Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 2012

Зәйтүнә ШӘРИПОВА

Балҡыштарға бай ғүмер

(Роберт Байымовтың тыуыуына 75 йыл)

Башҡорт әҙәбиәте ғилеме формалашыуға тос өлөш индергән арҙаҡлы ғалимдарҙың береһе, күренекле прозаик һәм йәмәғәт эшмәкәре, талантлы педагог Роберт Байымовтың тыуыуына 75 йыл тулды... Бынан бер йыл да һигеҙ ай ярым элек уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Р. Н. Байымов Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә. Тыуған ауылында алтынсы класты тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышында танк ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итеп, ҙур тәжрибә туплаған механизатор атаһының Ҡарлыман МТС-ына эшкә күсерелеүе сәбәпле, Бишауыл-Уңғар башҡорт мәктәбен дүрт йыл йәйәү йөрөп тамамлай. Урта белемле егет үҙ районындағы Иҫке Ҡыйышҡы, Биштәкә ауылдарында өс йыл физиканан, математиканан һабаҡ бирә, шул арала Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының физика-математика факультетында ситтән тороп бер курсын уңышлы тамамлай. Һалдат хеҙмәтенә  ул алыҫҡа, Япон диңгеҙенең ярындағы атаҡлы Находка порты тирәһенә, ебәрелә, урта техник белемле һәм институт студенттарынан төҙөлгән артиллерия полкына эләгә, орудиеларҙың утын махсус приборҙар ярҙамында координациялаусы взводҡа тәғәйенләнә. Ҡушылмаһа ла, һалдат тормошо хаҡында хәрби округ гәзитенә хәбәрнамәләр яҙа башлай, боевой листоктар, стендтар эшләүҙә әүҙемлек күрһәтә. Хеҙмәтен тултырғас, артабанғы ғүмер юлын филология менән бәйләргә ныҡлы ҡарар итеп, 1959 йылдың йәйендә, атай йортона ла ҡайтып тормаҫтан, имтихандар биреү өсөн  Башҡорт дәүләт университеты тупһаһына аяҡ баҫа һәм вафатына тиклем ошонда эшләне.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Рауил БИКБАЕВ

Шағир яҙмышы

(Хәсән Назарға 70 йәш)

Ғүмер уҙған һайын ижад донъяһына килгән саҡтарыбыҙ, бигерәк тә алтмышынсы йылдар хәҙер йышыраҡ хәтергә килә, һағындырып иҫкә төшә. Башҡорт әҙәбиәтенең гөрләп үҫкән алтын дәүерҙәре! Ошо осорҙа Баязит Бикбайҙар, Сәләх Кулибайҙар, уларҙан да олораҡ шағирҙарыбыҙ үҙҙәренең яңы сифаттары менән асылды, аҡһаҡалдар йәшәрҙе. Яугир шағирҙар ырамлы эшләне. Мостай Кәрим ижады тотош Союз күләмендә, хатта сит илдәрҙә лә нығыраҡ таныла барҙы. Рәми Ғариповтар, Рафаэль Сафиндар быуыны донъяны шаулатты, дәррәү алҡыштар яуланы. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы донъя күргәндән һуң әҙип һүҙенә талап артты, прозабыҙ яңы үҫеш кимәленә күтәрелде. Балалар әҙәбиәтенең айырым үрнәктәре бик күп телдәргә тәржемә ителде. Башҡорт драматургтарының әҫәрҙәре республиканан ситтә лә йышыраҡ ҡуйыла башланы. Башҡорт әҙәбиәт ғилеме милли һүҙ сәнғәтенең ҡатмарлы тарихын, уның хәҙерге эҙләнеүҙәрен һәм асыштарын киң ҡараш, төплө фекер, ысын эстетик зауыҡ менән байҡарлыҡ юғарылыҡҡа күтәрелде, тулы мәғәнәһендә фән булып өлгөрҙө.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Суфиян Поварисов

Башҡорттоң баллы һүҙе

(Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә тел байлығы)

