Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Март 2017

Юнир Салауатов

БӨРЙӘН МӘҘӘКТӘРЕ

Ниндәйе кәрәк ?
Бөрйән буйлап гастролдә йөрөйбөҙ. Оло юл буйында урман эсендәге киоскыға инеп ҡымыҙ эсергә булдыҡ. Тирә-яҡта бер кем күренмәй. Аптырағас, киоск тәҙрәһен шаҡыныҡ. Тәҙрә эс яҡҡа табан асылды. Унда бер йәш ҡатын ултыра.
– Һеҙ ҡымыҙҙың “былайы”нмы, әллә “түрәләрский”ен эсәһегеҙме? – тип һораны ул. Беҙ эсемлектең ундай сорттарға бүленгәнен белмәгәс ни:
– Улар араһында ниндәй айырма бар? – тип һораныҡ.
– “Былайы” – ябай ҡымыҙ. Уны халыҡ эсә. Ә Өфө яҡтарынан килгән тикшереүсе-фәләндәрҙе, түрә-мүрә ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн ҡымыҙға араҡы ҡушабыҙ. Уныһы – “Түрәләрский”, – тип аңлатты ҡатын.

Артабан уҡырға


Март 2017

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Гөлдәрҙең маңдай бәхете

Аттың илағанын күргәнегеҙ бармы? Мин шаһит булдым. Унынсыны тамамлап, колхозда һарыҡ көтөүсеһе булып эшләп йөрөгәндә бергә хеҙмәт иткән Рәхмәтулла ағайҙың (мәрхүм инде) ҡыш уртаһында өйөндә яғыр утыны бөткәс, ике ат менән урманға киттек. Быйылғы Өфөлә яуған ҡарҙай уҡ булмаһа ла, ул йылды мул яуҙы, халыҡ теле менән әйткәндә, аттың бауыры аҫтынан өҫтәрәк ине. Байтаҡ утын ҡырҡып тейәп алғас, ҡуҙғалырға булдыҡ. Иң беренсе ағайҙың ҡола бейәһе санаһын һөйрәп китергә, артынан мин турысайым менән эйәрергә тейеш. Тик бейә, нисек кенә ҡыуалап-әйҙүкләп ҡараһаҡ та, йөгөн урынынан ҡуҙғата алманы. Ауыр утындан баҫылып упҡайны йәшәнкәле сана. Мин теҙгендән тотоп алға тартам, ағай дилбегә ҡаға.

Артабан уҡырға


Март 2017

Миңнур Әхмәтова

Йәйге төндә

Йәйге төн тын. Тик ел генә
Иҫеп ҡуя, ниҙер эҙләй.
Бер ҡабынып, берсә һүнеп,
Шуҡ йондоҙҙар ерҙе күҙләй.

Шул саҡ, әллә ҡайҙан сыңлап,
Тирә-йүнгә моң түгелде –
Йөрәгемде елкендереп,
Сихырланы һил күңелде.

Артабан уҡырға


Март 2017

Сәлимйән Бәҙретдинов

“КҮҢЕЛДӘРҘЕ СӘСКӘЛЕ ЯЛАН ИТКЕҺЕ КИЛДЕ”

Фатирыма ҡайтып ингәс, ниндәйҙер илаһи көс мине эш өҫтәлемә әйҙәне. Тартманы асып, унда ятҡан хаттарҙы ҡулыма алдым. Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған һабаҡташым Миңнур Әхмәтованың миңә яҙған хаттарын йотлоғоп уҡый башланым. Уҡыйым да, күңелем тулып, Миңнурҙы уйлайым, хис-кисерештәрен, һағышлы яҙмышын йөрәгемдән үткәрәм. Йылдар аша уның моңһоу күңелен тойғандай, юҡһыныулы тауышын, эс серҙәрен сисеп миңә өндәшкәнен ишеткәндәй булам:
– Әле лә миңә ағай булығыҙсы? Бик ҡыйын мәлдәрҙә хат ебәреп торһам, ауырһынмай ғына яуап һалырһың, яраймы?! Уларҙы мин бары яңғыҙлығымды еңер өсөн генә яҙырмын. Яҙырмын...

