Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Апрель 2012

Ишмөхәмәт Шарапов

«Ошо йырым булыр уҡаһы»

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Учалы районының Науырҙа ауылында йәшәп, шунан фронтҡа алынған Сафиулла Афзаловтың «Ейәндәрем уҡыр...» тип аталған көндәлектәренән өҙөктәр «Ағиҙел»дең былтырғы 5-се һанында донъя күргәйне. Унда һүҙ һуғышҡа тиклемге ваҡиғалар тураһында барһа, был юлы тәҡдим ителгәне авторҙың үҫмер сағынан алып егет ҡорона ингән осорона бағышланған. Яҙма тәрән фәлсәфәле фекерҙәргә бай булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

«Миңә 9 йәш, быйыл  3-сө класта уҡый башланым. Ауылда шаулы ваҡиғалар булып алды, бөтә халыҡты колхозға индерҙеләр. Атайым менән күрше Ҡасим ағай быға риза булманы. «Урта хәлле (уларҙы шулай тип йөрөтәләр – С.А.) көйө лә бына тигән итеп йәшәп яттыҡ, артабан да шулай йәшәрбеҙ әле», – тине улар. Атайым менән Ҡасим ағайҙы колхозға инергә өгөтләп тә, ҡурҡытып та ҡаранылар. Ахырыһы ауыл йыйылышында, уларға кулак мөһөрө тағып, Себергә һөрөргә ҡарар иткәндәр.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Рәшиҙә Ғиззәтуллина

“Урал батыр” – Ҡөрьән аяттарында

Йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына үтеп ингән рухи сирҙең иң аҙған осоронда йәшәйбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ бындай сирҙән арыныу дауаһын сер һандығында һаҡлаған. Был – «Урал батыр» ҡомартҡыһы.  Уның кешелек донъяһы өсөн уртаҡ рухи байлыҡ икәнлеген үҙебеҙ генә таныу аҙ, уны башҡаларға танытыу ҙа зарур. Иң боронғоларҙан һаналған даосизм, Будда диненең нигеҙ ташын тәшкил иткән йога тәғлимәте тураһында мәғлүмәт туплаған, башҡа донъяуи диндәр өсөн изге һаналған Әт-Таурат, Әз-Зәбүр, Әл-Инжил, Изге Ҡөрьән китаптарына керәсәк һүрәтләүҙәрҙе үҙ эсенә алған әҫәрҙең, ысынлап та, тамырҙары бик тәрән һәм Ер йөҙөндәге барса халыҡтар өсөн уртаҡ! Был эҙләнеүебеҙҙә халҡыбыҙҙың иң боронғо рухи ҡомартҡыһындағы һүрәтләүҙәрҙе һуңғараҡ ситтән үҙләштергән Ислам диненең  Изге Китабы Ҡөрьән-Кәримдәге аяттар менән уртаҡлыҡтарын табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Сөнки кешелектең башланғысы бер төптән булыуын дин һәм фән бөгөн берҙәй таный. Тәүҙә ошоға дәлил аяттарҙы килтерәбеҙ Ҡөрьәндән:

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Ноғман Мусин

Динис юлы

Был мәҡәлә төрлө ваҡытта яҙылды. Һуңғы вариантты 2011 йылдың сентябрендә, Динис Исламовтың тыуыуына 90 йыл  тулыуға арнап, журналға биреү өсөн, йәнә яҙырға тотонғайным. Шулай килеп сыҡты – уны ваҡытында ослай  алманым.

Ярай, һуң булһа ла, уң булһын! Ижады менән дә, яугир-шәхес булараҡ та күңелемә уйылып ҡалған өлкән ҡәләмдәшемдең  һоҡланғыс образына күпмелер яҡтылыҡ төшөрә алһам, изге ниәтемә ирештем, тиермен.

* * *

Тәүге тапҡыр осрашҡаныбыҙҙа ул хәрби кейемдә ине: офицерҙар кейә торған һәйбәт шинель, уның асыҡ иҙеүенән, яға эләктергестәре ҡаптырылмаған йәшел китель күренә, галифе салбар, ҡалын күндән тегелгән итек. Башындағы кубанка  һымағыраҡ бүрке, көмрө танауы уны беҙ киноларҙа күреп өйрәнгән, Граждандар һуғышы осорондағы хәрби казакка оҡшата.


