Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Март 2012

Гөлфирә Гәрәева

БӨГӨНГӨ ПОВЕСТЬ

Бөгөнгө башҡорт прозаһына байҡау яһаһаң, заман темаһын ярайһы уҡ киң яҡтыртҡан, йәмғиәттәге киҫкен мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәргән, кешеләрҙең рухи ихтыяжын ҡандырған повесть жанрының өлгөрлөк күрһәтеүен икеләнмәй билдәләргә була. Дөрөҫ, оператив жанр булараҡ, көн темаһын-проблемаһын хикәйә тәүгеләрҙән булып күтәреп сыға, шулай ҙа повесть заман ағышын һәм замандаштың рухи йөҙөн төптәнерәк, тәрәндәнерәк асыуы, йөкмәткенең фәлсәфәүи асылына баҫым яһалыуы, ижтимағи һәм эстетик мөһим яңғырашлы хәл-ваҡиғаларҙың һайлап алыныуы менән айырыла. Быны Ш. Хажиәхмәтовтың «Яңғыҙ инә бүре», Ш. Шәкүрованың «Өфө вокзалы», Ә. Әминевтың «Бер кәмәлә», С. Шәриповтың «Гонаһлы шарлама», С. Ильясовтың «Йөрөк ҡола», Т. Ғарипованың «Илекәй» повестары миҫалында күрергә мөмкин. Был повестар тормоштоң төрлө өлкәләрен яҡтыртыуҙары, бөгөнгө заман геройҙарының асылына үтеп инеүҙәре, һүрәтләү сараларының баҙыҡлығы, психологизмдың ҡеүәтле булыуы, фекерҙе образлы кинәйәгә төрөп еткерә белеү, стиль, сюжет-композиция ҡоролошондағы эҙләнеүҙәр, яңы формалар табырға ынтылыш менән характерлана.

Артабан уҡырға


Март 2012

Зәлифә Кашапова

Ҡояш төҫлө балҡый күңелем

  Уян, халҡым!

Әйтсе, халҡым!

Кемдәр илде

Талап, һатып,

Аҡса ҡоло булғандар?

Ҡайһы арала

Замананы

Табыныуға ҡорғандар?!

Артабан уҡырға


Март 2012

Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов

Шиғырҙар

         Атай йорто

Мәңге иҫтә атай йорто,

Ҡарт ҡарағас – нигеҙ ҡото,

Өрлөктәге сәңгелдәгем,

Шартлап янған усаҡ уты.

 

Сөм ҡаҙанда картуф ҡайнай,

Әсәй әпәй-икмәк яһай.

Аҡ мейестә имән ҡуҙы

Миңә күҙен ҡыҫып баҙлай.

Артабан уҡырға


Март 2012

Таңһылыу Ғәйнуллина

Ҡартымды юғалтҡас...

Хикәйә

Хоҙайға рәхмәт, ҡартым менән йәшәгән нигеҙем ҡотло ла, уңышлы ла булды: балаларым ауырыманы, мал-тыуарыбыҙ ишле, хатта ҡаҙҙарыбыҙ ҙа теүәл баҫты бәпкәләрен. Баҡсабыҙ ҙа ишелеп уңды. Әллә үҙебеҙ йәшәүҙән йәм-тәм табып, ихлас йәшәнек, әллә бәхетле нигеҙебеҙҙе Аллаһы Тәғәлә үҙ итеп, үҙе насип әйләне беҙгә. Хикмәт бында ғына түгелдер, ә ғүмер буйы бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәүебеҙҙәлер, тип уйлайым мин бөгөн. Вафатынан бер нисә көн элек мәрхүмкәйем: «Әсәһе, яҡыныраҡ кил әле эргәмә, әйтер һүҙем бар», – тип саҡырып алды.

– Ҡыуманым түгел, ҡыуҙым мин был донъяның артынан. Уның менән бөгөн бер ниндәй ҙә алыш-бирешем юҡ. Фанилыҡтың да үпкәһе юҡтыр тормошома ҡарата. Әжәлдән ҡурҡмайым. Иң ҙур байлығым – һеҙ. Балаларыбыҙ һәйбәт. Улар алдында йөҙөбөҙ яҡты. Бер кемгә лә ҡыҙыллыҡ та, ауырлыҡ та килтермәнек яҡшылыҡтан башҡа.

Артабан уҡырға


Март 2012

Раят Вәлиев

Күләгәле утрау


Март 2012

Мәрйәм КҮСМӘЕВА

Шиғырҙар

       Мәскәү йүкәләре

Мәскәүҙә лә йүкә сәскә атҡан –

Кремлдең үҙе янында.

Ғәжәп кеүек, хатта артыҡ ситен

Күреү быны июль таңында.

 

Эйе, ысын.

Әммә хуш еҫтәре

Һиҙелмәй ҙә ҡала эсендә.

Сәскәләрен үҙем наҙлап үттем

Өндәремдә, әллә төшөмдә.

Артабан уҡырға


Март 2012

Нәжибә ӘМИНЕВА

Теләп торам

          Теләп торам

Эй, һала ла кеше хәҙер өйҙө –

Мин шаҡ ҡатып торам.

Ниндәй ауыр плиталар бында,

Ниндәй көслө кран!


Артабан уҡырға


Март 2012

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Иң матур мәлем...


       Урман янғанда

Урман яна. Сытырайған ағас

Крематорийҙарҙа ыңғыраша.

Ҡасан ғына болот ҡулын болғар

Азатлыҡҡа илтер ямғыр аша?

 

Урман яна. Меҫкен хайуан, ана,

Ары бәрелеп, бире һуғылып илай.

(Әллә ниңә һуғыш яландарын

Күрһәткәндәй, бәлә тулы был ай.)


Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152