Артабан уҡырға


Март 2017

Миңлегөл Хисамова

“Ижадымда мин бурыслы мәңге Әсәм менән тыуған яғыма”

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – билдәле шағирә Миңлегөл ХИСАМОВА. Әҙибә менән бергә уның бала сағына, йәшлегенә сәфәр ҡылдыҡ, яҙмышына өлөш индергән ҡәҙерле кешеләрен, остаздарын иҫкә алдыҡ, бөгөнгө әҙәбиәткә, сәнғәткә, йәшәйешкә ҡарата фекерҙәрен белештек, уй-маҡсаттарын уртаҡлаштыҡ.

– Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы, тәүге яҙған шиғырығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Ул нимә тураһында ине һәм ҡайҙа баҫылып сыҡты?
– Иң тәүге шиғырым “Әнисәнең ҡурсағы” тип атала ине, V класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ул саҡта бик ныҡ ҡыуанғаным хәтеремдә ҡалған. Бәлки, ошо ваҡиғанан һуң яҙышыу теләгем тыуғандыр ҙа.

Артабан уҡырға


Март 2017

Гөлсөм Мостафина

Үҙ икмәгеңдең тәме

Хикәйә

– Ҡәһәр һуҡмағыр, урман араһына килтереп ҡалдырҙы ла, үҙе хәҙер тыныс ята. Ғүмере ҡатайҙар араһында үтеп ҡартайһын, тигәндер инде!
…Өләсәйем шулай ярһып һөйләнде лә аръяҡ урамда йәшәгән ҡыҙына сығып китте. Атайым менән әсәйем өндәшмәй генә иртәнге сәй эсеп ултырып ҡалды.
– Ошо әсәйемдең, йәй етһә, ҡанаты үҫә лә китә. Ялан яғын, Мырҙаҡайын һағына инде, – тип ҡуйҙы атайым. – Былтыр, өй күтәреп, ваҡыт булманы, элекке йыл Сания ауырыны. Һөҙөмтәлә нисәмә йыл тыуған яғына ҡайтып килә алмай. Оҙон юлға иптәш тә кәрәк. Ҡарурман араһына нисек бер үҙен сығарып ебәрәһең…

Артабан уҡырға


Март 2017

Таңсулпан ҒАРИПОВА

Һабаҡ

Хикәйә

Байып барған ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары тәҙрә быялаларын һандал төҫөнә буяны. Көнө буйы шашынып уйнаған ел, әлһерәп, ҡаршылағы тау итәгенә, урман эсенә инеп, күләгәгә һуҙылды.
– Ҡайҙа юғалды икән был малай? – ҡаҡса кәүҙәле, йөҙө лә, сәстәре лә берҙәй аҡ, ап-аруҡ оло йәштәге ҡатын үҙ алдына шулай һөйләнә-һөйләнә инде нисәнсе ҡат балконға сыға. Сыға ла, уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, тирә-яҡты байҡай, көткән кешеһе күренмәгәс, сәс араларына тиклем үтеп инеп, ҡандай ҡыҙарып байыған ҡояшҡа ҡарап, уйланып тора. Ситтән күҙәткән кешегә етенсе тиҫтәне ҡыуып барған ҡатындың шунан башҡа шөғөлө юҡ кеүектер ҙә. Ул ололарға хас сабырһыҙлыҡ менән өҫтәл әҙерләп ташлағандыр ҙа, эштән ҡайтасаҡ улын, киленен, бөтә 

Артабан уҡырға


Апрель 2017

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Кәмәлеккәй буйы, һай, киң түгел,
Һыу ятышҡайҙары ла киң түгел.
Кешеләрҙән кеше, һай, кәм түгел,
Ләкин бәхеткәйләре лә тиң түгел.
“Кәмәлек” йырынан

Беренсе бәйән
ДӘМИНДӘР
Тағы бер һоҡландырғыс таң атты, Дәминдәр ишекте шар асып тышҡа сыҡты. Йөрәге күкрәгенә һыймай, атылып сығырҙай булып типте. Шундай хозур, гүзәл донъяны беренсегә күргән һымаҡ. Кәмәлектең ташҡанын иҫ белгәндән күҙәтеп килә. Был һынлыһын хәтерләмәй. Йылға ярҙарынан сығып, тыуған ауылы Бөрйәнде уратып ятҡан Кәкрегүл менән тоташып, салҡып, даръя булып күптәрҙең өйҙәрен баҫып киткән. Ҡояш та нурҙарын сәсеп, 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152