Артабан уҡырға


Апрель 2012

Бибинәғимә Хажиева

Гөлбаныу

Повесть                 

I

Тигеҙ йәшеллек уртаһындағы оҙон күлде Ологүл тип йөрөтәләр. Ҡуйы толомдарын һыуға һалындырған муйыл, талдар, әҙ генә елгә лә ҡушылып йырларға торған шиҡандаҡ ҡамыштар уратҡан был күлдән тыш, Дим туғайында  эреле-ваҡлы күлдәр һәттәй үк: Шымакүл, Уҫаҡлыкүл, Алтынкүл, Ярсүгермәк, Түңәрәккүл... Әммә иң дәүе, иң күрмәлеклеһе – Ологүл. Ике башы менән дә әҙ генә  Димгә етмәй туҡтаған ул, һәм күренеше менән һис кенә лә күлгә оҡшамаған. Ҡарттар һөйләүенсә, ҡасандыр Дим ошонан аҡҡан. Йылдар үтеү менән йылға үҙенә яңы юл алған, иҫке үҙәк Димдән айырылған һәм «үле йылға» булып ҡалған. Ошо үле йылға яҙ һайын терелә лә үҙенең ҡасандыр ысын йылға булыуын  иҫенә төшөрә: юлын быуып ятҡан ҡоршауҙарҙы емереп, тышауҙан арынған йәш тай шикелле сабырһыҙланып, ҙур һыуға табан уҡтала. Туғайлыҡтарҙағы ваҡ-ваҡ күлдәр, ҡар һыуҙары ағып төшөп, ярҙары мөлдөрәмә тулғас, йәндәй күргән туғандарына ашыҡҡандай, уға табан атлыға. Аҫау айғырҙай ҡотороноп, Дим дә ярҙарынан ташып сыҡҡас, киң туғайҙар, болондар урынында ажарлы бер даръя барлыҡҡа килә. Өйөрөлөп-өйөрөлөп, ярһып, хатта ҡайһы саҡ яһилланып аҡҡан был ҙур һыуға һоҡланып та, бер аҙ һағайып та баға кешеләр. Тик берәү ҙә зарланмай: тәбиғәттең сая был ҡылығы үҙ һәм яҡын башҡорт балаһына. Шуға күрә лә күрше ауылдарға йомоштары төшһә, эһ тә итмәй, кәмәгә ултырып сығып китәләр. «Аллаға шөкөр, таҙара күлебеҙ, балыҡҡа байый»,– тип һөйөнөп туя алмайҙар.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Әлисә Ниғмәтуллина

Әсәйем Бибинәғимә Хажиева ғүмерен кешеләрҙе дауалау эшенә бирһә лә, бөтә күңеле менән ижадҡа, әҙәбиәткә тартылып йәшәне. Уның шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр яҙғанын беләм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нишләптер, әҫәрҙәрен үҙендә тотмаған, әхирәттәренә таратып  биргән. Был Сталин репрессияһы шауҡымылыр, тим, сөнки медицина техникумында бергә уҡыған дуҫ ҡыҙҙарының күбеһенең яҡындары (улар араһында күренекле яҙыусылар ҙа бар) ошо ҡанһыҙ режимдың ҡорбаны булған.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Зилиә Ҡужабәкова

Хат

Редакция архивын  барлағанда бер хатҡа юлыҡтыҡ. Дөрөҫөрәге, хат эсендәге хатҡа. Моғайын, Рәми ағайға бәйле булыуы иғтибарҙы йәлеп иткәндер...

Редакция.

«Ҡәҙерле яҙыусылар!

Һеҙгә ғүмер буйы партбилет урынына йөрөтөлгән хаттың күсермәһен ебәрәм. Ул – Рәми Ғариповтың хаты. Бына ун бер йыл уҡыйым, шул хәтлем ҡәҙерле, йылы, яҡын, дөрөҫ һәм  талапсан. Ә унан һуң кемдәрҙән генә хат алманым – барыһы ла ҡоро ла формальность. Ә Рәми Ғариповтың был хатын башлап яҙыусыларға өндәмә урынына ҡулланырға мөмкиндер, тип уйлайым. Һәр хәлдә уның ошо матур һүҙҙәре юғалмаһын, бик  булмаһа, архивҡа булһа ла һалып ҡуйырһығыҙ... 

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Римма Ғәлимова

Шиғырҙар

***

Аҙ-маҙ һинең менән күрешкәне

Үҙен-үҙе даһиламаҡ була,

Ҡулъяҙмаңды уңға-һулға болғап,

Яҡыныңды яһилламаҡ була.

 

Алтмышының аръяғына сыҡҡан

Хәтерендә аяҡ йыуҙырмаҡсы,

Мостайын да, Бикбайын да ҡушып,

«Шағирә» тип фекер тыуҙырмаҡсы.

Артабан уҡырға


Апрель 2012

Мөнир Иҡсанов

Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә жанр

Хәҙерге шиғриәттә жанрҙар мәсьәләһе тураһында һүҙ сыҡҡанда, иң тәүҙә «Жанр проблемаһы бармы?» тигән һорау тыуа. Ошонан, поэтик һүҙ жанр булараҡ таныламы, уны ниндәй сифаттар буйынса танырға мөмкин, тигәндәре ҡалҡыуы ихтимал.

Теорияға ярашлы, белгестәр жанрҙы бер телмәр торошо (речевая установка) булараҡ таный. Йәғни, әйтелгән һүҙ, фекер, ғөмүмән, жанрһыҙ була алмай – телмәр булһа, жанр ҙа була.

Яңы жанрҙар теорияһы күберәк проза нигеҙендә эшләнгән. Лириканы тикшереү иһә икенсе йүнәлештәрәк киткән. Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү жанр проблемаһынан ситләштергән. Һөҙөмтәлә хәҙерге шиғриәт ниндәйҙер рәүештә жанр телен юғалтҡан. Әҙәбиәт ғилеме айырым жанрҙарҙың үҙгәреүен күҙәтә, әммә жанрҙар теорияһын конкрет поэтик әҫәргә ҡулланыу мәсьәләһе асыҡ ҡала.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148