Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ноябрь 2012

Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлин

Ҡыпсаҡтар – ил һағында

Башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында быйыл ваҡытлы матбуғатта күп яҙылды, шуға күрә мин унда халҡыбыҙҙың бер өлөшө булған ҡыпсаҡ ҡәбиләһе вәкилдәре хаҡында мәғлүмәт биреү менән генә сикләнмәксемен. Хәҙерге Бөрйән районына ҡараған ҡыпсаҡ ауылдарынан 1806 – 1807 йылдарҙағы хәрби кампанияла Иҫке Монасиптан – яҫауыл Рахманғол Яҡшыбаев, казак Хоҙайбиргән Ишҡолов, Зыянғол Туғыҙбаев, Иҫәнғол Ишембәтов, Тимерҙән – Ҡаһарман Сирбаев,  Миңлебай Сирбаев, Һатлыҡ Көбәков, Байғаҙынан – Рәсүл Ишкилдин, Хәйбулла Ташбулатов, Бикташтан – казак Ихсан Теләүлин, Ислам Ишмөхәмәтов, Байназарҙан – Аслан Байрамғәлин, Рафиҡ Атанғолов, Әбделмәмбәт (Үҙән) ауылынан  Миңлебай Вәлитовтарҙың йөрөп ҡайтыуы билдәле.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Сабир Йыһаншин

Тарихтың өнһөҙ шаһиттары

2007 йылдың 11 октябрендә Өфөләге Конгресс-холда РФ Президенты В.В. Путин етәкселегендә Дәүләт Советы ултырышы уҙҙы. Унда РФ Хөкүмәте Премьер-министры В. А. Зубков,  уның урынбаҫарҙары С. Б. Иванов, А. А. Кудрин, БР Президенты М. Ғ. Рәхимов, ҡайһы бер федераль министрлыҡтар етәкселәре, Рәсәй төбәктәре башлыҡтары ҡатнашты. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған тантаналы кисәгә республика министрлыҡтары, район һәм ҡалалар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә саҡырылғайны.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Әхәт Сәлихов

Йәшәүҙән ҡурҡмаған, үлемдән өркмәгән (ҡырым татар шағиры Бәкир Чобан-заданың тормошо һәм ижады). Бәкир Чобан-зада. Шиғырҙар.

XX быуаттың танылған ҡырым татар ғалимы һәм шағиры Бәкир Чобан-зада 1896 йылда Ҡырымда, Ҡараһыубаҙарҙа, көтөүсе ғаиләһендә донъяға килә. Башланғыс белемен тыуған илендә уңышлы тамамлағандан һуң, хәйриә ойошмаларының матди ярҙамы менән Истамбулға белемен камиллаштырыу өсөн ебәрелә. Бында ул 1909 – 1914 йылдарҙа мәшһүр Галатасарай лицейында (иҫке исеме Мәктәб-и Солтаниә) уҡый, ғәрәп, француз телдәрен өйрәнә. Ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнаша, уҡыусыларҙың «Ватан» йәмғиәте ағзаһы була. 1913 йылда нәшер ителгән «Йәш татар яҙыусылары» йыйынтығында «Әсәйең ҡайҙа» поэмаһын һәм «Һабансының тупраҡҡа маҡтауы» шиғырын баҫтыра.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Сәнә Сабирйәнова

Йәшәү мәғәнәһен фәндә тапты

(Нәжибә  Мәҡсүтованың тыуыуына – 80 йыл)

Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, күренекле диалектолог, филология фәндәре докторы Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтоваға ошо йылдың 27 ноябрендә 80 йәш тулған булыр ине.

Уның исеме башҡорт тел ғилемендә генә түгел, бөтә төрки донъяла киң билдәле. Ә башҡорт диалектологияһын иһә был исемдән башҡа бөтөнләй күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ысынлап та, республикабыҙҙа ерле һөйләштәрҙе фәнни өйрәнеүҙең ике ҙур этабы – монографик һәм лингвогеографик тикшеренеүҙәрҙә Н. Х. Мәҡсүтованың исеме оло иғтибарға лайыҡ.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Барый Ноғоманов

Йәшлек дуҫтарымдың береһе

(Журналист һәм  яҙыусы Эдуард Әғзәмигә – 75 йәш)

Үтә ләһә ғүмер, һәй, үтә шул... Бындай һүҙҙәрҙе беҙҙең кеүек хәтһеҙ юлдар  тапаған, тормош ағышында йылдар сылбырын һүтә-һүтә, төрлө фасылдарҙы кискән кешеләр йыш ҡабатлай. Ғүмер миҙгелдәре араһында яҡтыһы ла, ҡараңғыһы ла етерлек,   оҙаҡ  һаҡлағандары ла, баҙрап ятҡандары ла буйтым. Бер уйлаһаң, улар әллә ҡайҙа алыҫта – Ҡаф тауҙары артында ҡалған һымаҡ, бер уйлаһаң, әле генә булып үткәндәй, хәтирәләр  ынйыһы балҡытып, һинең менән бергә йәшәп килә.

