырға бер апай килеп инде. Китапханасының: “Йә, нисек, оҡшанымы?”– тигән һорауына әлеге апай: “Оҡшаны, оҡшамаған ҡайҙа. Айырыуса, бынауһын илай-илай уҡыным”,– тип яуапланы. Ҡыҙыҡһынып, иғтибар итә ҡуйҙым: һүҙ Хәйҙәр Тапаҡовтың “Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы” (Өфө, 2013 йыл) тип исемләнгән повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы хаҡында бара икән. Ғәҙәттә, әҙәбиәт ғалимдары яҙыусы ижадын әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемаларҙың актуаллегенән, художестволы образлылыҡ, тел-стиль, сюжет-композиция үҙенсәлектәре яғынан сығып баһалай. 

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Зәки Әлибаев

Донъя рухын ҡотайтыр моң

Киң эпик ҡоласлы башҡорт прозаһында тарихи роман жанры ғәҙәти күренеш. Ҡасандыр ХХ быуаттың 70-се йылдарында тәүге аҙымдарын яһаған, халыҡ тарихына иғтибар төбәгән жанр милләтебеҙҙең «аҡ биттәре»н асыусы ла, боронғоно объектив яҡтыртыусы ла, уҡыусыны йәлеп итеүсе лә. Бөгөнгө көндә халҡыбыҙ тарихының әле бер, әле икенсе осорон һүрәтләгән, тарих төпкөлдәрен иңләгән әҫәрҙәр сығып тора. Мирас Иҙелбаев «Юлай улы Салауат» романы менән милли батырыбыҙ образына өр-яңы штрихтар өҫтәһә, яңыраҡ ҡына «Иҙел йорт» романының тәүге «Үҫмер егет менән ат башы» тигән китабын уҡыусылар хөкөмөнә сығарҙы.

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Флүр Сибәғәтов

XIX быуат –ХХ быуат баштары башҡорт рухи мәҙәниәте һәм әҙәбиәте тураһында яңы хеҙмәт

Ҡунафин Ғ.С. XIX – ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре. – Өфө: Полиграфкомбинат, 2014. – 740 б.

Бөгөнгө Рәсәй әҙәбиәт ғилеме фәнендә идея-эстетик йөкмәтке, ижади принциптар һәм жанрҙарҙың үҫеш үҙенсәлектәрен тикшереү, хәҙерге әҙәби үҫеште күрһәтеүсе төп фактор булараҡ, сағыштырмаса ныҡлы үҫеш ала. Бындай тикшеренеүҙәрҙең актуаллеге беренсе сиратта илебеҙҙә һуңғы ике тиҫтә йылда барған демократик үҙгәрештәр менән бәйле булып, алдағы осор әҙәби-мәҙәни ҡомартҡыларын һәм яҙма әҫәрҙәрен яңы объектив ҡараштан сығып барлау һәм баһалау бурысын ҡуя.

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Йыһат Солтанов

БОЛАН БАЛАҺЫ

Драма 3 шаршауҙа

Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында “Аҡ тирәк – Күк тирәк”, “Сөйөмбикә-һылыу”, “Ил Инәһе”, “Болан балаһы”, “Арҡайым”, “Башҡорттар” тигән пьесаларымды ижад итергә ниәтләндем. Тәүге икеһе яҙылып та, бер ҡайҙа ла үтмәгәс, ҡалғандары йә уйланылғын, йә башланған да ташланған хәлендә йөрәгемдә төйөрләнеп йөрөгәйне, һикһән йәшем тулыр көндәрҙә ошоноһон осларға насип булды. Сәхнәгә менмәһә лә, әҙәби әҫәр кимәлендә ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайым.

Автор.

Ҡ а т н а ш а л а р:

 

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Флүр Ғәлимов

Аҙғын тәүбәһе

Трилогия

Өсөнсө китап

ЙӘН ДАУАҺЫ

Икенсе бүлек

Салауат микробаҙарҙа Зөлфиәнең апаһын осратты.

– Иҫәнме, Әлмира, эштәрең нисек? – Салауат ҡарашын аҫтан өҫкә йүнәлтте. Сөнки Әлмира былай ҙа буйсан булыуына ҡарамаҫтан, бейек үксәле туфли кейгәйне.

– Бер көйө. Үҙегеҙ нисек? – Һылыу ҡатын уға һораулы ҡиәфәттә төбәлде. – Ҡатынығыҙ менән айырылышҡанһығыҙ, тип ишеткәйнем…

– Шулайыраҡ килеп сыҡты…

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Нәжибә ӘМИНЕВА

Оптимист

Ҡар аҫтында ағастар,

Ҡар аҫтында үләндәр.

Гүйә, кәфенгә төрөнгән

Гүйә, улар үлгәндәр.

 

Япраҡ ярыр яҙ ағастар,

Йәшәрерҙәр үләндәр.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143