Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Төркиәлә Евразия Яҙыусылар союзы 2011 йыл аҙағында халыҡ-ара әҙәби бәйләнештәрҙе, дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән, ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эшләгән барлыҡ сараларға  йомғаҡ яһап, йыл яҙыусыһын, йыл журналын, йыл тәржемәселәрен, йыл телеканалын билдәләне. 

Әзербайжан Яҙыусылар союзы рәйесе Анарҙы төрки донъяла «Йыл кешеһе» тип иғлан итергә Төньяҡ Кипрҙың Лефкос ҡалаһында үткән IV Төрки донъяһы әҙәбиәт журналдары конгресында ҡарар ителгәйне. Анар, шулай итеп, төрки донъяла «Йыл кешеһе» тип танылды.

Төрки телдәр араһында иң яҡшы шиғыр тәржемәләре премияһы Ҡаҙағстанда нәшер ителгән «Донъя әҙәбиәте» журналында төрөк әҙәбиәтенән тәржемәләре өсөн ҡаҙаҡ шағиры Бауыржан Жаныпҡа биреләсәк.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Гөлфирә Әхмәтшина

Мәктәп ғорурлығы

Күптән түгел Благовар районы Иҫке Күсәрбай урта мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрамға ҡайтҡан бихисап ҡунаҡтарҙы мәктәптең бай тарихлы музейы хайран итте. Һәр кем үҙе тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәтте күреп ихлас ҡыуанды. Һәр бер уҡыусыһы, уҡытыусыһы  тураһында матур иҫтәлектәр һаҡлаусы икән дә музейыбыҙ. Уға нигеҙ 1988 йылда һалына:   БАССР мәктәптәренең  атҡаҙанған уҡытыусыһы Ф. И. Ишмаева һәм тарих уҡытыусыһы Н. И. Ғайсин тырышлығы менән төҙөлә ул. 

Бөгөн музейҙа алты даими экспозиция бар. Беренсеһендә Иҫке Күсәрбай ауылы  мәғарифы тарихына бағышланған материал тупланған. Иң беренсе уҡыу йорто – рус-башҡорт училищеһы 1911 йылдың 1 октябрендә асыла. Беренсе уҡытыусыһы Вәлиулла Кинйәкәев була.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Салауат Әсфәтуллин

Тарихҡа яңы «аңлатма»мы был?

«Ватандаш» журналының 10-сы сығарылышында (2010) тарихсы Р. Н. Рәхимовтың  «Төньяҡ амурҙары» тарихын боҙоп күрһәткән мәҡәләһе донъя күрҙе. Мәкерле уйҙырмаларын тарихи хәҡиҡәт менән (әлбиттә, күҙ буяу өсөн) буташтырып, автор  башҡорттарға насар мөнәсәбәттә булыуын белдереүҙән дә тартынмай. Мәҡәләнең йөкмәткеһенән ғәрләнеп, мин шунда уҡ редакцияға «Бойся трижды кандидатов исторических наук лихих 90-х  дары  приносящих» тип  аталған яуап яҙып һалдым. Ләкин  журнал уны баҫманы. Рәхимов иһә, минең өҫтән көлгән кеүек, киләһе 11-се номерҙа башҡорттарға ҡаршы рух менән һуғарылған өс мәҡәләһен сығарыуға өлгәште. Тәүге мәҡәләһен тарихсы  «һаулыҡҡа» тип башлаған кеүек тойолһа ла, «әруахтар рухына» тип тамамлай. «Ул (Мәскәү тарихсыһы М. Д. Рабинович – С.Ә.) проблеманы ентекле өйрәнмәй һәм Ырымбур өлкәһе Дәүләт архивында документтарҙы сығанаҡтар менән сағыштырып ҡарамай тороп, ғилми ҡулланыуға 20 урынына 28 башҡорт полкы тигән төшөнсәне үҙ белдеге менән индереп ебәрә, тип хәбәр итә Р. Рәхимов.  Ошоноң менән ул Наполеонға ҡаршы һуғышҡа  бәйле башҡорт тарихы фәненә буталыш индерә».

