Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Май 2017

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Икенсе бәйән
СОНТОҠ ҠОЙРОҠЛО АТ
Йәйҙең йылы матур көндәре тора ине. Бер нисә көн болотлап ямғыр яуҙы. Өй түбәһе эсле-тышлы һыланһа ла, ныҡ кибеп етмәгән ерҙәре ҡупты. Сәлимә балсыҡ баҫып төшкән ерҙәрен һылай. Бер яҡтан ҡура-соланын да эш итергә кәрәк. Өйөнөң тәҙрә рамдары ла, ишектәре лә, кемделер ялларға ҡулында бер тин аҡсаһы ла юҡ. Күршелә генә Ҡолдәүләт тигән ағай бар ҙа бит. Балта оҫтаһы.
Бер көн эштән һуң еңгәһе Ғилмиямалға китте. Үҙ өйө булмағас, хужалыҡ та юҡ, нимә эшләһен, ас йәшәп булмай бит. 
Ғилмиямал – күпте күргән, нахаҡҡа төрмәләрҙә ултырып,

Артабан уҡырға


Май 2017

Евгений НОСОВ

ЕҢЕҮҘЕҢ ҠЫҘЫЛ ШАРАБЫ

Хикәйә

Ҡырҡ биштең яҙында беҙ Мәскәү янындағы Серпухов ҡаласығында инек.
Товарняк вагон-теплушкаларынан йыйылған эшелоныбыҙ Рәсәйҙең ҡарлы киңлектәре буйлап аҙна самаһы «аҙашып» йөрөгәс, ниһайәт, февралдең буранлы төнөндә Серпухов тыҡрығында һыйыныр урын тапты. Буферҙарҙың һалҡын шылтырауы һуңғы тапҡыр состав буйлап йүгереп үтте, әйтерһең, поезда ватыҡ быяла һауыт-һаба ташыйҙар. Эшелон шып туҡтағас, вагондың таҡта стенаһына ҡоро ҡар бөртөктәре бәрелгәне ишетелде. Тимер юл хеҙмәткәренең түҙемһеҙ, ҡарлыҡҡан һыҙғыртҡысы баҫылыр-баҫылмаҫтан, беҙҙе вагондарҙан сығарырға тотондолар. Эске кейемдә, өҫтөбөҙгә одеялдар ҡаплап сығарҙылар ҙа,

Артабан уҡырға


Май 2017

Иҙрис НОҒМАНОВ

Яңғыҙ торна сыңрауы

Хикәйә

Бөйөк һуғыштан әйләнеп ҡайта 
алмаған Хәйривара олатайым иҫтәлегенә.

Ил өҫтөнә ябырылған афәт ябай ауыл кешеһе Хәйривараны ла урап үтмәне. Ажарланған ғәрәсәт ише ҡотолғоһоҙ ҡосағына ҡыҫып башҡа миллионлаған яҙмыштар ыңғайына өйөрөлтөп-әйләндереп алды ла китте. Хәйер, нисек инде ул урап үтһен? Илдә йәшәгән һәр кем шул илдең киҫәксәһе лә. Бер бөтөн кисергән мәлдә киҫәксә ситтә ҡала аламы?

Артабан уҡырға


Май 2017

9 МАЙ – ЕҢЕҮ КӨНӨ

Мостай КӘРИМ

Минең атым
Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була, 
Ир ҡанаты ат була...

Аҡбуҙымды мин төшөмдә күрҙем: 
Тарһынып ул ҡырҙар киңлеген,
Ярһынып ул, башын сайҡай-сайҡай, 
Асып инде бүлмәм ишеген.

Атым телгә килде:
«Өс ай инде
Ауыҙлыҡһыҙ минең йүгәнем,
Өс ай инде,

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Иҙел башы хәбәрҙәре

Белореттағы “Иҙел башы” әҙәби ойошмаһының сираттағы ултырышында ойошманың яңы ағзаларына танытмалар тапшырылды, теләктәр әйтелде. Килә­сәктә поэзия һәм проза теорияһы дәрес­әрен планлы үткәрә башлау тураһында фекер алышыу булды. Алдағы арала “Иҙел башы – юл башы” альманахының 6-сы һанын әҙерләп баҫтырырға, шиғриәт теорияһы дәресен үткәрергә, бер нисә кешенең ижад емештәрен тикшереүгә ҡуйырға һәм июнь айына тиклем “Иҙел башы” ойошмаһы ағзаларының тулы йыйынтығын тупларға ҡарар ителде.

Артабан уҡырға


Апрель 2017

КИТАП КӘШТӘҺЕ

Рәми Ғарипов шиғырҙары – бүләккә

Иҫтәлекле көндәрҙә кешеләргә иң яҡшы бүләк – китап, тигән әйтем әле һаман да үҙ көсөндә ҡала килә әле. Хәҙер китаптарҙың ниндәйҙәре генә юҡ, тиһәң дә, яҡын кешеңә бүләк итеү өсөн китап һайлай башлаһаң, ул диңгеҙгә инеп батыуың да ихтимал. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте лә бик матур һәм фәһемле китаптарҙы сувенир һәм бүләк форматтарында сығарыуҙы яйға һалған. 
Бына, мәҫәлән, Рәми Ғариповтың “Сыңрау торна” тигән һайланма әҫәрҙәре тупланмаһы. Ул ғәҙәти форматтан оҙонсараҡ, ҡаты тышлы, ҡара-аҡ төҫтә биҙәлгән. Рәссамы – халыҡ шағирының улы Азамат Ғарипов.

Артабан уҡырға


Апрель 2017

“АҒИҘЕЛ”ГӘ ХАТТАР КИЛӘ

Изге бүре балалары

Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы Нияз Алсынбаевтың “Изге бүре балалары” (“Дети священного волка”. Уфа. 2013. На русском языке) китабының ҡоролошо ғәҙәттәгесә түгел . Беренсенән, был китаптың титул битендә үк исеменә ҡыҫҡа аңлатама бирә автор: башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең популяр тарихы. Китаптың төп өлөшөн алып тора ошо тарих. Әммә уға тиклем “Китап тура­һында уҡыусылар фекере” урын алған. Финанстар белгесе Аслан Есполов (Астана, Ҡаҙағстан), филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙмәткәре Розалия Солтан­гәрәева (Өфө), юрист Элмира Жалмагамбетова (Астана, Ҡаҙағстан), педагог Гөлсара Зикирина (Күкшелтау, Ҡаҙа­ғстан), тарих фәндәре кандидаты

Артабан уҡырға


Май 2017

Гөлнур Ҡасҡынова

Ҡурған башҡорттары

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультеты уҡытыусылары, студенттары Ҡурған өлкәһе башҡорттары фольклорын йыйыу, системалаштырыу маҡсатында шул тарафҡа сәфәр ҡылды. Экспедицияның әһәмиәте Рәсәй гуманитар фәнни фонды тарафынан танылды. 
Башҡорт-инглиз бүлегенең икенсе курс студенттарына бындай бәхет икенсе тапҡыр йылмайҙы: 2015 йылда улар Пермь өлкәһендә йәшәгән ғәйнә баш­ҡорттарының һүҙ байлығын, телмәр үҙенсәлектәрен өйрәнгәйне.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143