Яҙма әҙәби тел барлыҡҡа килгәнсе үк әле, төрки телдә һөйләшкән бик боронғо ҡәүемдәр «тел ярышы» мәжлесе үткәрә торған булғандар. Әйтәйек, бер тәүзуғ (тема) буйынса күптәр һөйләй. Телмәр матур ҙа, мәғәнәле лә, сәнғәтле лә булһын. Кешенең аң-аҡыл алтыны, хис-тойғо көмөшө, эске донъяһы, фекер йөрөтөү ҡеүәте, рухи йөҙө, йөрәк ялҡыны көсө, күңел шәфәкәтлелеге шунда асыҡлана. Әлбиттә, әҙәм балаһын ваҡыт-ваҡыт һандуғас итә торған моң да ҡатнаша. Тамырҙаш, ҡәрҙәш, фекерҙәш, арҡадаш булмаған телдәрҙә лә моң уртаҡлығы бар. Был хосусиәт күрше булып йәшәгән боронғо чиндар (хәҙерге ҡытайлылар) менән төрки телдә һөйләшкән һундарҙа күҙәтелә. Уларға корея халҡы моңо ла килеп ҡушыла. Бер ни ҡәҙәр япондыҡы ла.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Ләйсән МАРАҠАНОВА

Күк сәскәләр

Хикәйә

«Ярамай». Ошо һүҙ менән кисен йоҡоға ятып, таң беленеү менән уянып китә Лирка. «Ярамай...» Ҡураныс, шау һөйәк ҡыҙыҡай эргәһендә ҡолас ташлап иҙрәгән һөйәренә шыпыртын ғына күҙ атты ла, төҫө ҡоҫҡан йоҡа зәңгәрһыу халатын эләктереп, урынынан ҡалҡынды. «Ярамай». Мең төрлө уйҙарҙың бөгөн дә ябырылыуынан тәҡәте ҡороған Лирка,  бүлмә ишеген шым ябырға тырышып, кухняға үтте.

Ҡәҙимгесә. Барыһы ла көндәгесә. Ҡыҙ өйрәнелгән хәрәкәттәр менән плитә өҫтөндә ултырған алюмин кәстрүлде аймап, һыу тултырырға керешеп китте лә, йән асыуынан ситкә быраҡтырып ҡуйыуынан ҡурҡҡандай, елтерәтеп кире плитәгә ултыртты, шабырлап аҡҡан кранды борҙо, ултырғысҡа ҡунаҡланы. «Тек, тек, тек!» Еткереп ябылмаған крандан һыу тамсылап аға. Тамсыламай, ҡамсылай, имеш. Ҡыҙ урынынан ҡалҡынды, йыуыныу бүлмәһенә инеп битен сайҙы, таҫтамалға үрелде лә, аңғармаҫтан көҙгөгә күҙ һалып, артына ҡолап китә яҙҙы. Күҙ төптәре ҡараһыу-зәңгәр, төпкә батҡан күҙҙәр, ас яңаҡтар. «Ярамай».

Ҡыҙ кухняға бер инде, бер сыҡты. Барыһы ла ҡәҙимгесә, барыһы ла көндәгесә лә бит... Утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ, эй ураланды, эй үрһәләнде. «Ярамай бит, ярамай».

Тиҙҙән Рәфил уянасаҡ. Уянмаған булһа... Ошо уйҙан тертләп, Лирка ипләп кенә бүлмә ишеген асып ҡараны. Рәфил күптән уянған, ахыры: ноутбугын ҡабыҙған, ниҙер яҙыпмы, ҡарапмы маташа. Ҡараштар осрашты.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Мөнир Иҡсанов

Тибә йөрәк

   * * *

Көҙ мәлендә килеп инә муллыҡ, һиллек.

Сағыу йәмдең, гүзәллектең булмай сиге.

Тик күңелде биләп ала сәйер һағыш.

Әйтерһең, көҙ – ул ни бары алтын ситлек.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Земфира Аҡбутина

Башҡортостан


Башҡортостан – башҡорт ире кеүек

Бер бәһлеүән инде торғаны.

Үҙ баһаһын белә, ихлас, йомарт, –

Йомош - юлға әҙер юрғаһы.

 

Башҡортостан, һиндә тамырҙарым,

Мин ғашиҡмын һиңә, илемә!