Артабан уҡырға


Январь 2012

Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин

Башҡорттар китте Һуғышҡа

1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813 – 1814 йылдарҙа сит илгә поход башҡорт  халҡының  ижтимағи аңында, рухи донъяһында, шул иҫәптән йырҙары, риүәйәттәре һәм легендаларында тәрән эҙ ҡалдырған. Документтарҙан, тарихи әҙәбиәттән күренеүенсә, был яуҙа Рәсәй империяһында йәшәгән 200-ҙән ашыу халыҡтан тик ун – ун дүртенең, мәҫәлән, грузин, осетин, адыгей, кабардин, ҡалмыҡ, Балтик буйы  халыҡтарынан латыш менән эстондарҙың ҡатнашыуы ғына билгеле. Әлбиттә, һуғыштың төп ауырлығы урыҫ, белорус, украин халыҡтары иңенә төшкән.

Яугир һәм яҙыусы Сергей Глинка бер хеҙмәтендә, 1812 йылғы Ватан һуғышында мордвалар менән сирмештәр (мари) ҙә ҡатнашҡан, тип яҙа.  Автор яңылыша, сөнки ул халыҡтарҙың был һуғышта ҡатнашыуы тураһында рәсми документтарҙа ла, тарихи әҙәбиәттә лә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Инглиз ғалимы Роберт Фред Бауманн «Башҡорттар миҫалында урыҫ булмаған халыҡтар Рәсәй империяһының хәрби хеҙмәтендә» тип аталған күләмле мәҡәләһендә: «Волга буйында көн иткән татар, мордва, мари һәм башҡалар империя ғәскәрендә хеҙмәт итмәгән», – тип яҙған1. Шуға ҡарамаҫтан, Ә.Усманов, Р.Рәхимов һ.б. тарихсылар, мишәр һәм типтәрҙәрҙе күҙ уңында тотоп, «татар полктары» тигән төшөнсә индерә. Һуғышта Башҡортостанда йәшәгән – башҡорттарҙан башҡа – халыҡтарҙан  урыҫ, мишәр һәм «типтәр» тип аталған халыҡтар вәкилдәре ҡатнаша. Мишәр – татар түгел, айырым төрки халыҡ. Типтәрҙәр араһында ла башҡорт, мишәр, сыуаш, мари, татар һәм башҡалар булған. Татарҙарҙың, мәҫәлән, типтәрҙәр араһында 25 – 30 процент тәшкил итеүе билдәле. Типтәр ҡатламының яртыһынан күберәге ерһеҙ ҡалған башҡорттарҙан торған. Был факттар атап үтелгән тарихсыларға билдәһеҙҙер, күрәһең.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Миҙхәт Саҙрыев

Ауылһыҙ ил – бөлгән ил

Меңәр йыллыҡ донъя тарихы  һәм хәҙерге тәжрибә шуны күрһәтә: бер ниндәй цивилизация ла, дәүләт тә  халҡын аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итергә һәләтле ауыл кеүек тылдан башҡа етеш көн итә алмай. Шуға күрә цивилизацияла кешелек ауылға матди, финанс, әхлаҡ яғынан ярҙам итеү кеүек хәстәрлек күрергә мәжбүр ителгән. XIX быуатта Америка фекер эйәләренең береһе Буккер Вашингтон, ауыл хужалығына, ер эшкәртеүгә яҙыусылар, шағирҙар һәм рәссамдар хеҙмәтенә булған кеүек мөнәсәбәт күрһәтергә кәрәк, тигән фәһемле һәм тәрән мәғәнәле фекер әйтеп ҡалдырған. Рәсәйҙең психологтары шундай һығымтаға килгән: атап үтелгән ижад кешеләренең хеҙмәт көсөргәнешлелеге Йыһанға осоусыларҙыҡына тиң.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Зәйтүнә ШӘРИПОВА

Балҡыштарға бай ғүмер

(Роберт Байымовтың тыуыуына 75 йыл)

