Июль 2016
Таңһылыу Ғүмәрова
Һалҡын алдырып дауаханаға яттым. Ике көндән хәлем еңеләйҙе, палатала бергә ятҡан кешеләрҙе күҙәтә башланым: береһенән-береһе йәшерәк ҡатындар бәләкәстәрен ҡосаҡлап ултыра... Балаҡайҙары йүткерә, температуралары юғары, күрәһең, ыңғырашалар. Бойоҡ әсәләрҙе бәпкәләрен ҡанат аҫтына алып ултырған инә ҡаҙҙарға оҡшатып ҡуйҙым.
Бер-беребеҙгә өйрәнгәс, йәш әсәйҙәр менән танышырға булдым. Сибәр ҡатындар, исемдәре лә есемдәренә тура килеп тора: Мәҙинә, Гөлсирә, Йәмилә. Һәр береһенең икешәр балаһы бар. Бергәләп сәй эстек, ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә һөйләшеп алдыҡ. Балаҡайҙары ла төҙәлеүгә бара, уларҙың шат йөҙҙәрен күреп, әсәләренең дә йөҙҙәре яҡтырҙы. Ләкин бер төн
Артабан уҡырға
Июль 2016
Хәйҙәр ТАПАҠОВ
Хикәйә
Биртенеп өйҙә ултырам. Поликлиникаға барғайным, табип ыуынырға тип әллә ниндәй ҡырҡыу еҫле дарыуҙар яҙып ташланы, көндө ҡоро итмәй физкабинетҡа йөрөргә ҡушты. Унда ҡалһа система ҡуйып, уколдары менән беләк-янбаштарымды иләктәй тишкеләп бөтөрҙөләр, өҫтәүенә ҡатыным, ҡулым ғәләмәт килешә тип, мине, бер ҡатлыны, ышандырып, һыҡмалы майҙар менән сәнсеү алған умыртҡа буйын һылап аҙаплана. Дауаларҙың, ҡабул иткән процедураларҙың файҙаһы аҙ, әйтерһең, билем тапҡырына бихисап утлы энә ҡаҙағандар ҙа, тәнемдәге шул осло, үткер шырауҙар үҙәккә үткәреп ауырттыра. Сир тауҙай килеп баҫһа ла, сарпыуы мыҫҡаллап сыға, тигәндәре ысындыр. Таш түшәмгә ҡарап ятыуҙан тамам ялҡып
Артабан уҡырға
Июль 2016
Марат КӘРИМОВ
Миңә татар шағиры Мөхәммәт Мирзаның «Ағиҙелдә аҡ пароход» исемле китабына ингән шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итеү итдиҡаты тейҙе. Автор үҙе шулай теләгәйне. Китап нәшриәттә баҫылып сыҡҡас, шул уңайҙан бәләкәй генә сәй мәжлесе үтте. Унда әле типография еҫе лә бөтмәгән әлеге йыйынтыҡты тантаналы рәүештә авторға тапшырыу булды. Һүҙ араһында «баш»:
– Тәржемәңдә татар һүҙҙәре ҡалманымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Бер һүҙ ҡалды, – тинем, йөҙөмә борсоулы төҫ сығарып. – Тегеләй ҙә былай ҙа итеп ҡараным, әммә башҡортсаға тәржемәһен тапманым. Теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, ғәйеп миндә.
Бөтәһе лә ҡолаҡтарын ҡарпайтты:
Артабан уҡырға
Июль 2016
Иҙрис НОҒОМАНОВ
тарихи-документаль роман
Инеш һүҙ
Кантондар хаҡында күп яҙылған, әле унан да күберәк һөйләнелә. Уларға арнап йырҙар сығарғандар, риүәйәттәр ижад иткәндәр. Кем әйтмешләй, кантондың да төрлөһө булған. Йырҙары ла, әлбиттә, булмыштарына торошло. Бына, мәҫәлән, заманының киң мәғлүмәтле, уҡымышлы кешеһе Әлмөхәмәт кантонға ҡарап:
Һаҡмар ғына һыуҙың буйҙарында
Тутый ялан кеүек тә ер ҡайҙа?
Артабан уҡырға
Июль 2016
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Бикмәтовтар хаҡында кәлимә
Ике ут араһы – халыҡ менән власть араһы...
Әгәр ҙә ошо араны тоташтырып тороусы кеше, халыҡ юлбашсыһы, саҡ ҡына һаҡһыҙлыҡ күрһәтһә, йә «һығылмалы» булмаһа, ике яҡтың да мәнфәғәтен күҙәтеп эш итмәһә, үҙенең шәхси мәнфәғәтен генә ҡайғыртһа, ошо ике утты бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйып, сәкәштереп, оло янғынға әүерелдереп ебәреүе, үҙе лә шул янғында янып, көлгә ҡалыуы бар. Был осраҡта ике яҡ та зыян күрә: халыҡ – ул мәңгелек, имгәнһә лә, һаҡланып ҡала, властың иһә бөтөнләйе менән юҡҡа сығыуы ихтимал.
Артабан уҡырға
Июль 2016
Әҙип тормошо
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Ноғман Сөләймән улы МУСИНҒА – 85 йәш
Ноғман Мусин – иллегә яҡын проза китабы авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй тәбиғәтен һаҡлау отличнигы. Халыҡ яҙыусыһының проза һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеген һис икеләнеүһеҙ әҙәби ҡаһарманлыҡ тип нарыҡларға мөмкин! Ысынлап та, мәшһүр әҙиптең бай тел менән яҙылған талантлы әҫәрҙәрен нисәмә быуын йотлоғоп уҡый, уҡыясаҡ.
Артабан уҡырға
Июль 2016
Тимер НИӘТШИН
 |
Тигеҙ генә йәшәп йөрөгәндә
Нәфсе тайып китеп, йығылһам,
Йә булмаһа, аҡ көн үҙәгендә
Кеше килештермәҫ эш ҡылһам;
Ни эшләйем тәүге минутымда?
Минут түгел, мәлдә оялам.
|
Артабан уҡырға
Август 2016
Радик ХӘКИМЙӘН
Уяу булайыҡ!..
1941 йылда тыуған
һуғыш осоро балаларына бағышлана
Беҙҙең тыуыу шатлыҡ булды микән?..
Тыуғанбыҙ бит һуғыш башланғанда,
Халҡым өсөн иң ҡайғылы мәлдә,
Ил өҫтөнә дошман ташланғанда.
Артабан уҡырға