Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ноябрь 2016

Таңсулпан ҒАРИПОВА

ОҘОН ЮЛДЫҢ БАШЫ

Хикәйә

Яратыуға һис кем түҙә алмай –
Һулҡ-һулҡ әрней йөрәгем.
Рафаил

Быйыл ҡыш ҡаты килде. Һуңғы йылдарҙа шартына килтереп ҡыш яһай алмауының ҡоһорон ҡайтарғандай, тәбиғәт ҡарын да, һыуын да, буранын да йәлләмәне. Өс-үркәс ауылында һыуыҡ бабай айырыуса дәрт менән типтергәндәй: соҡорҙараҡ, өс тау араһында боролош яһап аҡҡан йылға үҙәнендә ултырған ауыл тотошлайы менән тиерлек ҡар аҫтында ҡалды; урамдың ике яғында ҡара-ҡаршы ултырған өйҙәр ҡыйыҡтары менән типә-

Артабан уҡырға


Ноябрь 2016

Рәшит Шәкүр

ЙӨРӘКТӘГЕ ЯҘМАЛАР

Хәтирәләр

Ике нәмә мине таң ҡалдырҙы: баш осондағы йондоҙло күк йөҙө һәм беҙҙең үҙебеҙҙең эске әхлаҡи ҡанун. 
Иммануил Кант.

I БҮЛЕК

КҮҘ АЛДЫНДА, КҮҢЕЛ ТҮРЕНДӘ

1. Бала сағым – болондағы ҡолон сағым
Бисмиллаһи ир-рахман ир-рәхим. Бына миңә лә, оҙон ғүмер юлдарын барлап, иркенләберәк өҫтәл артына ултырырға форсат тыуҙы, ниһайәт. Изге сәғәттә башлап, имен-аман аҙағына етергә насип булһын. Күптәнге уй ҙа, хыял да ине был минең өсөн. Үкенескә, оҙағыраҡҡа һуҙылды. Ә ни тиклем оҙаҡлаһаң, хәтер ҡуҙы ла шул тиклем үк һүрелә, тоноҡлана бара шул. Ваҡытында яҙып бармаһаң, күп кенә деталдәр онотола, сөнки ишеткәндең, күргәндең, кисергәндең барыһын да түкмәй-сәсмәй генә хәтерҙә тотоп булмай. Бигерәк тә исемдәр, даталар, факттарҙы аныҡлау йәһәтенән ҡыйынлыҡтар килеп сыға. Ә шулай 

Артабан уҡырға


Ноябрь 2016

Рәшит Шәкүр

НЫҠЫШТАРҘЫ ТОРМОШ МАҠТАЙ!

Рәшит Шәкүр – йәмәғәтселектә киң танылған шәхес, халҡыбыҙҙың иң арҙаҡлы улдарының береһе. Был юлы шағир һәм ғалим, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты 80 йәшлек юбилейы алдынан журналға күләмле генә автобиографик әҫәрен тотоп килде. Оҙон һәм ҡатмарлы тормош юлы үтеп, йәштән үк халҡыбыҙҙың рухиәтен, телен һәм мәҙәниәтен бәпләр өсөн ең һыҙғанған аҡһаҡалдың яҙмаларын баҫмаға әҙерләгәндә уның үҙе менән төрлө темаларға әңгәмә лә ҡороп алдыҡ.

– Рәшит Закир улы, һуңғы ваҡытта әҙәбиәт донъяһында мемуарҙар бик һирәк күренеш. Бының сәбәбе нимәлә, тип уйлайһығыҙ?
– Мемуар әҫәрҙәре, ысынлап та, һирәк яҙыла. Был тәбиғи күренештер, тип уйлайым. Сөнки мемуар яҙыр өсөн ниндәйҙер тулышыу кимәленә етергә кәрәк. Юҡ, мин быларҙы мотлаҡ аҡ ҡағыҙға төшөрөргә тейешмен тигән фекер тынғы бирмәй башлаһа,

