Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ноябрь 2012

Гөлнур Яҡупова

Ҡатындар

Трилогия

Кесе йыһан – Оло йыһан

Өсөнсө китап

48   

Ә өйҙә Фатих менән мине һынау көтөп торған. Саҡ ойошҡан ғаиләгә тәүге имтихан. Икебеҙ ҙә ҡапылда ҡойолоп төштөк. Фатихты интернатураға саҡырып ҡағыҙ килгән. Уныһы – дипломлы медиктар өсөн  квалификация күтәреү  форсаты икән. Һәр кемгә лә эләкмәй, һайлап ҡына саҡыралар, ти,  һәләтлерәктәрҙе генә.

– Ниңә алдан  әйтмәнең? –  тип Фатихҡа төбәлдем. – Туй булмаҫ элгәре? – Үпкәләүемдән илар хәлдә инем.

– Беҙ бөтә курс менән тиерлек ғариза ҡалдырҙыҡ, интернатураға,  ғәҙәттә, бер-ике йыл эшләгәс саҡыралар. Миңә сығыр был йәрәбә, тип уйламағайным... Нуриям, борсолма, баш тартырға була бит, унда уҡыу мотлаҡ түгел,  теләгең булһа ғына.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Дауыт Амангилдин

«Уҡтар» циклы

Уҡтар

Мәскәү юлы. Ике яҡлап

Баҫтырыша ағастар.

Төпә-төҙҙәр. Ҡарағайҙар,

Ҡайындар, ҡарағастар.

 

Сеү! Ни күрәм: остарында

Ҡаурый-ҡаурый ҡанаттар!..

Ағас түгел, Аллаҡайым…–

Ергә ҡаҙалған уҡтар!

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Радик Хәкимйән

Тыуған илем

Һәр кешенең тыуған йорто була, 

Тамырҙары – тыуған  яғында, 

Тыуған йортом, тамырҙарым минең

Һиндә, Ҡыйғым, Әйҙең ярында!

Һәр кешенең тыуған ере була,

Тыуған иле була донъяла,

Башҡортостан – тыуған ерем, илем,

Күк Уралда балҡып нурлана.

Донъя гиҙҙем, күпме һыуҙар кистем,

Тик ҡайҙарҙа ғына булһам да,

Гел ашҡынып ҡайтам илкәйемә,

Тыуған нигеҙ, тыуған тупһама.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Йомабикә Ильясова

Ғаләмдәрҙә мәңгелек бер тәртип

Өмөт

Яндырырға була китаптарҙы,

Юҡ итергә рәссам һүрәтен,

Әммә бер нәмә лә юя алмай

Ижадсының бөйөк ҡөҙрәтен!

 

Илдәр менән илдәр һуғышалар,

Кеше менән кеше алыша,

Әммә яуызлыҡты еңеп була,

Һөйөү менән йөрәк тулышһа!

Артабан уҡырға


Октябрь 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

«Туғанлыҡ» фестивале

«Туғанлыҡ» фестивале

Өфөлә V Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» төрки телле театрҙар фестивале үтте. 

Ҡаланың Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда асылған сарала төрки телле илдәрҙән һәм республикаларҙан килгән 17 театрҙың  парады, Конгресс-холда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы күрһәтелде.

Артабан уҡырға


Октябрь 2012

Марат Әминев

ХИКӘЙӘЛӘР

Осрашыу

 Сөм-ҡара төҫтәге “Джип” береһенән-береһе зиннәтлерәк коттедждар теҙелгән урамдан елдерә. Костюм, галстук таҡҡан водитель саңлы урамды һепереп йөрөгән, спецовка кейгән ир янында тиҙлеген кәметте:

 – Нимә, ниндәй машина килгәнен күрмәйһеңме ни, саң туҙҙыраһың?– тип екеренде ул, тәҙрәһен бер аҙ төшөрөп. – Дворниктар  әле түгел, таң һарыһынан тороп  эшләргә тейеш.

 Урам һепереүсе уға табан боролдо. Бер аҙ ҡарап торғас, ауыҙы йырылды:

 – Бәй, Зиннәт, һин түгелме? – Ул күрешергә ҡулын һуҙҙы.

Артабан уҡырға


Октябрь 2012

Ф. Күзбәков, Р. Молоданова

Йән болаһы

Илаһым!                       

Әгәр мөмкин булһа, был кәсә мине урап үтһен.

Хәйер, минеңсә түгел, барыһы ла Һин теләгәнсә! 

 

Әҙәм балаһы өсөн бәхетле йәшәү сығанағы:

тән сәләмәтлеге, йән тыныслығы, рухи ныҡлыҡ.

Артабан уҡырға


Октябрь 2012

Хажи Әхмәтйәнов

Бер ғүмергә һыйған биш дәүер

Бер күҙ асып йомған ара ғына –

Беҙҙең бергә үткән был ғүмер.

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән,

Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер.

Назар Нәжми.

Донъя яратылғандан алып үткән заманды бер кеше ғүмере менән сағыштырһаң, ысынлап та, ул – күҙ асып йомған ара ғына. Әммә беҙ ғүмерҙе донъя тарихы менән сағыштырып үлсәргә өйрәнмәгәнбеҙ, бәлки, уның кәрәге лә юҡтыр. Кеше 60, 70 йыл ғүмер иткән икән, был шаҡтай осорҙо эсенә ала, шул уҡ ваҡытта 80, 90, хатта 100-ҙән күберәк йәшәгәндәр ҙә бар бит әле. Ә был иһә тиҙ үҙгәргән, техник прогресс ҙур аҙымдар менән алға барған осор өсөн аҙ түгел. 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152