Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Октябрь 2015

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Аксаков көндәре – XXV

Республикабыҙҙа 25-се тапҡыр уҙғарылған халыҡ-ара байрам баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев паркында башланды. Бында Сергей Тимофеевич Аксаков булып кейенгән артист барыһын да мәшһүр яҙыусының тормош юлы менән таныштырып ҡаршыланы.

Күргәҙмәләр эшләне, сәнғәт коллективтары матур тамашалар ойошторҙо.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, ҡырҙан килгән ҡәҙерле ҡунаҡтар, үҙебеҙҙең әҙиптәр менән күрешкәс, халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ҡәберенә лә гөлләмә һалдылар. Әҙәби байрамда халыҡ шағиры Рауил Бикбаев С. Аксаковтың «Ауылға хат» 

Артабан уҡырға


Октябрь 2015

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Башҡорт мәҙәниәтенең аҡһаҡалы

(Билдәле журналист Ә. Ш. Ҡотошовтың тыуыуына – 115 йыл)

36 йыл ғүмерен башҡорт совет матбуғатын үҫтереү эшенә арнаған был кешегә ошо көндәрҙә 115 йәш тулған булыр ине. Һүҙ яҡташыбыҙ, марксизм классиктары хеҙмәттәренең иң камил тәржемәсеһе, башҡорт әҙәби телен булдырыуға, уны билдәле бер дәрәжәлә тәртипкә һалыуға ҙур өлөш индереүсе зат, Башҡортостандың өлкән журналисы Әхмәт Шаһиәхмәт улы Ҡотошов (1900 – 1973 йылдар) тураһында бара.

Артабан уҡырға


Октябрь 2015

Вәхит Хызыров

Ғәлибай малайы яҙмалары

Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы, тиҙәр. Был һүҙҙәр танылған йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Халыҡ-ара, Башҡортостан һәм Рәсәй конкурстары лауреаты Вәхит Хызыровҡа туранан-тура ҡағыла. Сәнғәт һөйөүселәр Вәхитте оригиналь репертуарлы, үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығына эйә актер, һоҡланғыс юмор һәм сатира оҫтаһы итеп белә. Ул, әгәр ҙә йырсы булып китмәгән осраҡта ла, моғайын да, театр актеры булыр ине. Үҙ-ара һөйләшкәндә уға: «Йырлап әрәм булып йөрөйһөң, театр һинең йөҙөңдә үҙенең бөйөк актерын юғалтҡан...» – тип шаяртып әйткәнебеҙ ҙә бар. Әммә был һүҙҙәр йырсы Вәхит Хызыровты һис тә кәмләү түгел. Сөнки Вәхит актер булған осраҡта ла барыбер йырлар ине.

Артабан уҡырға


Октябрь 2015

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ИМАНЛЫ ХАЛЫҠ – КИЛӘСӘКЛЕ

Миллиардтарса кешенең меңәр йылдар һуҙымында үҙ-үҙен һынаған дини тәғлимәт һаман да йәшәүен дауам итә һәм бер быуын донъялыҡтан киткәндән һуң тағы ла шунсама кеше дингә килә икән, тәғлимәттәрҙең тәғлимәте – дин. Икенсе һүҙ менән әйткәндә – кешелектең йәшәү Конституцияһы. Мораҙым бей ишандың нәҫеле, көслө рухлы, арҙаҡлы шәхесебеҙ Салауат Килдин менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә һүҙ иман, дин, халыҡ яҙмышы хаҡында бара.

– Һәр халыҡтың мәҙәни донъяһында үҙе тотҡан диненең әһәмиәтенә килгәндә, иң тәүҙә, моғайын да, әхлаҡи ҡиммәттәр юҫығында ҡарау урынлылыр. Хәйер, был хәл-күренеш аксиомаға тиң. 

