Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сентябрь 2016

Әнғәм ХӘБИРОВ

АВТОГРАФТАР ХӘТЕРҘЕ ЯҢЫРТА

Донъя күләменә гректарҙан таралған был һүҙ беҙҙеңсә «үҙем яҙам» тигәнде аңлата. Рус телендә нәшер ителгән белешмәләрҙә, энциклопедик һүҙлектәрҙә уның лексик мәғәнәһе һәм ҡулланыу даирәһе бер аҙ асыҡлабыраҡ, киңәйтеберәк бирелә: үҙ ҡулы менән ҡуйылған ҡултамға, иҫтәлекле яҙма; авторҙың үҙ ҡулы менән яҙылған текст...
Ошо белешмәләргә һәм энциклопедик сығанаҡтарға таянып фекер йөрөтһәк, «автограф» һүҙенең ифрат бай йөкмәткеле төшөнсә икәнлегенә ышанырбыҙ. Әйтәйек, ҡалын-ҡалын романдарҙың, поэмаларҙың, шиғырҙарҙың, сәхнә әҫәрҙәренең, тәнҡит мәҡәләләренең, ғилми тикшеренеүҙәрҙең автор ҡулы менән яҙылған ҡараламаһы йә иһә шул ҡараламаның аҡламаға төшөрөлгән күсермәһе... Композиторҙарҙың үҙ ҡулдары менән нотаға һалған музыкаль әҫәрҙәре...

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Сәғиҙулла ХАФИЗОВ

ХЫЯНАТҠА ЯРЛЫҠАУ ЮҠ

Бөгөн Әҙһәм, ентекле ҡырынғандан һуң, көҙгөләге шәүләһен ентекләп бар­ланы. Ҡаршы яҡтан баҡҡан шаҙра түңәрәк битле, йәшкелт күҙле, ҡупшы мы­йыҡлы әҙәм уға күҙ ҡыҫып ҡуйған булды. Сәстәр бөҙрә булмаһа ла, Хоҙайға шө­көр, ҡурпы һымаҡ күпереп тора. Сикәләрҙә ара-тирә көмөштәре лә ялтырай. Күп­те күргән баш биҙәк-суҡһыҙ ҙа булмаҫ шул. Әйҙә, ҡалҡһын, ялтыраһын! Тик ҡа­рашы ғына күңеленә ятып бөтмәне. Дәрт, сатҡы әҫәре күренмәй, һағыш һар­ҡый… Көсәнеп йылмайыуы ғына бар. Күҙ тирәһен әллә ниндәй ят йыйырсыҡтар баҫ­ҡан. Йәшәүҙән дүнгән ҡарт тиерһең… Аңланыңмы, йәғни ферштейн? 
Йыуынып маташҡан ирҙе уйҙарынан зал яғынан килгән сыр-сыу бүлде. Фә­ри­ҙә уянған, ғәҙәтенсә нәмәнелер килештермәйсә, өләсәһе менән тартҡылаша, бу­ғай. Ул да булмай, сәсе-башы туҙған бала ванна бүлмәһенә йүгереп керҙе:

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Ринат КАМАЛ

ЫМҺЫНЫУ

Повесть

Беренсе киҫәк
I
Идара алды умарта күселәй геүләй. Умарта ауыҙына тығылған бал ҡорттары ише, колхозсылар бер инеп, бер сығып тора. Унда Ҡаранай бригадаһынан Мөхөбулла ла, халыҡты көскә йырып, рәйес кабинетына һорауһыҙ-ниһеҙ барып инде.
– Ҡотлояров иптәш! – Тура бүлмә төпкөлөндәге хәрби гимнастеркалы һонтор буйлы затҡа өндәште.
– Үт, үт, Мөхөбулла! Нимә?
– Нимә тип, Ҡотлояров... – Кәже кәүҙәле бригадир оҙаҡ быуылып йүткерҙе.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Харис СӘҒИТОВ

КӨҘГӨ ЕЛДӘРГӘ МИН БИРЕШМӘМ

Башҡорттарым
ҡайҙа йөрөй бөгөн?
Башҡорттарым ҡайҙа йөрөй бөгөн, 
Ҡайҙа бәхет эҙләй көн-төнө?
Үҙ ерендә бәхет табалмайбыҙ...
Беҙ башҡорттар, шулай меҫкенме?

