Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сентябрь 2016

КИТАП КӘШТӘҺЕ

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте тәҡдим итә

“Йөҙөп барған, ти,
аттар диңгеҙҙә” 
Шағир, яҙыусы, драматург һәм журналист Мөнир Ҡунафиндың был әҫәре былтыр “Китап” нәшриәте үт­кәргән конкурста еңеп, шартына ярашлы, “Ағиҙел” журналында донъя күргәйне. Хәҙер был ҡыҙыҡлы повесть айырым китап булып баҫылып сыҡты һәм үҙ уҡыусыһын “Китап” кибете кәштәһендә көтә. 
“Буранбайҙың 
яҙған хатын уҡып...”
Башҡорт халҡының данлы улы Бу­ранбай сәсән тураһында документаль сығанаҡтар тупланған был китап халҡыбыҙҙың кантон системаһы осо­ронда йәшәйешен сағыл­дырырлыҡ баҫма. Был китапта Буранбай Ҡотдосов атлы шәхес халыҡта һаҡланған риүә­йәттәр, йырҙар аша ғына түгел, ә до­кументаль яҙмалар аша ла күҙ

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

“АҒИҘЕЛ”ГӘ ХАТТАР КИЛӘ

АҢДАН ҠЫЙЫЛҒАН ЮЛ

Урал Мостафиндың “Айҙан ҡыйылған юл” 
исемле яҙмышнамәһен уҡығас
(“Ағиҙел”, 4 – 6-сы һандар)

Бындай тойғо-кисерештәр, һығымта-баһалар, ғәйепләү һ.б. менән тулы яҙманың “Ағиҙел” биттәрендә күренгәне юҡ ине, тиһәм хаталанмам кеүек. Улар иң элек йәмғиәтебеҙҙең күрер күҙгә ташланып бармаған, әммә оло етешһеҙлектәренә күрһәтеп торған табыш. Көтөлмәгән ауыр бәлә бәғзе берәүҙәрҙең тормошоноң аҫтын өҫкә әйләндереп кенә ҡалмай, уйланырға, 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

“АҒИҘЕЛ” ТӘБРИКНАМӘҺЕ

ДУҪТАРЫ КҮП УНЫҢ...

Һәр кешенең үҙ юлы, үҙ һуҡмағы. Яҙғы ҡар һыуҙары нисек юл йырһа, кеше яҙмышы ла шулай... Ҡәләм­дәшебеҙ Харис Сәғитов ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейен бил­дәләне. 
Уйлап ҡараһаң, уның тормош юл­дары ҡатмарлы ғына, ярайһы фәһемле лә. 
Бәләкәй генә ауылда, Һаҡмарҙы һыулаған матур тәбиғәтле Аҡна­зарҙа колхозсы-фронтовик, герой-әсә ғаиләһендә тыуған ул 1946 йылдың 5 сентябрендә. Йылайыр районының Юлдыбай ауылы профтехучи­ли­ще­һында уҡып, Салауат исемендәге колхозда водитель, шул уҡ ваҡытта комсомол секретары, ураҡ ваҡы­тында комбайнер була.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА

ЙӘШӘЙЕШ

Фәһем дәфтәренән

Мөхәббәт һәм нәфрәт
Мөхәббәттән нәфрәткә – бер аҙым, тиҙәр. Бер-береһен йәндәй күргән кешеләрҙең дошманлашыуын күреүҙән дә аяныслырағы юҡтыр. Тап ана шундай мәлдәрҙә берең ут, икенсең һыу булыу кәрәктер ҙә. Икең дә ут йәки һыу булғанда ғаилә тарҡалыуын, хатта бәхетһеҙлек осрағын көт тә тор. Ә бит күптәр иреш-талаш менән ғүмерҙәренең аҙағынаса йәшәй. Бындайҙар йәлләү тойғоһо уята. Бәлки, улар, киреһенсә, бәхетле кешеләрҙер. Тап шул иреш-талаш менән күңелдәренә йыйылған бөтә кире хис-тойғоларҙан арыналарҙыр. Юҡ, барыбер был – әҙәпһеҙлек, башҡалар тураһында уйламау. 
Тауыш-тынһыҙ ғына йәшәп ятҡан кешеләрҙең 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА

