Урал, Яйыҡ, Иҙел, Һаҡмар,
Киң болондар, ҙур сахралар.
Һамандамы ҡара груһ:
Мырҙа, түрә һеҙҙе таптар.
Бабам һөйләй Буранғолдо,
Саттар кантон Иҫәнғолдо.
Әлеләме ялған тарих
Оялмайса алдар, таптар.
Инде башҡорт илен һаҡлап
Йыйылыштыҡ бер урынға.
Башҡорт, мишәр, татар дуҫтар,
Ҡул бирешәйек, ҡан ҡәрҙәштәр.
Ҡорайыҡ бергә Башҡортостан
Тура юлды эҙләгәндәр,
Әйҙә, төшәйек бына был юлға,
Йыйнап көстөң барын бергә.
1917
Март 2017
Шәһит ХОҘАЙБИРҘИН
БАШҠОРТОСТАН
Март 2017
Муса МОРТАЗИН
1917 ЙЫЛДЫҢ ОКТЯБРЕ БАШҠОРТОСТАН ТАУҘАРЫНДА
Хеҙмәтсәндәрҙең бөйөк союзын – СССР-ҙы тәшкил итеүсе милли берләшмәләр араһында бер төпкөлдә ятҡан, артта ҡалған һәм Октябргә тиклем бер кемгә лә билдәле булмаған Башҡортостанға данлы өлөш – иң тәүге милли Совет республикаһы булыу бәхете тейҙе. Тарихи, иҡтисади һәм сәйәси характерҙағы күп кенә сәбәптәр башҡорт милли-революцион хәрәкәтен ғәйәт активлаштырҙы. Ул, айырым иҡтисади-сәйәси төркөмдәрҙең ялҡынлы революцион эҙләнеүҙәре һәм үҙ-ара көрәштәре аша үтеп, үҙенең ойошоу рәүешен Совет автономияһында тапты.
Февраль 2017
ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ
Шәхесебеҙҙе ҙурлап
Хөкүмәт йортонда БР Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә Мостай Кәримдең 100 йыллығына әҙерлек сиктәрендә ойоштороу комитетының тәүге ултырышы уҙҙы. Комитет рәйесе урынбаҫары, вице-премьер Салауат Сәғитов әйтеүенсә, юбилей саралары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә, шулай уҡ сит илдәрҙә лә буласаҡ. Мәктәптәрҙә әҙип ижадына арналған олимпиадалар үтәсәк, 2019 йылда халыҡ-ара театр фестивале Мостай Кәрим ижадына бағышлана. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты менән берлектә уның әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү эше башҡарыла. Өфөлә “Рус түгелмен, ләкин россиянмын” тигән халыҡ-ара шиғриәт фестивале үткәреү ҡарала.
Февраль 2017
Башҡортостандың 100 аҫыл исеме
Башҡортостан йөмһүриәтенең 100 йыллығына арнап БСТ телеканалы үткәргән акцияға йомғаҡ яһалды. 2016 йылдың ноябренән бөтә Башҡортостан халҡы 1917 – 2017 йылдарҙа халҡыбыҙ тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе барлап, уларҙы тауыш биреү өсөн оҙон исемлеккә индерҙе. Улар араһында иң күп интернет-тауыш йыйғандарҙан 200 шәхестең исемлеге төҙөлдө. 21 кешенән торған абруйлы комиссия шуларҙан йөҙҙө һайлап алды. Киләсәктә был шәхестәр тураһында телевизион фильмдар төшөрөү ҡарала. Бына ул исемдәр:
Февраль 2017
Бер минутлыҡ әңгәмә
23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы беҙ һалдат итеге кейгән яҙыусыларға мөрәжәғәт итеп, әрме хеҙмәтен нисек үтеүҙәрен һораштыҡ.
Мирас Иҙелбаев,
профессор, филология фәндәре докторы, запастағы өлкән лейтенант
Ике тапҡыр хеҙмәт иттем
Мин армияла Кавказ аръяғы сик буйы ғәскәрҙәрендә 1964 – 1967 йылдарҙа хеҙмәт иттем. Сержанттар мәктәбендә ете ай уҡығандан һуң заставала отделение командиры,
Февраль 2017
“АҒИҘЕЛ”ГӘ ХАТТАР КИЛӘ.
Оло башланғысты башлаусы
Ҡаҙмаш ауылындағы тәүге осрашыуға — ярты быуат…
Теүәл ярты быуат элек танылған шәхес, күренекле яҡташыбыҙ Ғәли Ишбулатовтың башланғысы менән уның тыуған төйәге – Ҡаҙмаш ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелә. Бөгөн туғандар-ҡәрҙәштәр, бер ауылда тыуып-үҫкәндәрҙең осрашыуы районда ғына түгел, республикала киң танылыу яуланы һәм йәй һайын төрлө тарафтарҙа ауылдаштар байрамдары гөрләй. Матур традицияға нигеҙ һалған Ғәли Ирғәли улы туғандар бер-береһен танып үҫһен,
Февраль 2017
Венер Исхаҡов
Шәп күстәнәс!
Телефон шылтыраны. Мөхәмәтулла ағай икән. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡунаҡҡа саҡыра башланы.
– Ағай, һуң бит инде. Һеҙҙең кеүек оло кешене бимазалап йөрөүе әллә нисек, – тип торам, юҡ, өҙмәне лә ҡуйманы.
– Ниндәй бимазалау, ти, ул! Еңгәң мул итеп табын әҙерләгән. Әллә беҙҙе тиңһенмәйһеңме? Теге ваҡыт юбилейға ла килмәнең!
Ысынлап та, теге ваҡыт 70 йәшенә саҡырғас, ысынға ҡабул итмәгәйнем шул. Күңел өсөн генә әйткәндер, тип уйланым. Нәҫел-нәсәбем дә, йәштәшем дә түгел, тип ауылға ҡайттым да киттем. Ә ул телефондан:
– Кил, һин генә ҡалдың, көтәбеҙ, – тип шылтыратып бер булды.
Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында,
Апрель 2017
Закир Әҡбәров
Мәҫәлдәр
АЙЫУҘЫҢ ДУҪЫ
Йәшәйештең тайпылышһыҙ ҡанундары.
Берҙән-бер көн Айыуға ла Әжәл килде:
– Фанилыҡта һиңә тигән ризыҡ бөттө,
Баҡыйлыҡҡа күсер көнөң етте, – тине.
Урман өсөн ҙур юғалтыу, ауыр ҡайғы,
Уның кеүек һирәк була бит бөйөктәр.
Һуңғы юлға оҙатҡанда Айыуханды,
Үкһеп-үкһеп илаштылар бар кейектәр.
Даһиҙарҙы оҙатҡанда һуңғы юлға,
123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152