Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Июнь 2012

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Дәүләт мәнфәғәте

Үҙен кешегә иҫәпләгән һәр кем заман һалҡынында өшөп-туңмай, асҡа интекмәй, «дәүләт мәнфәғәте» тип асылған һуғыштарҙа ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймай, имен тормош кисереүгә хоҡуҡлы. «Дәүләт мәнфәғәте», «интернациональ бурыс» тип үҙ граждандарын төрлө һуғыштарға ебәреүҙең дөйөм кешелек алдында оло енәйәт икәнен белә тороп, идара итеүселәр «донъяла тәртип һаҡлау» лозунгыһы артында сәйәси буталсыҡлыҡҡа юл аса.  Уларға, дәүләт мәнфәғәтен һаҡларға кәрәк икән, уны үҙ   дәүләтегеҙ эсендә һаҡлағыҙ, тип әйтке килә.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Таңһылыу Ғәйнуллина

Нурлы ижад

Кескәй сағынан уҡ Вәкил тыуған ауылы Әмин урамында бер ваҡытта ла тауыш-тынһыҙ, ҡәҙимгесә йөрөмәгән. Ауылдаштары иҫләүенсә, йә көй сығарып һыҙғырып, йә йырлап уҙған. Әйтерһең дә, уға урам – сәхнә, өйҙәр – тамашасы. Был нимә? Әллә үҫешеп етмәгән төпкө аңдың үҙе тураһында тауыш биреүе шул булдымы икән? Ни әйтһәң дә, ни юраһаң да, әҙәм яҙмышы – ҡылыҡ, фиғел, ғәҙәт сағылышы. Бар ауаз да, хәрәкәт тә бөтөнләйгә юғалмай, ә донъяға ҡөҙрәт биреп тороусы йыһанға яҙыла – бигерәк тә балаларҙыҡы, тип раҫлар ине боронғолар…

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Мәхмүт Хужин

Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ

Ни сәсһәң – шуны урырһың, ти халыҡ. Мәҡәлдең тура мәғәнәһенән бигерәк, кинәйә менән әйтелгәне йышыраҡ ҡулланыла. «Ниндәй бала тәрбиәләһәң, киләсәгең дә шундай булыр» тигән мәғәнә һалына уға. Бала – ата-әсәһе өсөн йыуаныс, терәк кенә түгел, тоҡомдо дауам итеүсе, илде тотоп тороусы, нығытыусы, кәрәк икән – ҡурсалаусы ла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләгә мөнәсәбәт йәһәтенән тотороҡлолоҡ быуаттар буйы һаҡланып, билдәле традициялары булған Көнсығыш йәмғиәттәренән айырмалы, беҙҙә үҫеп килеүсе быуынға ҡарата урынһыҙ тәжрибәләр үткәрелеп, ата-бабаларҙан ҡалған, һәр яҡлап сәләмәт рухлы быуын тәрбиәләргә булышлыҡ иткән ғөрөф-ғәҙәттәр юҡҡа сыҡҡан. Ул төрки халыҡтарға ғөмүмән хас булмаған балалар баҡсаһы, балалар йорто кеүек социаль институттар тормошонда, белем биреү системаһында, ғөмүмән, йәшәү рәүешендә күпләп күҙәтелә. Ә ҡанға һеңгән ныҡлы традициялары булмаған халыҡтың тотороҡло ғүмер итергә һәләте самалы. Был фекер түбәндәге факттарҙа айырыуса асыҡ сағылыш таба.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Бүләк Исмәғилева

Тел байлығы – күңел байлығы

Һуңғы ваҡытта тел ғилемендә этнолингвистика һәм лингвокультурологияға иғтибар артты. Лингвокультурологик  концепция менән М. Аҡмулла исемендәге  БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Л. Х. Сәмситова шөғөлләнә. Лингвокультурологик концепцияға ярашлы, һүҙ тел берәмеге генә түгел, ә мәҙәниәт концепты булараҡ та ҡарала, улар аша тел шәхесе менталитеты формалаша. Лингвокультурологик йүнәлештәге уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда туған телдең  халыҡ педагогикаһында, көндәлек тормошта, мәҙәниәттә, әҙәбиәттә сағылыш тапҡан милли үҙенсәлеге алға ҡуйыла.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Таһир Ғәбитов

