Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сентябрь 2012

Гөлнара Хәлфетдинова

БҮЛГЕЛӘНГЕМ КИЛМӘЙ...

Ошолай ғына килеш яратмаһаң...

Йөрәгемде һинән йәшерәм мин,

Һинең  өсөн ул гел – бикле янсыҡ.

Үтә күрмәй, үтә ҡарағас һуң,

Асылдарым түгел һиңә танһыҡ.

 

Әйҙә, йөрөй бир, тип, күктәреңдә, 

Яратаһың ғәйеп ташларға.

Кем ҡулына осоп төшәйем һуң,

Юҡ, бәрелгем килмәй таштарға.

Артабан уҡырға


Август 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Иҫтә ҡалырлыҡ кисә

Билдәле шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт-Хужаның юбилей тантанаһына йыйылыусыларҙың бөтәһен дә хатта ҙур тамаша залы ла һыйҙыра алманы. Ижад кисәһенә юбилярҙың ҡәләмдәш дуҫтары, туғандары һәм, әлбиттә, шиғриәтен һөйөүселәр килде.

Юбилярҙы район хакимиәте башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов тәбрикләне. Рим Һатыбал улы ҡотлау телмәрендә Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижади ҡаҙаныштарын ғына түгел, уның әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ өлгәшкән уңыштары хаҡында ла һөйләне. Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе сифатында һәр ауыл биләмәһендә ҡоролтайҙар асыу, тарихи шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса шағир күп эштәр башҡарған.

Артабан уҡырға


Август 2012

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова

Бейеү алиһәһе Рәшиҙә

Рәшиҙә Туйсина – Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты. Ул 1968 йылда Йәштәр һәм студенттарҙың София ҡалаһында үткән IX Бөтә донъя фестивалендә еңеү яулай – 128 илдән килгән йәш таланттар араһынан алтын миҙалға лайыҡ була.

Рәшиҙә Туйсина бөгөн дә сәхнәнән төшмәй, бейеүе менән тулҡынландыра һәм һоҡландыра. Уның бейеүҙәрендәге һәр ым-ишарала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иплелеге, нәзәкәтлелеге, тик башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булмышы сағыла. Халҡыбыҙҙың асылын тәрән аңлап, үҙе тойғандарын бейеү сәнғәте аша еткерә белә Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы, ә бит хореографияла был еңелдән түгел. Сағыштырмаса шартлы алымдарға ҡоролған бейеү хәрәкәттәре – үҙе бер донъя. Уның үҙ ҡанундары, үҙ нескәлектәре бар. Нисек кенә булмаһын, хореографияла һәләткә ышаныу, уға ҡарата эскерһеҙ теләк төп урында ҡала. Бейеү сәнғәтендә урталыҡҡа урын юҡ:  һәләт йә бар, йә юҡ.

Артабан уҡырға


Август 2012

Әкрәм Бейеш

Башҡорт халҡының сығышы

Башҡорт халҡының сығышын, тәү башлап ойошҡан дәүерен аҙмы-күпме асыҡларлыҡ тарихи мәғлүмәттәргә беҙҙә әлегә тиклем тейешле иғтибар булманы. Шуға күрә, үткән быуаттарҙа төҙөлгән шәжәрә һәм тарихи материалдарҙағы кеүек үк, әле лә ғалимдар башҡорт халҡының йәки башҡорт ырыуҙарының сығышы хаҡында яҙғанда күберәк ирекле фараздарға урын бирә. Был йәһәттән башҡорт ырыуҙарын тотош тикшереп, оло хеҙмәт яҙған Р.Ғ. Кузеев бигерәк  ҙур ҡыйыулыҡ күрһәтә. Уның «Происхождение башкирского народа» (Мәскәү, 1974 й.) тигән китабы фән донъяһына ла, йәмәғәтселеккә лә яҡшы билдәле. Тикшергән мәсьәләһенең киңлеге, йыйылған мәғлүмәттәренең байлығы менән был хеҙмәт һәр кемде ғәжәпкә ҡалдыра. Ләкин авторҙың шул бай мәғлүмәтте алдан билдәләгән үҙ ҡарашына яраҡлаштырып, шуны раҫлар өсөн файҙаланыуы, үҙ ҡарашына тура килмәгәндәрен «йүнәтеп» китеүе ҙур үкенес тойғоһо уята. 

Артабан уҡырға


Август 2012

Рәнис Алтынбаев

Ҡатай башҡорттары фольклоры

Ҡатайҙар – ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе. Был этнонимдың барлыҡҡа килеүе тураһында берҙәм генә ҡараш юҡ. Күпселек тикшеренеүселәр уларҙың тамырҙарының ҡара-ҡитайҙарға йәки кидандарға барып тоташыуын раҫлай. Тарихсы-этнограф Рим Йәнғужин билдәләүенсә, “Тарихи-этнографик әҙәбиәттә ҡатайҙарҙың ҡара-ҡитайҙарҙан йәки кидандарҙан сығыуын раҫлаған фекер йөрөй. Ә бына кидандарҙың үҙҙәренең ҡайҙан килеп сығыуы хаҡында фекер төрлөсә. Шулай ҙа тикшеренеүселәрҙең күбеһе уларҙы монгол сығышлы тип иҫәпләй... Һуңғы йылдарҙа ҡара-ҡитайҙарҙың төркиҙән сығыуы хаҡында фекер нығый бара”.

Ҡатай этнонимы тарихи әҙәбиәттә йыш осрай. Уның ҡытай, ктай, хтай, хытай варианттары ла бар. Башҡорттарҙан тыш, был исем ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә, нуғайҙарҙа һәм ғағауздарҙа осрай. Ҡара-ҡатай этнонимына килгәндә, беҙҙән тыш, ул ҡырғыҙҙарҙа ғына бар.

Артабан уҡырға


Август 2012

Олеся Әхмәтрәхимова

Йомро-йомро йомғағым...

Йомғаҡ тураһында һөйләй нәнәйем,

Тағы ҡабатлатам,

Имеш, белмәйем.

 

Тамам төшөнгәс йомғаҡтың бар юлын,

Һандыҡҡа үрелде

Минең уң ҡулым.

 

Артабан уҡырға


Август 2012

Алмас Шаммасов

Быуаттар «аһ»ы

«Хушығыҙ, дуҫтарым!»

А.С.Пушкиндың үлер алдынан

эш бүлмәһендәге китаптарына

әйткән һуңғы һүҙҙәре

 

Пушкин ағай, мин бөгөн һеҙҙә ҡунаҡта булдым.

Бына, ниһайәт, төштө юлым

Һеҙ йәшәгән, һеҙ йән биргән йортҡа:

Әйтерһең дә, моңло гөлбаҡсаға ҡундым,

Мин – бер ҡошо башҡортомдоң.

 

Артабан уҡырға


Август 2012

Айгөл Айытҡолова

Һинһеҙ йәшәгәнмен

Күпме ғүмер уҙған һинһеҙ йәшәп,

Йәшлек инде, ана, йыраҡта...

Һинһеҙ атҡан күпме алһыу таңдар,

Һинһеҙ икән нисек йыр аҡҡан?..

 

Бөрөләнгән һинһеҙ умырзая,

Һинһеҙ яуған көмөш ямғырҙар...

Сит-яттарға нисек йырҙар арнап

Йәшнәгәнмен йәшлек-яҙҙарҙа...

 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152