Илһам ҡошо ҡанат ҡаға

Нажиә Заһир ҡыҙы – Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре, танылған әҙибә-сатирик.
Уның үткән тормош сәхифәләрен байҡағанда, әлбиттә, оҙон ғүмер ки­сергәне, төрлөһөн күргәне, өс балаға – Германия күгендә һәләк булған Айсыуаҡ, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Гөлфиәгә ғүмер бүләк иткәне иң тәүҙә иҫкә төшә.
«Таныш булайыҡ» (1986), «Еҫле һабын» (1991), «Исемем матур икән» (1993), «Көндәш» (1996), «Тәҡдир» (2002), «Яҡты хыял» (2004), «Йәшәп ҡалырға кәрәк» (2006), «Алтын сылбыр» (2009), «Һуңғы осрашыу» (2014) ки­таптарын уҡыусылар яратып ҡабул итте. «Тәҡдир», «Йонсоу миҙгел», «Сә­фәр», «Һуңғы осрашыу», «Сатраш» ише повестар, күп хикәйәләр ижад итһә лә, 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

БАЙМАҠТЫҢ ТЫНҒЫҺЫҘ ЭШҺӨЙӘРҘӘРЕ

Дауамлы мәҡәләнең был өлөшөндә һүҙ барасаҡ йүнселдәрҙең – Баймаҡ районынан танылған ике эшҡыуарҙың – шәжәрәһе оло Ватаныбыҙ Рәсәйҙә, Башҡортостанда шөһрәт вә дан ҡаҙанған ҡаһарман йөрәкле батырҙарға, арҙаҡлы шәхестәргә барып ялғана. Улар үҙ дәүерендә илебеҙ һәм халҡыбыҙ алдында тиңһеҙ батырлығы, оло фиҙаҡәрлеге менән намыҫ аҡлаһа, хәҙерге көндәге вариҫтары заманға ярашлы шарттарҙа шундай уҡ сифаттарҙы яңыса балҡыта: эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа өлгәшә, үҙҙәре өсөн генә йәшәмәй, башҡаларҙың да тормошон яҡшыртыу өсөн тырыша, уларға эш урындары ойоштора, атай-олатайҙарыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙә, рухи эстафетаһын дауам итеп, киләһе быуындарға тапшыра.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

Шәрифйән ИШЕМОВ

ЙӘШӘГЕЛӘР КИЛӘ, ДУҪТАР!

Табип яҙмалары

Мин илле биш йылдан ашыу хирург булып эшләнем. Әҙме был, күпме? Ай-һай, күп! Бик һирәк хирургтар ғына шулай оҙаҡ эшләй ала. Әгәр ҙә дүртенсе курстан һуң Күмертау ҡала дауаханаһында операция яһай башлағанымды ла иҫәпкә алһаҡ, был һан тағы ла ике йылға арта. Яңылышмаһам, Башҡортостанда хәҙер эшләп йөрөүсе минән өлкән хирург та юҡ. Һәр хәлдә, беҙҙең медицина университетында юҡ. Ошо юғары уҡыу йортонда уҡытыуыма ла 47-се йыл. Быныһы ла йыш осраған хәл түгел.
Ғүмер һәм хеҙмәт юлым төрлөсә бара. Шатлыҡлы мәлдәрем дә, ҙур ҡаҙаныштар ҙа, үкенестәр ҙә, уңышһыҙлыҡтар ҙа булды. Башҡортостанда балалар хирургияһын башлап ебәреүселәрҙең береһе булараҡ, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индереүем күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2016

ЖУРНАЛ УҠЫУСЫЛАР ИЖАДЫ

***
Донъяны аҡ ҡар ҡаплаған, 
Ер ҡараһын баҫмаға. 
Һалҡын ҡарҙы усҡа ҡыҫтым, 
Йөрәк утын баҫмаға. 
Урмандарға сығып киттем, 
Күңелемде асмаға. 
Хыялымда осоп киттем 
Аҡ күлдәктән асманға. 
Күккә менәм, ергә төшәм, 
Үҙ-үҙемде тапмаға.
Ер тыныс йоҡлаған кеүек... 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152