Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Март 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит


Март 2012

Әхтәм Абушахманов

Юморескалар

Атай һабаҡтары

Атайым ғүмер буйы районда йә колхоз рәйесе, йә парторг булып эшләгән. Колхозды тартырға кәрәк: иртән сәғәт алтыла тороп эшкә киткән, төнгө ун икеләрҙә ҡайтҡан.

– Ә нисек йоҡоңдо туйҙыра инең һуң? – тип һорар инем – миңә ул саҡта иң тәмлеһе йоҡо була торғайны.

– Төшкө ашҡа ҡайтам да, ҡырын ятып сәй эскәндән һуң, ун биш минут йоҡлап алам, шул мине яңынан кеше итә лә ҡуя, – тип һөйләр ине атайым. Пенсияға егерме ете тәңкә менән сыҡты, персональ пенсия бирмәнеләр, йәнәһе, наградаһы юҡ. Ләкин ул быға әллә ни ҡайғырманы ла:

– Булмаҫ. Беренсе секретарҙың атаһын ваҡытында кулак итеп ебәргәйнек, малайына ун дүрт йәш ине, шуны онотмағандыр, хәҙер түрә булып ултыра, бирмәҫтәр, – тигәне иҫтә.

Пенсияла булһа ла, өйҙә генә ятманы, бөтә хужалыҡ эштәрен алып барҙы. Ғәҙәтенсә, сәғәт алтыла тора ла мал ашата, аҫтын таҙарта, утын яра һ.б., ә әсәйем был ваҡытта иртәнге сәй әҙерләй. Мин ул саҡта һигеҙҙе бөтөрөп, ауылда клуб мөдире һәм киномеханик булып эшләй инем. Бик һуң ҡайтам да иртән оҙаҡ ҡына йоҡлайым. Атай эштәрен бөтөрөп, сәй эсергә инә лә мин ишетерлек итеп ҡысҡырып һорай:

– Рауза, теге малай һаман йоҡлаймы шул?

Артабан уҡырға


Март 2012

Кәбир Аҡбаш

        Һатылалар

Бер олатай силсәүиттә

Ҡыҙып-ҡыҙып таптыра:

– Бар нәмә лә һатыла бит,

Был законды кем ҡора?

 

Ысынлап та, аҡыл етмәй,

Бөтә нигеҙ ватыла.

Ә урманға аяҡ баҫма,

Хатта миндек һатыла.

Артабан уҡырға


Март 2012

Марат Ғафаров

Әйлеләр тарихына бер ҡараш


Март 2012

Әлим Зарипов

Һағыҙаҡтар ояһы

1912 йылда Бөйөк Британия подданныйы  Уркварт тарафынан Көньяҡ Урал тау-сәнәғәт акционерҙар  йәмғиәте ойошторолоу менән, Таналыҡ-Баймаҡ баҡыр иретеү, Семеновка циан заводтары һәм Түбә бегун фабрикаһы ҡорола. Геология-разведкалау эштәре киң йәйелдерелеп, Беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан Таналыҡ-Баймаҡ заводында – 150, Семеновкала – 120, Түбәлә – 110  һәм рудниктарҙа 340 кеше эшләй. Акционерҙар йәмғиәте был яҡтарҙа киң эшмәкәрлек башлап ебәрә. 1912 йылда уҡ ул Бөрйән олоҫо башҡорттарынан ике килешеү буйынса 70 йылға 10 мең дисәтинә ерҙе һәм 30  йылға 50 мең дисәтинә урманды ҡуртымға ала. 1916 йылда акционерҙар йәмғиәте Икенсе Бөрйән олоҫоноң Түбәнге Байрамғол ауылы аҫабаларынан 207 дисәтинә ер һатып ала. Беренсе Түңгәүер олоҫоноң Алғазы ауылы башҡорттарынан – 2709, Беренсе Этҡол, Иҫке һәм Яңы Кинйәбулат ауылдары башҡорттарынан 3909 дисәтинә ерҙе 36 йылға ҡуртымға ала. 3909 дисәтинә өсөн ҡуртым хаҡы йылына 1200 һум, йәғни дисәтинәһе 30 тиндән билдәләнә.

Артабан уҡырға


Март 2012

Әхмәт Мәхмүтов

Яуҙарҙа сыныҡҡан әҙип

(Нәжиб Иҙелбайҙың тыуыуына 100 йыл)

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, көр тауышлы һәм көр күңелле кеше ине Нәжиб Иҙелбай. Хистәргә бай йөрәкле, ижади уйлы шағир ине. Үткер телле публицист, оҫта тәржемәсе, яуҙарҙа  сыныҡҡан әҙип булды ул.

Нәжиб Иҙелбай (Нәжиб Сафа улы Иҙелбаев) 1912 йылдың 12 мартында хәҙерге Баймаҡ районының Иҙелбай ауылында тыуған. Бер ни тиклем ваҡыт мәктәптә белем алғас, урман ҡырҡыусы, ауыл Советы секретары, китапханасы була. 1929 йылда Баймаҡ тау сәнәғәте техникумын тамамлай, бер нисә йыл Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләп ала. «Ҡыҙыл байраҡ» исемле район гәзите ойошторолғас, журналистика өлкәһенә күсә. Мәскәү – Волга каналы төҙөлөшөндә эшләй, ундағы «Ударники канала» гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр ҙә була. 1937–1938 йылдарҙа Башҡортостан  китап нәшриәтендә мөхәррир һәм тәржемәсе булып эшләй, бер үк ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Нәжиб Иҙелбай 1938 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан  һуғышы йылдарында взвод, рота командиры була. Ҡаты яраланып дауаланғандан һуң демобилизациялана һәм Өфөгә  ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 – 1955 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй.