Артабан уҡырға


Ноябрь 2016

Талха ҒИНИӘТУЛЛИН

БРИГАДА ӨЙРӘҺЕ (ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ)

Повесть

Һуғыштың дүртенсе йылына икенсе бригада аймағы, йәки урамса әйтһәк, Суҡыейерҙәр аймағы*, кешеһеҙ ҡалып, тынлыҡҡа сумды. Ҡышҡы аҡ тынлыҡта тәҙрәләренә ҡәҙәр көрт баҫҡан иҫке ыҙбаларҙа тормош юҡ, уның булыуы ла мөмкин түгел һымаҡ күренде. Кемдеңдер ҡыйығы өҫтөндәге беленер-беленмәҫ төтөн генә тормоштоң дауам итеүен белдерә: беҙ әлегә иҫәнбеҙ, беҙ әлегә иҫәнбеҙ...
Һуғыш иген баҫыуҙарынан һабансы менән сәсеүсене үҙенең аҡтарып ташланған яу яландарына саҡырҙы. Әрме хеҙмәтенә яраҡлы ир-егеттәрҙе лә, мәктәп партаһы артынан яңы сыҡҡан йәш-елкенсәкте лә саҡырҙы; үҫмерҙәр, ҡышҡы һалҡында үлеүҙән ҡурҡҡан өлкән йәштәге ҡарт-ҡоро һәм дә һуғышҡа 

Артабан уҡырға


Ноябрь 2016

Ғәлим ХИСАМОВ

БАШҠОРТТАР БОЙОРҘО

Роман

Өфөлә
Мең ырыуы – иң ҙур ырыуҙарҙың береһе. Уның биләмәһе Өфө, Ағиҙел йылғалары буйлап һуҙыла. Әммә иң күбе Дим буйына йәйрәгән, артабан – Һайылмышҡа, Оло Иҙелгә табан да һуҙыла. Урал тауы итәгендә улар – боронғо халыҡ. Шуға күрә үҙ эсенә бүтәндәрҙе лә һыйындырған. Бөгөн уның ере генә түгел, кешеләре лә бүтән ырыуҙарҙан байтаҡҡа күберәк.
Ырыу бейе Ҡәнзәфәр ноғай-башҡорт араһында ғына түгел, Ҡаҙан ханлығының бик киң даирәһендә лә, урыҫ араһында ла абруй ҡаҙанған уҙаман. Шуға күрә үҙ кешеләре менән ҡуша Ҡаҙанға

Артабан уҡырға


Ноябрь 2016

Гөлнур ЯҠУПОВА

СЫҢЛАЙ ҠЫҢҒЫРАУ...

Илһам
Суҡышында бер ҡаурый, 
Осоп инде йор турғай,
Тәҙрәмде асҡан ыңғай.
Үҙе күҙемә ҡарай, 
Сутыр-сутыр әй һайрай,
Әйтер һүҙкәйе барҙай.
Ҡаурыйы уста ҡалды,
Гүйә инселәп һалды –
Илһам илсеһе булды.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2016

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

“СЕРЛЕЛӘНЕП, МОҢЛОЛАНЫП, ТӨНДӘ ЯҠТЫРА ШӘМЕМ”

Тулылыҡ

Өймәләмә тулды инде
Күңелем силәктәре.
Яҙа баҫһам, түгелерҙәй
Яҙмыштың еләктәре!
Мөлдөрәмә тулды инде
Хистәргә йөрәккенәм.
Хата баҫһам, сайпылырмын,
Алырмын кәрәккенәм.
Күҙәләмә тулдым инде,
Артылам тиеп торам,
Абынмаҫҡа, һөрлөкмәҫкә

Артабан уҡырға


Ноябрь 2016

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

З Ә Й Н У Л Л А

Поэма

Башҡорт халҡының рухи короле, шәйех
Зәйнулла ишан Рәсүлев рухына

Маҡтап йырым йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр...
Салауат Юлаев.

Бисмиллаһир-ррахманирр-ррахим!

Ишан булырҙай бала...

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152