Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Декабрь 2012

Мөхәммәт Закиров

«Бородино» панорамаһында

Ике йөҙ йыл артҡа сиккәнмен дә

Ҡарап торам, гүйә, тын ҡалып.

Күҙ алдымда ғына  Бородино  –

Мәңге үтмәй торған  сынбарлыҡ.

 

Һәр тарафта – күҙ иңләмәҫ киңлек,

Офоҡтарҙың тоноҡ күкһеле.

Генералдар менән ставкаһында

Кутузовтың күренә аҡ һыны. 

 

Артабан уҡырға


Декабрь 2012

Факиһа Туғыҙбаева

Тормош ағасы

Академик

Нияз Абдулхаҡ улы

Мәжитовҡа бағышлайым.

Инеш

Ҡоромаһын,

Ҡоромаһын

Тормош Ағасы!

Һыуҙар бөтһә,

Һуғарырмын

Һуңғы йәшем тамғансы.

 

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Яҙыусылар... йырлай һәм бейей

Милли йәштәр театрында Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Тарих йылы һәм республикабыҙҙа барған Имен бала саҡ һәм ғаилә именлеген яҡлау йылы айҡанлы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған үҙенсәлекле ижад байрамы булды. «Бер ҡанатым шиғыр минең, икенсеһе – моңло йыр» тип исемләнгән кисәлә шағирҙар, шиғыр уҡыу менән бер рәттән, йә йыр йырланы, йә бейене.

Уны  «Ҡаһым түрә» йыры менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай башлап ебәрҙе. Артабан Мәүлит Ямалетдин, Таңсулпан Ғарипова, Әхәт Ниғмәтуллин, Рәшит Сабит, Рәмзәнә Әбүталипова, Спартак Ильясов халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Николай Грахов, Александр Филиппов-Леонидов, Алмас Шаммасов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зиниә Байназарова, Айгиз Баймөхәмәтовтар иһә композиторҙар әҫәрҙәре менән сығыш яһаны. Ринат Камал, Земфира Муллағәлиева тамашасыны бейеүҙәре менән һоҡландырҙы.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Сәхәбәләргә ихтирам күрһәтелде

Нарыҫтауға мин бала сағымдан бирле, 1930 йылдар уртаһынан башлап, оло ҡартинәйемә эйәреп, ялан аяҡ йәйәүләп бара торғайным. Халыҡ унда, был изге урын тип, алыҫ ерҙәрҙән дөйәләр менән килә ине. Һуңғы йылдарҙа бында ерләнгән изгеләрҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд сәхәбәләре икәне асыҡланды. Сәхәбәләрҙе Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ бында халыҡты мосолман диненә ылыҡтырырға ебәргән икән.

Быйыл 10 июндә Миәкә районында Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре ерләнгән ошо урынды төҙөкләндереүгә бәйле төрлө тарафтан йыйылған бик күп дин әһелдәре, ябай халыҡ ҡатнашлығында ойошторолған йыйын үтте. Дин әһелдәре, халыҡ ҡиблаға ҡарап, бергәләп өйлә намаҙы уҡыны, доға ҡылды, зекер әйтте. Күренекле дин әһелдәре, шәхестәр телмәр тотто. Cығыш яһаусылар йәштәр араһында бәйелһеҙлек осраҡтары артыуға борсолоу белдерҙе. Йәш быуынды иманлы, әҙәпле әхлаҡлы итеп тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып барыу кәрәклеге тураһында әйттеләр. 

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

ТАЛАНТ ҠОЯШ НУРЫ КЕҮЕК: бер урынды болот ҡаплаһа, ул икенсе урындан сығып балҡый... (Рәссәм Абрек Абыҙгилдинға 75 йәш)

 Үҙ илендә әүлиә булмай

Үкенескә күрәме, ирекһеҙҙең көнөнәнме, аптырағандың аръяғына сығып әйтелгәнме икән был мәҡәл? Мәҡәлдәргә оло тарих, йөҙәр-меңәр йылдарға һыйған кешелек, милләт тәжрибәһе, уй-кисереше һыйһа ла, уларҙың араһынан “Үҙ илендә әүлиә булмай” тигәне тәрән үкенесте белдереүе менән башҡаларынан айырылып тора һымаҡ. Мәҡәлдәге һүҙҙәргә бик әсе хәҡиҡәт һалынған. Ысынлап та, үҙ илендә кем әүлиә булғаны, әүлиәлек дәрәжәһенә өлгәшһә лә, әүлиә итеп танылғаны бар икән?

