Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә билдәле ике әҙибәнең – РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзалары Зөһрә Фәйзуллина менән Тамара Искәндәриәнең кесе һәм урта йәштәге мәктәп балаларына тәғәйенләнгән «Үҫеп етербеҙ әле!» һәм «Бәрәкәтле көн» тигән китаптары донъя күрҙе. Был күҙәтеү-мәҡәләлә ошо йыйынтыҡтарҙың икеһе тураһында ла һүҙ алып барырға йыйыныуым уларҙы бер мәлдәрәк ҡулға алыуым һәм аллы-артлы танышып сығыуым менән генә бәйләнмәгән, әлбиттә.Төп сәбәп – йыйынтыҡтарға тупланған әҫәрҙәрҙең иҫ киткес һәләтле һәм өлгөрөп еткән
Август 2017
Ғәҙилә Бүләкова
Әҙәрҙәрендә – заман ауазы
Август 2017
Мәҙинә Йәғәфәрова
Бесталкауай
Уйынлы-ысынлы
– Туҡ-туҡ-туҡ!
– Азат, тор әле, тор, тием...
– М-м-м...
– Уян, тор әле! Ана, эт өрә, кемдер килгән, шикелле... Бар әле, бар, сыҡ...
– Теңкәмде ҡоротма, аттар йөрөй, шуға өрәлер... Тәмдәп кенә йоҡтап киткәйнем...
Ул арала шаҡ та шоҡ ҡапҡаны дөбөрҙәтә башланылар. Ир, тамам йоҡоһо ҡасып, теләр-теләмәҫ кенә тороп ултырҙы. Аҡтүштәре, бәйенән ысҡына яҙып, сылбырын тегеләй-былай шаптырлатып һөйрәп, донъя ҡуптарып өрә.
Август 2017
Мәүлиҙә Әхмәтйәнова
Бабайым һыйыры
“Ғәлиев Мөхәмәтхан Сафа улы, 1905 йылда Яңы Өсөйлө ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан алда һәм аҙаҡ Темәш ауылында йәшәгән. Кемдә уның тураһында белешмә бар, уртаҡлашығыҙ”.
Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүсе Әхмәдуллин атлы кеше, күмәкләп төшкән фотоһүрәттән берәүҙең башын ғына ҡалдырып, интернетта беҙҙең ауыл төркөмөнә иғлан биргән. Яҙыу ошо ғына булһа, артыҡ иғтибар ҙа итмәй артабан китер инем. Әммә...
Август 2017
Сәрүәр Ғәләүетдинов
Дин булғанда әҙәп йәшәй
Ниңә…
Дубай – Краснодар һауа юлы
Март айының таңында
Илгә ҡайғы алып килде
Көтмәгәндә – тағын да.
Сәскә кеүек сабыйҙарҙың,
Олпат-олпат ирҙәрҙең,
Һылыуҙарҙан-һылыуҙарҙың
Август 2017
Ринат Сөләймәнов
Асҡыс
Поэма
Тел асҡысы – халыҡта.
(Әйтем)
I
Иҫке келәт йоҙағының
Асҡысын таба алмай
Ыҙаланғас, асып бирҙе
Бер ҡусты ҡабаланмай.
Август 2017
Риф МИФТАХОВ
БӘХЕТ – ҠОШ ТҮГЕЛ…
Повесть
Көҙ иртәрәк килде быйыл. Ул көндө Ғилман университеттан кисләтеп кенә ҡайтырға сыҡты. Ҡапыл һыуытҡас, Өфө урамдары ҡарлы-боҙло тайғаҡ юлға әүерелгәйне. «Жигули»ҙы гаражына бикләп, эшенә ноябрҙең тәүге көндәренән үк автобуста йөрөй башланы. Уңайһыҙ, ваҡытын бигерәк күп ала. Әммә ни хәл итмәк кәрәк, машина йөрөтөүҙә тәжрибәһе ҙур түгел. Хәйер, лихачтар һәр миҙгелдә лә, һәр урында ла етерлек. Кеше генә түгел, үҙ башын да уйламай улар.
Туҡталышҡа етер-етмәҫтән, урам сатынан боролоп, Ғилман эргәһенән генә «Газель» үтеп китте. Нәҡ улар яғына бара. Ул йүгерә-атлай ашыҡты. Туҡталышҡа еттем генә тигәндә… аяғы тайып китте лә, йығылмаҫҡа тырышып, электр бағанаһына һул ҡулы менән ынтылды. Усы, унан ҡулы буйлап, үҙәк өҙөп, елегенә етеп һыҙлау үтте.
Август 2017
Ғәлим ХИСАМОВ
Шаҡай бураны
Сентябрь 2017
ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ
Донъя фольклориадаһы Өфөлә үтәсәк
Рәсәй президенты Владимир Путин VI Бөтөн донъя фольклориадаһын Башҡортостанда үткәреү тураһында указ сығарҙы. 2020 йылда уны Рәсәйҙә уҙғарырға хәл ителгәйне, ә Мәскәү уны ойоштороусы һәм үткәреүсе итеп Өфөнө һайланы. Европа менән Азия ҡитғалары сигендә ятҡан, күп милләттәр татыулыҡта йәшәгән республиканың ШОС һәм БРИКС һымаҡ донъя күләмендәге саралар ойоштороу тәжрибәһе барлығы ла иҫәпкә алынғандыр. Бөтөн донъя фольклориадаһы тәүге тапҡыр 1996 йылда Голландияла уҙа. Аҙаҡ ул Японияла, Венгрияла, Көньяҡ Кореяла һәм Мексикала үтә. Унда ғәҙәттә 60 – 80 илдән 3 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Сара Рәсәй мәҙәниәт министрлығы ҡанаты аҫтында ойошторола.
123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152