Башҡорт әҙәбиәте ғилеме формалашыуға тос өлөш индергән арҙаҡлы ғалимдарҙың береһе, күренекле прозаик һәм йәмәғәт эшмәкәре, талантлы педагог Роберт Байымовтың тыуыуына 75 йыл тулды... Бынан бер йыл да һигеҙ ай ярым элек уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Р. Н. Байымов Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында алтынсы класты тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышында танк ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп, ҙур тәжрибә туплаған механизатор атаһының Ҡарлыман МТС-ына эшкә күсерелеүе сәбәпле, Бишауыл-Уңғар башҡорт мәктәбен дүрт йыл йәйәү йөрөп тамамлай. Урта белемле егет үҙ районындағы Иҫке Ҡыйышҡы, Биштәкә ауылдарында өс йыл физиканан, математиканан һабаҡ бирә, шул арала Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының физика-математика факультетында ситтән тороп бер курсын уңышлы тамамлай. Һалдат хеҙмәтенә  ул алыҫҡа, Япон диңгеҙенең ярындағы атаҡлы Находка порты тирәһенә, ебәрелә, урта техник белемле һәм институт студенттарынан төҙөлгән артиллерия полкына эләгә, орудиеларҙың утын махсус приборҙар ярҙамында координациялаусы взводҡа тәғәйенләнә. Ҡушылмаһа ла, һалдат тормошо хаҡында хәрби округ гәзитенә хәбәрнамәләр яҙа башлай, боевой листоктар, стендтар эшләүҙә әүҙемлек күрһәтә. Хеҙмәтен тултырғас, артабанғы ғүмер юлын филология менән бәйләргә ныҡлы ҡарар итеп, 1959 йылдың йәйендә, атай йортона ла ҡайтып тормаҫтан, имтихандар биреү өсөн  Башҡорт дәүләт университеты тупһаһына аяҡ баҫа һәм вафатына тиклем ошонда эшләне.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Рауил БИКБАЕВ

Шағир яҙмышы

(Хәсән Назарға 70 йәш)

Ғүмер уҙған һайын ижад донъяһына килгән саҡтарыбыҙ, бигерәк тә алтмышынсы йылдар хәҙер йышыраҡ хәтергә килә, һағындырып иҫкә төшә. Башҡорт әҙәбиәтенең гөрләп үҫкән алтын дәүерҙәре! Ошо осорҙа Баязит Бикбайҙар, Сәләх Кулибайҙар, уларҙан да олораҡ шағирҙарыбыҙ үҙҙәренең яңы сифаттары менән асылды, аҡһаҡалдар йәшәрҙе. Яугир шағирҙар ырамлы эшләне. Мостай Кәрим ижады тотош Союз күләмендә, хатта сит илдәрҙә лә нығыраҡ таныла барҙы. Рәми Ғариповтар, Рафаэль Сафиндар быуыны донъяны шаулатты, дәррәү алҡыштар яуланы. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы донъя күргәндән һуң әҙип һүҙенә талап артты, прозабыҙ яңы үҫеш кимәленә күтәрелде. Балалар әҙәбиәтенең айырым үрнәктәре бик күп телдәргә тәржемә ителде. Башҡорт драматургтарының әҫәрҙәре республиканан ситтә лә йышыраҡ ҡуйыла башланы. Башҡорт әҙәбиәт ғилеме милли һүҙ сәнғәтенең ҡатмарлы тарихын, уның хәҙерге эҙләнеүҙәрен һәм асыштарын киң ҡараш, төплө фекер, ысын эстетик зауыҡ менән байҡарлыҡ юғарылыҡҡа күтәрелде, тулы мәғәнәһендә фән булып өлгөрҙө.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Суфиян Поварисов

Башҡорттоң баллы һүҙе

(Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә тел байлығы)

Яҙма әҙәби тел барлыҡҡа килгәнсе үк әле, төрки телдә һөйләшкән бик боронғо ҡәүемдәр «тел ярышы» мәжлесе үткәрә торған булғандар. Әйтәйек, бер тәүзуғ (тема) буйынса күптәр һөйләй. Телмәр матур ҙа, мәғәнәле лә, сәнғәтле лә булһын. Кешенең аң-аҡыл алтыны, хис-тойғо көмөшө, эске донъяһы, фекер йөрөтөү ҡеүәте, рухи йөҙө, йөрәк ялҡыны көсө, күңел шәфәкәтлелеге шунда асыҡлана. Әлбиттә, әҙәм балаһын ваҡыт-ваҡыт һандуғас итә торған моң да ҡатнаша. Тамырҙаш, ҡәрҙәш, фекерҙәш, арҡадаш булмаған телдәрҙә лә моң уртаҡлығы бар. Был хосусиәт күрше булып йәшәгән боронғо чиндар (хәҙерге ҡытайлылар) менән төрки телдә һөйләшкән һундарҙа күҙәтелә. Уларға корея халҡы моңо ла килеп ҡушыла. Бер ни ҡәҙәр япондыҡы ла.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152