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Фәрзәнә Аҡбулатова

Мәкәримдең мөхәббәте

Мәкәрим Мәһәҙиевтың биографияһын өйрәнгән һәр кем икеләнмәйенсә ошо һүҙҙәрҙе раҫлаясаҡ: был шәхестең эшмәкәрлеге һәм сағыу ҡыҫҡа ғүмере үҙе өсөн иң изге төшөнсәләрҙең береһе булған сәнғәт донъяһына ғына арналған.

Мәкәрим Әҙһәм улы – Башҡорт театрында тәүге профессиональ режиссер, Өфөлә асылған музыка техникумының театр бүлегендә эш башлаған махсус белемле тәүге педагог. Совет осороноң, ул заманда атап йөрөтөлгәнсә, «яңы тормошто» төҙөүсе тәүге ҡарлуғастарҙың береһе, уның идеяларын йәне-тәне менән яҡлаусы һәм алға әйҙәүсе. Сәнғәт әһеленең «Театр тураһында» тигән мәҡәләләр йыйынтығында шундай юлдар бар: «Октябрь революцияһы театрҙы кризистан сығарып, уны социалистик нигеҙҙә яңынан төҙөй һәм СССР-ҙағы бөтә халыҡ театрҙарында ла йөкмәтке һәм форма яғынан донъя театрҙары араһында иң алдынғы урын алыу өсөн киң мөмкинлек аса». 

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Миләүшә Ҡолмөхәмәтова

Ҡәғбә кеүек уның һәр ташы

Торатау... Бик боронғо замандарҙа уҡ ырыу башлыҡтары тауға ихтирам йөҙөнән уға арнап ҡорбан салып, итәгенә халыҡты йыйып, ил-йорт проблемаларын хәл иткән. Изге тау итәге Ҡаһым түрә, Килмәк Нурышев, Әхмәтзәки Вәлиди, Ҡарамышевтар эҙҙәрен һаҡлай. Ошо тау башында йырсы-шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң тәүге  шиғырҙары тыуған...

Бөгөн Башҡортостанда 250-нән ашыу тәбиғәт ҡомартҡыһы бар: улар Башҡорт һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтары, һунарсылыҡ ҡурсаулыҡтары, һирәк осрай торған дарыу үләндәре үҫкән ерҙәр. Бынан тыш тағы ла 100-ҙән ашыу тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә. Тәбиғәт ҡомартҡыһы тип фәнни, тарихи, эстетик һәм мәҙәни-ағартыу әһәмиәте булған айырым элементтарҙы йәки ҙур булмаған участкаларҙы атап йөрөтәләр. Бындай урындарға мәмерйәләр, шарлауыҡтар, ҡаялар, ҡарт ағастар, һирәк осрай торған  үләндәр, ҡыуаҡтар, емеш ағастары, дарыу үләндәре, сәскәләр, ылыҫлылар һ.б. инә.

Артабан уҡырға


Ноябрь 2012

Миңйыһан Хәлитова

Ҡояш – баш остарымда

– Өләсәй, мине ҡайҙан алдығыҙ ул?

– Самолет осоп бара ине, шунан һорап алып ҡалдыҡ.

– Үҫкәс, шул самолетты эҙләп табам да мине ҡайҙан алғанын һорайым.

Самолет геүләүен ишеткән һайын ҡустым Рөстәм менән әсәйемдең ошолай һөйләшкәне иҫкә төшә. Теле сығып, аңы асыла башлағас, бала үҙенең ҡайҙан килеүе хаҡында белешә башлай. Уға һәр кем үҙ фантазияһынан сығып яуап бирә: имеш, һыуҙан тотоп алғандар, кәбеҫтә араһынан тапҡандар, йә булмаһа, ҡауҙы алып килгән...

Ә туғанымдың биш йәшлек ҡыҙы замансараҡ хәбәр йөрөтә:

– Мин бәпәйҙең әсәй эсендә үҫкәнен беләм, тик нисек сыҡҡанын белмәйем.

– Дауаханала ярҙам итәләр, – тигән булам, бик ныҡ аптырағас.

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152