Үҙемдеке итеп кинәнәм мин,

Кинәнгәндәй ғәзиз иремә!

Артабан уҡырға


Январь 2012

Имдат АВШАР

Йән өшөткөс төш

Хикәйә

Ҡараңғылыҡ…

Төндө тетрәндергән, ҡара бушлыҡтың дегет төҫөндәге пәрҙәләренә бәрелеп, шаңдау булып әйләнеп ҡайтҡан шаҡшы ҡыңғырау тауышы… Тәүге кистән ҡанатланып осҡан төньяҡ-көнсығыш еле ҡыңғырау тауышын, гүйә, тыңлап тора ла, кәйелеп оса-оса, бер мәлгә ҡатып ҡала…

Пансион бинаһының бетон диуарынан ташып сыҡҡан был тауыш яҡында ғына аҡҡан Джинджават шауын баҫа һәм ҡоторонған был йылғаның боҙ ҡатыш һыуына ҡушылып һөйрәлә, ҡара йылан кеүек төн эсенә ағып китә. Ҡыңғырау тауышынан һуң коридорҙа йүгереш башлана. Аҫҡы ҡаттан бетон иҙәнде туҡмаған ағас табанлы сандалиҙарҙың ҡабалан шаҡылдауы, яланғас аяҡ шапылдауы, балаларҙың шыбырлауын йотоп көсәйгән шкаф ишектәренең шығырлауы ишетелә.

Ваҡытты өлөштәргә бүлгән был тауыш көндөҙ ун минутлыҡ тәнәфестең йәки ҡырҡ минутлыҡ дәрестең башланыуын белдерһә, кистәрен иһә тауышланмаҫҡа ҡуша, бүлмәләргә инергә саҡыра… Был тауышҡа бөтә балалар буйһона. Ҡыңғырау тауышы һәр кемгә таныш, уның мәғәнәһен һәр кем белә.

Артабан уҡырға


Январь 2012

Спартак ИЛЬЯСОВ

Сағымдағы олоу

Бәйән    

Февраль айының һалҡын айлы аяҙ төнө ине. Көндөҙ әҙ-мәҙ йылытыуҙан өҫтө ҡуржаҡланған ҡар күгелйем аҡ сатҡылы уҡтар сәсеп йымылдай. Ҡапҡанға эләгеп, алғы һул аяғының урта бармағын өҙҙөрөп, инде төҙәлһә лә аҡһап ҡалған  оҙон һыртлы ҙур инә бүре тау үңеренә өйөлгән ҡар һырынтыһының өҫтөндә ултыра. Уға быйыл апрель айының аҙағында өс йәш тула. Ниҙәр генә күрергә, ниҙәр генә кисерергә тура килмәне өс йыл ғүмере осоронда. Ата-инәһенең һунарсылар тарафынан атып үлтерелеүен дә, йәше етеп, үҙенә иш табып, үҙе донъяға килгән өңдән ҡаялыҡ аҫтындағы йыраҡ түгел тәүге көсөктәрен донъяға килтереп, ишен дә, көсөктәрен дә юғалтыу хәсрәтен татырға тура килде уға. Бына ул тағы ла яңғыҙ. Төп оя тирәһенән утыҙ-ҡырҡ саҡрым йыраҡлыҡтарҙа үҙенә тағы ла иш, аҙыҡ эҙләп йөрөй торғас, ҡышҡы буранлы таңда   йыраҡтағы ферманан алыҫ түгел, мал ҡәберлеге соҡоро янында ҡапҡанға һуғылып, алғы аяғының урта бармағын юғалтып, тупыс булып ҡалды.

Алда, түбәндә, таллыҡ менән ҡапланған уйһыулыҡтан бәләкәй йылға аға. Уның аръяғында – киң сахралай ялан. Уңда түпһәл-түпһәл түбәлектәр, ҙур булмаған ҡайынлыҡтар ҡарайып күренә. Уңда ике-өс саҡрымдай ерҙә, йым-йым итеп уттарын ялтыратып, бәләкәй генә ауыл төҫмөрләнә. Ундағы сәүек эттәрҙең ләүкелдәп өрөүҙәре ап-асыҡ ишетелә.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138