Ауылдарҙа эшләр кеше лә юҡ,
Ҡарт-ҡоролар ғына тупһала...
Тәсбих-төймәләрҙән ниҙер эҙләй, 
Үткәненме?
Хәҙергеһе уның юҡ таһа...

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА

ХЫЗЫР ИЛЬЯС, ҠАЙҘАРҘА ҺИН?

Телем, телем,
телгенәм!
Ғәзиз телем тыуҙы бөгөн
Кескәй генә баламда.
Наҙҙарына ҡойонамын
Ҡосағыма алам да.

Ғәзиз телем нурын сәсә
Әсәйем күҙҙәренән.
«Ҡыҙым» тип иркәләп әйткән 
Иң татлы һүҙҙәренән.

Ғәзиз телем ҡотон бөркә
Күҙ ҡараһы өйөмдә.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

ДОНЪЯЛА ЮҠ ОСРАҠЛЫЛЫҠ

Йылғаға
– Йылға, мине ал үҙеңә,
Киләсәккә юл күрһәт!
Сигенеүҙәрҙән арыным,
Ағымың менән үрләт!

Йылға, һин көслө, мөһабәт!
Усыңда боҙ ватаһың.
Тулҡын-ялды арыҫландай
Ялбыратып ятаһың!

Йылға, ҡаяны кимерә

Һинең үткер тештәрең.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

“БАШҠОРТОСТАН БЫНДА БАШЛАНА...”

Дан Хәйбуллам – сал дәүләтем,

Ҡурғандарым, ҡылғаным,

Ҡурай иле, руда иле,

Таналығым, Һаҡмарым!

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Хәйбулланың данлыҡлы улы Ҡәҙим Аралбайҙың “Хәйбулла” тигән шиғырынан алынды был юлдар. Унда шағир тыуған ерен “Сал дәүләт”, “Ҡурай иле”, “Руда иле” тип атай. Өс кенә хәрефтән торған “сал” һүҙенә бик тәрән һәм киң мәғәнә һалынған. Сал – ул боронғолоҡ билгеһе, тарихтың иң тәрән 

Артабан уҡырға


Август 2016

Ҡәләмдәштәр иғтибарына!

“АҒИҘЕЛ” ЖУРНАЛЫ БАШҠОРТОСТАН ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫ ҺӘМ КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ ХАКИМИӘТЕ МЕНӘНБЕРЛЕКТӘ РӘСӘЙ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ МАҺИР ХИКӘЙӘСЕ БУЛЫП ТАНЫЛҒАНРӘШИТ СОЛТАНГӘРӘЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ ХИКӘЙӘЛӘР ЯРЫШМАҺЫ ДАУАМ ИТӘ.

Ярышма шарттары

  • Бер автор бер генә хикәйә менән ҡатнаша, ҡәләмгирҙең үҙе хаҡында ентекле мәғлүмәт һәм фотоһы, шулай уҡ “Ағиҙел“де алдырыуы мотлаҡ.
  • Хикәйәләр башҡорт телендә яҙыла, темаһы сикләнмәй. Күләме 1 табаҡҡа тиклем (17 бит), улар жанр талаптарына яуап бирергә, бығаса матбуғатта донъя күрмәгән булырға тейеш.
  • Материалдарҙы “Конкурсҡа” тигән билдәләмә менән электрон почтаға һалырға йә редакцияға килтерергә мөмкин.
  • Ҡәләмһынаш 2017 йылдың июненә тиклем бара.
  • Йомғаҡ 2017 йылдың сентябрендә яһала.

Билдәле прозаиктарҙан төҙөлгән Жюри урындар һәм премиялар билдәләй:

I УРЫН – 15 МЕҢ ҺУМ;

II УРЫН – 10 МЕҢ ҺУМ;

III УРЫН – 5 МЕҢ ҺУМ.

3-ӘР МЕҢ ҺУМЛЫҠ 3 ДӘРТЛӘНДЕРЕҮ ПРЕМИЯҺЫ ЛА ҠАРАЛА.

Баһалы әҫәрҙәр “Ағиҙел”дә баҫыласаҡ.
Ҡулъяҙмалар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152