Август 2016
Талха ҒИНИӘТУЛЛИН
Кавалер – ул мин, Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы, рядовой пехотинец, ә госпиталдән һуң 5-се гвардия кавалерия дивизияһының рядовой «копытнигы» һәм Рәсәй Федерацияһының рядовой гражданы.
Дан ордены революцияға тиклем урыҫ һалдаты йәйәүле һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнгән Георгий тәреһен алыштырған, тиҙәр. Бер Георгий тәреһе алған рядовой һалдат һалымдан азат ителгән, икәүҙе алһа – уға офицер чины бирелгән, өсәүгә йәки дүртәүгә лайыҡ булһа инде дворян сословиеһына индерелгән.
Дан орденының тулы кавалерҙары һуғыштан һуң ниндәй өҫтөнлөктәр менән файҙаланыуын,
Артабан уҡырға
Август 2016
Мәхмүт ҺИБӘТ
Бәләкәй повесть
Беренсе бүлек
Йәһүҙә менән Йәнсар икеһе бер отрядта йөрөнө. Был отряд партизандары ошо тирәләге эреле-ваҡлы төрлө ауыл халҡы араһында үҙҙәрен арыуыраҡ, ыңғайыраҡ яҡтан танытып өлгөргәйне. Шуға уларға бер аҙ ышаналар ҙа ине.
Берсә көтмәгәндә ғәләмәт бер ғәрәсәт ҡубып, йәшен йәшнәгән, күк күкрәгән, берсә тауҙарҙа, яҙ көсәйеп, ҡапыл ҡарҙар иреүҙән ҡотороноп, шашынып, ярһып инеше лә, йылғаһы ла, оло һыуҙары ла ташҡан һымаҡ, донъя урғый, ҡайнай, зыҡ килә, бер хәлдән икенсе хәлгә әйләнеп кенә тора. Ауылға, бер таң атһа – аҡтар, икенсе таңында инде ҡыҙылдар бәреп инә.
Артабан уҡырға
Август 2016
Урал МОСТАФИН
Фәлсәфи яҙмышнамә
Өмөтлө аҙымлап
1992 йылдың сентябрь айында райондың Ремонт-техник предприятиеhында эш башланым. Унда хәлдәр бик мөшкөл ине. Күптәрҙең уйында – бөгөн-иртәгә тарҡалып, банкротлыҡҡа ҡалған хужалыҡтың машина, станок, биналарын бүлешеп алыуҙан буш ҡалмау теләге. Шуның өсөн генә эшкә йөрөүселәр ҡиәфәттәренән үк асыҡ күренә.
«Ярай, беҙ күрмәгән нимә бар?» тип уйланым да, hәр кемдең йөкмәтелгән эшенә ҡарашын үҙгәртеп, бурыстарын яуаплы үтәүҙе талап итә башланым. Оҡшатманылар. Минең ныҡышлыҡты,
Артабан уҡырға
Август 2016
Марат КӘРИМОВ
Башҡортостандың халыҡ шағиры
Илленсе йылдарҙа булған хәл был. Пединститут студенты, фамилияһы Даянов инеме, яратҡан ҡыҙын «Өфө» ресторанына алып ингән. Студенттың аҡсаһы күп буламы ни, менюнан иң арзанлы ашамлыҡ һайлап алған – ул окрошка икән. Был аҙыҡты ҡабып ҡараған да тауыш күтәргән:
– Окрошкағыҙ һап-һалҡын! Немедленно йылытып килтерегеҙ! Юғиһә ялыу кенәгәһенә яҙам!
Официантка иһә уның талабын, клиент урынһыҙ шаяра, тип ҡабул иткән.
Артабан уҡырға
Август 2016
Фәнис СИРБАЕВ
 |
Ут та тере,
Уттың да бар
Кеше аңламаҫ сере;
Тамуҡтарҙа уның урын,
Тик шунда ҡайтыр ере.
Ут менән бөгөн һөйләштем,
|
Артабан уҡырға
Август 2016
Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА
 |
Китапхана йорто әллә ҡайҙан
Балҡып тора, әйҙәй, саҡыра.
Буҫағаңды үткәс, ингән кеүек
Әкиәти ғәжәп сатырға.
Баһаларға тиңһеҙ хазиналар
Кәштәләрҙән күҙгә ташлана –
|
Артабан уҡырға
Август 2016
Тимер ЙОСОПОВ
 |
Ғүмер генә тигән арғымағың
Елдерә лә икән талпынып.
Әллә ниңә өмөт ҡояшының
Һүрелә лә бара ялҡыны...
Ғүмерҙәр, тим, ниңә бик тиҙ үтә,
Янып ҡына бара эстәрем.
|
Артабан уҡырға
Август 2016
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
Яңы рубрикабыҙҙы күренекле шағирә, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының IV – V саҡырылыш депутаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова менән әңгәмәнән башлап ебәрәбеҙ.
– Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы, һеҙҙең тыуған төйәгегеҙ – Хәйбулла районының Аҡъюл ауылы – янында Һаҡмар менән Йылайыр йылғалары ҡушыла ла Ырымбур тарафтарына бергәләшеп юллана. Был йылғалар янында йөрөгән кеше шуға ла шаһит: далалар аша ҡояшта ирәйеп аҡҡан Һаҡмарҙың һыуы йылы, йомшаҡ, буръяғыраҡ, ә башлыса урман-тауҙар, көнтөшмәҫ шырлыҡтар аша юрғалаған Йылайырҙың һыуы теште
Артабан уҡырға