Баҫалҡылыҡ, егәрлелек менән

(Раил Байбулатовтың тыуыуына 75 йыл)

Күренекле прозаик, Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты Раил Фәтхелислам улы Байбулатов Көйөргәҙе районы Яманғол ауылында 1937 йылдың 2 июнендә тыуған. Мораҡ педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан китап нәшриәтендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында эшләне.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Әхмәт Мәхмүтов

Заманының шанлы йырсыһы

(Шамун Фидаиҙың тыуыуына 110 йыл)

 

Шамун Фидаи (Ҡасим Мөхәммәтйән улы Шакирйәнов) 1902 йылдың 15 июнендә Ырымбур ҡалаһында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Бер-ике йыл иҫке дини мәҙрәсәлә уҡығас, ул 1916 йылда, атаһынан ҡасып тигәндәй, Өфөгә килә һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә инә. Бындағы «Милли көй, сәхнә һәм әҙәбиәт» түңәрәгенә йөрөй, шиғырҙар яҙа башлай.

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Сабир Шәрипов

Калугала йәшәй ҡәләмдәш

Башҡортостандың Ауырғазы районы Талбазы ауылында тыуып үҫкән Салауат Ғәзим улы Әсфәтуллин  ун дүрт йыл инде Калуга ҡалаһында йәшәй. «Атайым – башҡорт, әсәйем – татар, шуға ике телдә лә яҡшы аралашам, ә яҙма телем – урыҫса,– тип барлай ҡәләмдәшебеҙ үҙ биографияһын. –Техника, сәйәсәт, сәнәғәт буйынса өс вуз тамамланым, байтаҡ йылдар Бөтә Союз трестарында,  дәүләт ойошмаларында эшләнем. Тәүге мәҡәләм ҡырҡ йыл элек Өфө нефть институтының күп тиражлы гәзитендә баҫылды...»

Артабан уҡырға


Июнь 2012

Рәйеф Әмиров

Күктәргә яҙылған ер яҙмышы

(Әсхәл Әхмәт-Хужаға 70 йәш)

Ғибрәтле лә, көнләшерлек тә, әйләнеп ҡараған һайын өҙөлөп һағынырлыҡ та бер заман ине ул – илленсе йылдар!.. Ил-Ватан донъяның иң яуыз дошманын дөмөктөрөп, яраларынан арынып килә. Оло  яуҙан иҫән-аман ҡайтып, түккән ҡара тирҙең тәүге һөҙөмтәләрен күрә башлаған, бисә-сәсәгә нисәмә йылдан һуң күкрәгенә терәп икмәк телеүҙәренә  шатланып йылмайыусы ир-ат, дүрт йыл буйы яу ҡамытын тылда тартҡандар менән йәнәш егелеп, һуғыш «ҡолаҡтарынан тартып ир иткән», тиҙҙән әҙәбиәт мисәүенә инәсәк Атнабай, Марат, Рафаэль, Рәмиҙәр быуыны. Өҫ кейемдәре наҡыҫ булһа ла, ниһайәт, тамаҡтары туя башлаған малай-шалай, бөгөнгөләрҙе хайран ҡалдырырлыҡ демографик шартлау:  һәр йорт һайын тип әйтерлек 4-5, хатта унан да күберәк бала-саға... Һәм ошо уҡ ваҡытта әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә башланып, һуңынан бөтә тормошҡа  үтеп керә башлаған – имшенеү  дәүере (оттепель), самалы, үлсәп-үлсәп кенә бирелһә лә, оло өмөттәр уятҡан иреклек һыҙаттары... Уға бәйле уй-хыялдар, ашҡыныуҙар...

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152