Минең дә бит онотолмаҫ хәтирәләрем бар. Иң иҫтәлеклеһе – ун синыфты тамамлағас та, ҡулыма комсомол путевкаһы тотоп, Бәләбәй яҡтарына – Шкапово нефть ятҡылығы төҙөлөшөнә эшкә китеүем. Артабан оҙон-оҙаҡ хеҙмәт юлымдың башы ошонда башланғанғамы, ғәзиз туғандай яҡын күргән дуҫтар таба алғанғамы, йыш ҡына уйҙарым тәүге эҙебеҙ  уйылып ҡалған төбәккә килеп тоташа.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Дамир Шəрəфетдинов

Нәфис әҙәбиәт: хыял, ысынбарлыҡ, тормош талабы....

   Ижади бойондороҡһоҙлоҡ...

                                   Мәңгелек проблемамы?

(Дамир Шәрәфетдинов һәм Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай менән әңгәмә.)

1. Әҙәбиәт теге йәки был идеяға, йә иһә тотош идеологияға битараф була аламы? Ниндәйҙер идеологияға хеҙмәт итеү бер яҡлылыҡҡа алып килмәйме?

Дамир Шәрәфетдинов:

– Әҙәбиәт ғүмер баҡый идеология ҡоралы булып килгән. Һәр илдә лә, һәр халыҡта ла. Шуға ярашлы шағирҙарҙы, яҙыусыларҙы йә аҫҡандар, йә күккә күтәргәндәр, йә иһә, әллә ни йоғонтоһо юҡ, тип, иҫәпкә лә алмағандар. Күп тираж менән күмәк халыҡ аңына ниндәйҙер йоғонто яһаусы һәр нәмә лә – идеология ҡоралы ул. Ләкин идеологияның төрлөһө бар: милли, дәүләттеке, халыҡ-ара, рухи һ. б. Мәҫәлән, Нобель премияһын яҙыусыларға биргәндә нимәнән сығып ҡарайҙар: уның әҫәрҙәренең сәйәси һөҙөмтәһенәме, әллә художество кимәленәме? Икенсеһе булһа, уның комиссияһында булған һәр кем дә донъялағы бөтә телде лә белергә тейеш булып сыға түгелме? Шунһыҙ бит әҫәрҙең художество кимәлен билдәләп булмаясаҡ!

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Гөлфирә Гәрәева

Хәҙерге прозала дин әһеле образы

Сәйәхетдиндең мәсет манараһын киҫеп ырғытыуы Шәфиғулла бабай өсөн иң ауыр яза була. Үҙен күпме ыҙалатһа ла, ул Сәйәхетдинен һис бер яманламай, зарланмай, түҙеп йәшәй. Әммә изге йортҡа ҡул күтәргәнен ҡарт күтәрә алмай, Хоҙай алдында улы ҡылған ҡот осҡос енәйәт өсөн ҡайғырыуҙан уның күҙҙәре һуҡырая. Тома һуҡыр, яҡлаусыһыҙ, кеше ярҙамына мохтаж Шәфиғулла бабайға күршеләге йәш ҡыҙҙар Зәйтүнә, Сәрүәрә таяныс булалар. Сәйәхетдин өйҙә саҡта тар ғына үҙ бүлмәһенән сығырға ла ҡурҡҡан Шәфиғулла бабай намаҙ уҡыр алдынан тәһәрәт алыу тәртибен “үҙенсә” башҡара: алдына бүрек ҡуйып, шундағы һыу менән “йыуына”. Был ғибрәтле хәлде күргән Зәйтүнәгә бабай былай тип аңлата: “Мине күрһә, ене ҡотора бит, аҡыра ла баҡыра. Аптырама, Зәйтүнә ҡыҙым, һыуҙы күҙ алдына килтерәм дә йыуынғандай итәм, күңелем тыныслана. Хоҙайҙы түгел, үҙемде алдайым”.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Ғималетдин Яруллин

Зимагур

Повесть

 

Бер зимагур байып ҡайтҡан,

Ҡапҡа төбөнә ятҡан.         

Баш аҫтына таш ҡыҫтырып,

Өҫтөнә гәзит япҡан.

Ҡара көҙ. Көҙҙөң һуңғы көндәрен, ҡыш миҙгеленә күсергә әҙерләнгән мәлен, халыҡ ана шулай тип атай. Һәм уны юҡҡа ғына “ҡара” төшөнсәһе менән бәйләмәй. Сөнки көҙҙөң иң сирҡандырғыс, эс бошорғос мәле ул. Был ваҡытта сағыу зәңгәр күк көлһыу төҫкә инә. Һөттәй күпереп ағылған аҡ болоттар урынына күк сатырына ялбыр-йолбор, йәмһеҙ әләмдәр эленә. Ер өҫтөндәге барса илаһилыҡ тоноҡлана: әле генә йәшелгә, алтынға мансылып  ултырған  урмандар ҡарасҡыға әйләнә, аҡлан-ҡырҙар уларҙың ҡотһоҙ шәүләһен хәтерләтә. Хатта бөтә ғаләмгә баш ҡояштың да алһыулығы юйыла, көмөш тәңкә төҫөнә инә, йылыһы һүрәнләнә, яҡтыһы ла үҙ янынан бик үк китмәй. Ана шуға  таңы ла тиҙ генә ата алмай этләнә…Тәбиғәттең көйһөҙләнгән моңһоу мәле. Әлбиттә ул мәңге шулай көйһөҙләнеп тормаҫ. Ваҡыт үтеү менән аҡҡа төрөнөр, йәшеллеккә сумыр, хозурлыҡҡа сорналыр.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152