Артабан уҡырға


Октябрь 2015

«Әҙәби нағыш» - юлда, ижадта

Салауат ҡалаһында байтаҡ йылдар инде «Сатҡылар» әҙәби түңәрәге эшләп килә. Күптән түгел миңә был ҡалала китап һөйөүселәр, ҡәләм тибрәтеүселәр менән осрашырға насип булды. «Ағиҙел»гә «Сатҡылар» ҙан бер нур һапламы тәҡдим итәм.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

 

«Ағиҙел»гә – «Сатҡылар»ҙан нур һапламы

Фәниә Һөйәрембәтова

Артабан уҡырға


Октябрь 2015

Миңниса Баһуманова

Бөркөт саңҡыуы

Хәтернамә

«Һеҙ тормошто белмәйһегеҙ, сөнки биографияғыҙ урта мәктәп – армия – юғары уҡыу йорто – редакция тирәһендә генә сикләнә...» Заманында йәш шағирҙарҙы өлкән ағайҙар шулай тәнҡитләй торғайны. Был фекерҙең хаҡлы түгеллеген иҫбат иткәндәрҙең береһе булды Аҫылғужа.

Уның тормошо ике өлөштән торған кеүек: бер яҡта, етемлектә үткән балалыҡ һәм үҫмер сағы, икенсе яҡта – үҙ аллы тормош. Ауыр булһа ла кеше көнлө түгелһең, үҙең тапҡан татлыраҡ та, ҡәҙерлерәк тә.

Артабан уҡырға


Октябрь 2015

Гөлнур Нәбиуллина

ЗИННУР УРАҠСИН ИЖАДЫНДА МОСОЛМАНЛЫҠ ЭҘЕ

Телсе ғалим Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың (1935 – 2007) «Һыу башы» (1976), «Күтәрелә күк томан» (1981), «Күҙ нуры» (1992), «Көрәш» (2002), «Әрем әсеһе» (2002), «Ҡарат» (2005), «Һикәлтәләр» (2006) исемле бер-бер артлы донъя күргән китаптары яҙыусының күңелендә тел ғилеме менән әҙәбиәттең бер ҡатарҙан йәшәүе тураһында һөйләй. «Әҙәби ижад – минең ял ваҡыттарында башҡарған эшем, илһамланып киткән саҡтарымда тынғыһыҙ ғилми тикшеренеүҙәр, ойоштороу мәшәҡәттәре араһында ла яҙғылап ҡуям. ...Әҙәби ижад менән шөғөлләнеү кешегә дәрт, илһам бирә, күңелде ярһыта, йыуандыра

Артабан уҡырға


Октябрь 2015

Әхмәт Сөләймәнов

УЙМАҠ ХИКӘЙӘНӘН – ЭПИК КИҢЛЕКТӘРГӘ

(Зиннур Ураҡсиндың тыуыуына – 80 йыл)

«Зиннәт был дүрт ҡатлы мөһабәт бинаның эсенә ҡапыл ғына инә һалып китмәне. Уның алға сығып торған ҡыйығын терәп торған алты бағана араһында туҡтап ҡалды. Ниңә был йыуан бағаналарҙы, шыма ғына итмәй, ҡырлы-ҡырлы яһағандар икән? Ос яҡҡа нәҙегәйә барып бейек өсмөйөшлө маңлай ҡыйығын ышаныслы терәп торалар. Зиннәт тышҡы ишек янында туҡтап ҡалды. Инер алдынан йәп-йәшел генә гимнастеркаһын, ҡайышын һалдаттарса һыпырып, рәтләп ҡуйҙы. Әйтерһең, командир янына инергә йыйына» (5, 4). Зиннур Ураҡсиндың 2004 йылда яҙылып, вафаты алдынан ғына донъя күргән «Мәрмәр баҫҡыстар» повесы бына шулай башланып китә. Ошо юлдарҙы уҡығас уҡ, миндә ике төрлө хәтирә уянды. Бәй, 1961 йылдың йәйендә ошо йорт 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138