Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 2016

Мөнир ҠУНАФИН

Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә…

повесть

«Может быть, великая живучесть человека именно в том и состоит, что не всегда и не все он может простить себе...»

Cыңғыҙ Айытматов.

 

Ситдиҡ ҡарттың вафатын Ташлыйылға ауылы халҡы, ғәҙәттәгесә, кеше тыуа, ғүмер итә, үлем етә, тип ҡабул итте. Етерлек йәшәгән, күререн күргән инде мәрхүм. Һуғыш ауырлығын, аслыҡ-яланғаслығын, яуҙан һуңғы шаңдауҙарҙы кисергән, ауылдың тағы бер тыл ветераны китеп барҙы, тип әсенеүселәр ҙә, ике йыл ныҡлы сирләгән ҡартты йәлләп, ваҡыты еткәндер, тип һығымта яһаусылар ҙа булғандыр. Ауылдаштары, йолаһына тура килтереп, ауыл осондағы зыяратҡа алып барып ҡуйҙы

Артабан уҡырға


Январь 2016

Баш мөхәррир һүҙе

Емештәре бешер әле...

Әҙәбиәт йылы тамамланды. 2015 йыл дауамында Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ойошторған «Әҙәби нағыш» марафоны, республикабыҙ район һәм ҡалалары буйлап туҡтауһыҙ «йүгерҙе», урындарҙа әҙәбиәт һөйөүселәр, мәғариф һәм мәҙәниәт әһелдәре, өлкән һәм йәш ижадсылар, уҡыусы балалар менән бихисап осрашыуҙар үткәрҙе, өмөтлө ҡулъяҙмалар тикшерҙе. Ҡулъяҙмаларын профессиональ әҙиптәр хөкөмөнә тәҡдим итеп, кәңәш йәки хуплау һүҙе ишеткәндәрҙең барыһы ла, әлбиттә, шағир йә маһир яҙыусы булып китмәҫ, әммә күңелдәрендә шиғри хис, образлы фекер, матурлыҡҡа, изгелеккә, сафлыҡҡа ынтылыш йөрөткән, донъяны үҙенсә күргән йәки күрергә теләгәндәргә ул һүҙҙәрҙең ҡанат ҡуйыуына, осошло уйҙарға рухландырыуына шик юҡ. Һәм мин ошо аралашыу-осрашыуҙар бик күптәргә артабан әүҙем ижад итеүгә ҙур этәргес булғандыр, тип уйлайым. Алдағы йылдарҙа беҙ марафондың һөҙөмтәле емештәрен күрәсәкбеҙ әле.

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

«Әҙәби нағыш» – Шаранда

«Китап биттәре аша сәйәхәт» аллеяһы күп кешене ҡыҙыҡһындырҙы. Эйе, Шаран төбәге әҙәбиәтебеҙгә И. Абдуллин,  З. Әхмәтйәнова, Д. Исламов һ.б. ҡәләм оҫталарын биргән, шуға күрә бында йыл буйы тиерлек әҙәби саралар үткәрелеп торҙо. Ә инде филология фәндәре докторы, шағир Р. Әхмәҙиев етәкселегендә шағирәләр Л. Абдуллина, С. Ғафурова,  Л. Сәғиҙуллина, шулай уҡ Милли әҙәбиәт музейынан Ә. Шәрипова менән З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананан

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

«АҒИҘЕЛ» ЖУРНАЛЫНЫҢ 2015 ЙЫЛҒЫ ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Сәсмә әҫәрҙәр

Бигашев Фердинанд. Ҡабыҙғыс.

Хикәйә.  ..................................................9

Булгакова Дилә. Сәрбиназдың күңел

ораны. Хикәйә.  ......................................6

Ғиниәтуллин Талха. Могикан...

Хикәйә.  ..................................................4

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

«АҒИҘЕЛ»Дең МАҠТАУ БИТЕ


Декабрь 2015

Замир Низаметдинов

Шишмә юлы – оло юл башы

(Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына – 95 йыл)

Гүзәл тәбиғәтле Башҡортостандың Шишмә районы тарихында Келәш ауылы айырым урын алып тора. Ә уның урыны һәр ваҡыт түрҙән: был ауылда Башҡортостандың ике халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары – Мостай Кәрим һәм Сәйфи Ҡудаш, шулай уҡ илаһи моңо менән барлыҡ ғаләм-йыһанды таң ҡалдырған халыҡ йырсыһы Фәриҙә Ҡудашева тыуып үҫкән. Ниндәй ғәжәп: улар өсөһө лә бер ауылда, бер урамда донъяға киләләр, тәпәй баҫып, бергә уйнап үҫәләр. Ул ғынамы һуң: 

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Рәшит Шәкүр

Хаттар һаҡлай йөрәк серҙәрен

Сыңғыҙ Хановтың һөйгәненә яҙған хаттары

1-се хат. 1939 йыл, 31 май

Һылыу! Курстар мәсьәләһен белештем. Ләкин унда инеүҙең маҡсаты аҙ булыр. Сөнки унда VIII класты тамамлаусылар курс тамамлағанға имтихан тоталар, унан рабфакка барып, рабфак өсөн имтихан тоталар. Ә институтҡа ингән саҡта – тағы ла имтихан. Ҡыҫҡаһы, өс ҡат һынау үтәргә тура киләсәк. Шуға күрә мин һиңә педрабфакка керергә кәңәш бирер инем, сөнки һин уны тамамлағас, институтҡа инә алаһың. Мин ул мәсьәләне белешермен әле.

Артабан уҡырға


Декабрь 2015

Әхәт Сәлихов

Тарихсы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ғилми эшмәкәрлеге

(тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы)

Тарихсыларҙың дөрөҫ итеп

тарих яҙыу кеүек ауыр эше бар.

Ышаныслы тарих йәки хәҡиҡәт

бик күп тарихи мәғлүмәттәрҙе

үтә нескә иләк менән иләгәндән һуң

ҡалғандарҙан ғына хасил була ала.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138