Артабан уҡырға


Март 2012

Суфиян Поварисов

Әҫәрҙәрендә – Хоҙай хозуры...

(Ғәлимйән  Ибраһимовтың тыуыуына 125  йыл)

Алтын  тапһа, кеше  уның эсендә ни бар икәнлеге тураһында ҡыҙыҡһынмай. Ә яңы табылған һүҙ  – серле йомғаҡ. Халыҡ уны «һүтә лә һүтә», эсендә ни барын белергә ашыға. Һүтеп бөтөрөп, орлоғон,  емешен  тапҡас та  әле, ул тәрән уйға ҡала: орлоҡ эсендә ни бар икән? Ҡайҙа, ниндәй ерлектә тыуған һуң ул орлоҡ? Ҡайһы бер һүҙҙең этимологияһын асыҡлау өсөн күпме ғалимдар бәхәскә кермәй? Һүҙҙең эске мәғәнәһен дә, тышҡы формаһын да асыҡлау еңел түгел. Һәр әйбергә бер атама. Бына ҡар ирене. Яҙ сәскәһе умырзая донъяға сыҡты. Ләкин уның ғүмере бик ҡыҫҡа. Шуға күрә халыҡ уны заяға үткән кеше ғүмере менән сағыштыра.  Яһалышы ла шунан килә. Яҡынса ул былай:  ғүмере зая –  омер зая – умырзая.

Һүҙҙәрҙең эске мәғәнәһен аңлау яҙыусы өсөн айырыуса кәрәк. Күп кенә әҫәрҙәрҙә умырзая ҡыҫҡа ғүмерҙе тасуирлау өсөн  сағыштырыу объекты сифатында файҙаланыла. Матурлыҡ, үкенеү, юҡһыныу, тиҙ ҡауышып тиҙ айырылышыу кеүек күренештәрҙе күрһәтеү өсөн дә ҡулланалар. Был һүҙ тел ғалимдары тарафынан да телгә алына. Улар ҙа уның мәғәнәһен ана шул бер үҙенсәлек буйынса аңлата. Беҙҙеңсә, мәсьәләнең икенсе яғы тураһында ла уйларға кәрәк. Ғүмерен заяға үткәргән кеше бер мәртәбә лә балҡый алмағандыр, бәлки. Кеше ғүмере йылдар һаны менән түгел, хеҙмәт даны менән, тиҙәр. Ә умырзая яҡты донъяға ҡар аҫтынан ашыға-ашыға сыға. Яҙ матурлығы булып балҡый. Шуға күрә халыҡ телендә  ул матурлыҡ һәм батырлыҡ символы булараҡ телгә алына.  Быҫҡып үткәргән мең кеше тормошонан балҡып  йәшәгән бер ижтиһадлының  ғүмере ҡәҙерлерәк.  Умырзаянан матурыраҡ бик күп сәскәләр, гөлдәр бар. Ләкин беҙ уларҙың исемдәрен белмәйбеҙ. Сөнки улар беҙҙең күҙ алдында ҡар ярып сыҡҡан матур сәскә булып килеп баҫмай. Беҙҙә был исем уға уйламайыраҡ бирелгәндер, бәлки. Башҡа милләттәр уны төрлөсә атай: рустар –  подснежник, француздар  – ҡар бырауы, инглиздәр –  ҡар тамсыһы, немецтар – ҡар ҡыңғырауы.

Артабан уҡырға


Март 2012

Сабит Фазлыев

Бонапарт ишеткән оран

Хикәйәт

Француз армияһының ҡыйыу офицерҙарының береһе Жан Батист Марселен де Марбо император Наполеондың Рәсәйгә баҫып инеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Юҡ, ул бер ниндәй ҙә байлыҡҡа өмөт итмәне, Марбоның төп маҡсаты – хәрби карьера, Рәсәйҙе еңгән хәлдә, ул үҙен маршал чинында күрә ине. Шул ҙур ҙа, ҡеүәтле лә империяны еңеүҙәренә капитан Марбо, әлбиттә, ныҡ ышанды, сөнки Наполеондың тағы ла ҡеүәтлерәк армияһында уның кеүек батыр француздар бихисап һәм, иң мөһиме, еңеүҙәргә әйҙәгән императорға улар ышана. Наполеон үҙен еңелеү белмәҫ полководец икәнен дә етерлек иҫбатлағайны. Ымһындырғыс баҫҡыстар буйлап өҫкә тиҙ арала үрләү өсөн тыныс ваҡытҡа ҡарағанда һуғыш – бик яйлы, был хәҡиҡәтте капитан күптән аңлап алғайны. 1799 йылда Марбо 1-се гусар полкының ябай һалдаты сифатында хеҙмәт итһә, 1807 йылда капитан дәрәжәһенә күтәрелеп өлгөрҙө. Күптәр офицер дәрәжәһен алыу өсөн унар йылдар хеҙмәт итә, ә ун ете йәшлек Марбо бер ай эсендә кесе лейтенант чинын эләктерҙе. Яҙмыш та уға ыңғай, туҡтауһыҙ бәхет елдәрен уның яғына өрҙө, ут эсенә атлығып торған һуғышсыға батырлыҡтар ҡылыу өсөн төрлө уңайлы шарттар булдырып торҙо. Италия кампанияһында ла шулай килеп сыҡты: осраҡлы ғына яраланған командир урынына кавалерияға етәкселек итеп, австриялыларҙың байтаҡ пушкаларын ҡулға төшөрҙө ул. Аустерлицта иһә маршал Ожероның адъютанты сифатында Марбо үҙен булдыҡлы офицер итеп күрһәтте. Эйлау янындағы һуғышта ул капитан ине инде.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152