Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Октябрь 2012

Гөлнур Яҡупова

Ҡатындар

Трилогия

Кесе йыһан – Оло йыһан

Өсөнсө китап

40

Интернетты тоҡандырып, «Класташтар» сайтын асһам, ят бер кеше, ниндәйҙер Иркен Янычаров, дуҫлыҡ  тәҡдим итәсе? Фотоһын ҡуйған: ялпағыраҡ битле егет, ҡыҫҡа иттереп алынған сәсе терпе энәһеләй тырпайып тора һәм уға ҡырыҫыраҡ төҫ бирә.  Күҙ  ҡарашы әммә яғымлы.

Ҡыҙыҡһыныуым ифрат көслө, әлбиттә: «Һеҙгә хәбәр итәһе бик мөһим һүҙем бар», – тигән дәһә, үҙенең электрон адресын яҙған. Тәҡдимен кире ҡаҡмауымды белдерҙем. Кем икән ул? 

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Журналистар семинары үтте

Өфөлә журналистар өсөн “Һөнәри союзды нығытыу: Рәсәй һәм Европа тәжрибәһе” тигән ике көнлөк семинар үтте. Унда ҡатнашыу өсөн Рәсәй Журналистар союзы секретарҙары Надежда Ажгихина, Лариса Шамикова, Леонид Речицкий һәм Хорватия Журналистар профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Беркович килде.

 “Ирәмәл” ҡунаҡханаһының матбуғат конференциялары залында Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков етәкселегендә Союз вәкилдәре, республикалағы киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре йыйылды.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Леонид Соколов

Юморескалар

Балыҡсылар

Тәбиғәттең иҫ киткес матур мәле, йәмле май иртәһе. Икенсе синыф уҡыусыһы Вовка Перепелкин күл буйында балыҡ тотоп ултыра. Бында ул яңғыҙы түгел, был урынды, йәшенә, вазифаһына, һөнәренә, эш хаҡының күләменә ҡарамай, бик күптәр үҙ иткәйне.

Әммә тап икенсе синыф уҡыусыһы эләккән балығының күләме һәм сифаты буйынса бөгөн барыһының да танауына сиртә. Хатта оҫта балыҡсы тигән даны сыҡҡан Матвей бабай ҙа артта тороп ҡалды. Әлбиттә, Вовка был ваҡытта мәктәптә, шул уҡ тәбиғәт күренештәрен һүрәтләгән  картиналар менән биҙәлгән синыф бүлмәһендә, парта артында ултырып, көндәлеген лайыҡлы билдәләр менән тулыландырһа, яҡшыраҡ булыр ине. Әммә факттар тап киреһен һөйләй шул. Уның ныҡ ҡына туҙған көндәлегендә «икеле», хатта «берле» билдәләре осраштырғылай. Нишләптер, балыҡҡа күберәк йөрөгән һайын, «икеле»ләр һаны ла арта бит әле.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Мар. СӘЛИМ

ЗАМАНА МӘҪӘЛДӘРЕ

Шыма шамбы

Нисәмә йылдар буйына

талғын ғына

                ағып ята

                               Оло Йылға.

Тулҡындарын ҡағып ярға,

бөтә уйы —

                 барыу алға.

Һыу өҫтөндә

                донъя тыныс,

                               аҫылынып тормай ҡылыс.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Мөнирә Дәүләтбаева

Йөрәгемдә

Ниңәлер минең күңелем –

Яраланған ҡош кеүек.

Тышта эҫе йәй булһа ла,

Туңа, гүйә, ҡыш кеүек.

 

Ғүмер үтә... Теләгәнсә

Булманы кеүек йәшәп:

Күктәге йәйғорҙай балҡып,

Йәшендәр кеүек йәшнәп.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Флера Шәрипова

Үкенерлек түгел

Ниңә бергә булмағанбыҙ, тиһең,

Күп йылдарға һуңлағанбыҙ, тиһең...

Берһен-берһе тапҡан икән беҙҙең күңел,

Тимәк, ғүмер үкенерлек түгел,

Беҙҙең ғүмер үкенерлек түгел.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Мәхмүт Хужин

Юрматының пайтәхете

Иртән генә тороп, ай, ҡараһам,

Яңғыҙ сағыл күренә шеш кеүек.

Үткән ғүмерҙәрҙе хисаплаһаң,

Йоҡоларҙа күргән төш кеүек.

Ҡасандыр мул һыулы булған Ҡоро Күндрәк йылғаһының ике ярын төйәк иткән Табылды ауылы тамам яҡынламай тороп күренеп тә бармай, сөнки уны тирә-яҡтан бейек кенә ҡалҡыулыҡтар уратып алған. Өй тауы, Ҡыҙҙар тауы, Һырт, Яңғыҙ сағыл мөхитендә борондан көн иткән аҫаба башҡорттар был ерҙең төрлө урындарына атамалар тағып бөткән: Ерекле йылға, Сусаҡ түбәһе, Уба, Ҡайын соҡоро, Тажит, Ҡара тал соҡоро, Ялбыр өйәңке, Сатра, Мөхәррәм күле, Ҡайын үҙәк, Моронаҡ, Йылан тауы һ.б.

Артабан уҡырға


Сентябрь 2012

Фәниҙә Исхаҡова

ҠУРАЙҒА АРНАЛҒАН ҒҮМЕР

(Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл)

Атаҡлы ҡурайсы, йырсы һәм актер, Башҡортостандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов 1912 йылдың 15 июнендә донъяға килә. 1988 йылда яҡты донъянан китеп бара. Уға ул ваҡытта 76 йәш тулған була. Ана шул ғүмерҙең алты тиҫтәгә яҡын дәүерен Ғата Сөләймәнов мөкиббән китеп яратҡан тылсым сығанағы ҡурайға бағышлай ҙа инде.

Башҡорт мәҙәниәтендә ҡурай үҙенә тейешле лайыҡлы урынды яулаһын өсөн бөтә булған тырышлығын һалған һәм уға тотош ғүмерен арнаған билдәле шәхес Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылында тыуып үҫә.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152