![]() |
Йәйге иртә Сәскәләр балға тулышҡан, Хатта урам мөйөшөндә |
Декабрь 2016
Әнисә ТАҺИРОВА
ШИҒЫР, ЙЫР ЙӘШӘҺӘ, ИЛ ЙӘШӘР
Декабрь 2016
Рауил ШАММАС
«АҠТАРҒАНДАЙ ДӘФТӘР БИТЕН...»
![]() |
Телем-телем – Йәшәүемдең икмәге һин, Йүнһеҙҙәргә борос булдым, |
Декабрь 2016
Ил-йорт ғәме
ЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ ИКӘН... Ерҙә эшләргә бурыслыбыҙ
“Киләсәктә был ерҙәргә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр...” тип яҙған мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабич Урал буйҙарын ҡыҙырғанда. Был юлдарҙы уҡығанда Уралтауҙың бар йәмдәрен бер үҙенә туплаған Әбйәлил ере лә күҙ алдына баҫа. Ысынлап та, бер түгел ике Ҡыҙыл йылғаһы яғалап аҡҡан зәңгәр күлдәр иле Әбйәлилдең бер яғын мәғрур Ирәндек, Ҡырҡты, Өрпәк тауҙары ҡаплап торһа, икенсе яғында күҙ күреме етмәҫ далалар башлана. Ҡола тауҙары ла, ҡая таштары ла, ҡояш нурҙары төшмәгән ҡараңғы урмандары ла бар был ерҙең. Берҙәй үк тәбиғи байлыҡтары менән дә, кешеләре менән дә дан тота был ил. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы СЫҢҒЫҘОВ менән ҡорған әңгәмәбеҙ тап шул хаҡта.
Декабрь 2016
Мәжит Ғафури, Башҡортостандың халыҡ шағиры
Шатлыҡ шиғыры
Әй, ҡәләм! Шатлыҡ менән ҡараңды түк!
Тәбрик итеп милләтемә яҙам мәктүп.
Һәр йәһәттән хөрриәттәр асылғанға,
Был көндә хәсрәтемдән шатлығым күп.
Шатланып был эштәргә: “Афарин!” тип,
Милләтте шатлыҡ менән ҡылам тәбрик.
Күңелемдән бар ҡайғылар бары китте,
Әсәнән яңы тыуған балалар тик.
Декабрь 2016
Шәйехзада Бабич
Башҡортостан
Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан – гөлбостан,
Сөмбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Декабрь 2016
БЕҘҘЕҢ ҠАҘАНЫШЫБЫҘ
БЕҘҘЕҢ
ҠАҘАНЫШЫБЫҘ
Быйыл 17 июлдә илебеҙ Президенты В.В. Путин Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был юбилей үткән быуат башында Рәсәй Федерацияһына нигеҙ һалыусы Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлөүенә бәйле һәм Рәсәй менән уртаҡ тарихыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә мөһим ваҡиға.
Ил етәкселегенең әлеге датаға ҙур әһәмиәт биреүе һис тә осраҡлы түгел. Ни тиһәң дә, тап башҡорт халҡының ҙур дәүләт составында үҙаллы республика булдырырға теләк белдереүе һәм һөҙөмтәлә БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүе менән хәҙерге федератив ҡоролошҡа нигеҙ һалынған.
Ноябрь 2016
ӘҘӘБИМӘҘӘНИ МӨХИТ.
Әҙәби-ғәмәли
конференцияла
Баймаҡтың район китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ижадына арнап әҙәби-ғәмәли конференция үткәрҙе. Унда райондың барлыҡ китапханасылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары саҡырылғайны. Конференцияла шул осорҙа Талҡаҫ шифаханаһында ял итеүсе Ноғман Мусин үҙе лә ҡатнашты.
Һүҙ “Һуңғы солоҡ” романының художество үҙенсәлектәре тураһында фекер алышыуға ҡоролһа ла, яҙыусының башҡа әҫәрҙәре, ҙур ижад юлы тураһында ҡыҙыҡлы һөйләшеүгә күсеп китте.
Ноғман Мусин әҙәбиәт һөйөүселәрҙең бик күп һорауҙарына яуап бирҙе, хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендәге күренештәр тураһында ла һөйләне.
Декабрь 2016
КИТАП КӘШТӘҺЕ
“Йәнем рәхәте”
Мәләүез ҡалаһында йәшәгән Зөфәр Толомғужин әҙәбиәт һөйөүселәргә бер нисә китабы, шулай уҡ шәжәрәләр тупланмаһы менән таныш. Ә был йыйынтығына прозаиктың һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре, повесы һәм “Йәнем рәхәте” тигән күләмле әҫәре ингән.
Электрон китаптар
– заман ҡаҙанышы
XXI быуат уртаһында кеше китап һатып алып уҡымай, уны интернеттан табып, экрандан ғына уҡыу ғәҙәт ителгән хәҙер, тип ышандырырға тырыша беҙҙе төрлө-төрлө гаджеттар яратыусылар. Донъяны тиҙ арала яулап алырға тейешле электрон тормош беҙгә күптән килеп етеп, һаман ышаныслы урын яулап ала алмаһа ла (ҡайҙа барма, электрон версияғя ҡушып уның ҡағыҙ вариантын да таптыралар), был яңылыҡтар йәшәйешебеҙҙә киңерәк таралыу яулай бара.
123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152