Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Апрель 2012

Рафаэль Зинуров

Башҡортостан юлы

(Эпик поэманан өҙөк)

«Яйлы тормош хөкөм һөрә һәр урманда,

Таҡыр юлдар юғалмай һис аҡ томанда.

Тормош иһә – томанда юл... Әммә ләкин

Алға китмәй урынында ул торғанда...»

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Рәйсә КҮЗБӘКОВА

Милли мәғариф: мөмкинлектәр һәм бурыстар

Сер түгел: әҙәм балаһы барыбер ҙә тәү сиратта үҙенең матди хәлен ҡайғыртырға мәжбүр. Күпселек тамағын туйҙырып, өҫтөн бөтәйтеп, йәшәр урынын булдырып, балаларын тәрбиәләгәндә генә тирә-йүнгә күҙ һала башлай. Эйе, үҙен,  яҡындарын ҡайғыртмай, халҡын, хатта дөйөм кешелекте уйлағандар ҙа етерлек. Сократ, мәҫәлән, донъяуи мәшәҡәттәрен бар тип тә белмәй, бер ҡат тога (өҫ кейеме) менән генә иртәнән кискә тиклем йә майҙанда, йә күләгәлә, йә фекерҙәштәре йортонда йәмғиәткә, йәшәйешкә, кешеләргә ҡарашын белдерә йөрөгән. Йәшәү мәғәнәһен хәҡиҡәтте эҙләүҙә, тапҡанын башҡаларға еткереүҙә күргәнгә был инанысы хаҡына үлемгә барыуҙан да ҡурҡмаған. Илгиҙәр сәсән Аҡмулланың да донъя малы тип суҡынмауы билдәле.  Илем, телем тип янған Рәми, эшһеҙ ҡалып, ауылға ҡайтып китергә мәжбүр булғанда ла, үҙ инаныстарынан баш тартмай – халҡына тоғро ҡала.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Әлпе юғалған йыл

ХИКӘЙӘ

Был йылда Әлпе юғалды. Ҡаҡса ғына оҙон буйлы, ерән сәсле был ирҙе әле хәтерләүселәр барҙыр, бәлки, ҡатыны ла иҫәндер әле, ул шул йылды ашлыҡ келәттәренең мөдире булып эшләне. Шуның арҡаһында китте лә  инде уның башы.

Ошо йылды мин тик яттым. Башҡа ваҡиғалар ҙа хәтерҙә ҡалмаған. Ҡышҡа кергәс, оҙон бер көн мин утын ярҙым.

Әллә ҡасанғы көн бит инде, үҙе бөгөн генә булған кеүек. Ниндәй ғәләмәттер, уны иҫкә төшөрөп, ҡабаттан бермә-бер ентекләп, уйҙарымда ғына булһа ла ҡабат терелтеп, йәшәп сығаһым килә. Ул шулай итеп хәтерҙә ярылып ҡалған – әҙәм балаһының мейеһендә үткәндәрҙе һаҡлай торған урын булһа, бына ошо көн унда ситкә сайпылмай-нитмәй кереп ятҡан. Ни эшләп  шулай булғанын мин бер нисек тә әйтеп аңлата алмайым, әммә шуныһы раҫ: ул көн, ҡыйбатлы рам эсендә торған рәсем кеүек, туҙан бөртөгө лә ҡунмайынса, күҙ  алдымда ғына эленеп тора.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Раят Вәлиев

Күләгәле утрау

Мажаралы повесть

 18

Диуана, иçәр, ахмаҡ, ауһар, хыялый, туңбаш, дөндөк, иçәүән, ағас, буш ҡыуыҡ, һыумейе, алйыу… Халыҡ телендә әҙәм балаһының аң-фиғелен үлсәүсе һүҙҙәр байтаҡ. Әммә улар түбәнгә йә юғарыға илткән үҙ-ара бәйләнешле һикәлтәләр хасил итмәй, имеш. Йәғни диуананы иçәүәндән аҡыллыраҡ йә, киреһенсә, иçәрерәк тип сағыштырып булмай. Хыялый ахмаҡ булмағандай, туңбаш та алйыу түгел. Был төшөнсәләр бер үк күлдең төрлө утрауҙары кеүек. Ҡыçҡаһы, юғарыла теҙелгән һәр һүҙҙең асылында аныҡ төшөнсә ятҡанын иçәпкә алғанда,  ул сифаттарҙы үҙендә бергә йыйып,  дөйөмләштерергә ирешкән инсандың һын-ҡиәфәтен, холоҡ-фиғелен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Шәүлиә Зөлҡәрнәева

Кемдәр улар

Кемдәр улар

Үҙ аллы уйлауҙың тәүге  шарты –

                эшләгән эште һөйөү.

                                           Иҫәнбикә Туған

Кемдәр улар шағирҙар?

Ниндәйен кешеләр,

Шағирҙар... Ауыҙлы,

Эсендә теше бар.

 


Артабан уҡырға


Апрель 2012

Ләйсән Кәшфи

Онотма мин барын

Шатлыҡтан шашҡанда күңелең,

Дуҫтарың күп булһа яныңда,

Тын ғына һөйөнөп йөрөрмөн,

Борсомам бәхетле сағыңда.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА

«Рәхмәт яуһын, рәхмәт яуһын!»

       Килә йәшәгеләр

Бөтәһе лә артта түгел әле.

Алда ла бар һыуҙар – эселмәгән,

Һулап бөтөлмәгән һауалар бар,

Тойғолар бар –  әле кисерелмәгән.

 

Зарығылмай ҡалған сәғәттәр бар –

Бар йәштәр ҙә әле түгелмәгән.

Һағынылмай ҡалған яҡындар бар,

Әрнештәр бар – әле түҙелмәгән.

Артабан уҡырға


Март 2012

Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА

Һуңлаған осрашыу

 Һуңлаған осрашыу

Әллә юлың,

Әллә төшөп уйың,

Ишегемде ҡаҡтың...

Әллә ҡайҙан –

Айҙан булды, буғай –

Йортҡа үтте яҡты.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152