Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Дуҫлыҡ күперҙәре

Ил-йорт ғәме

Бөйөк Еңеүгә

Китап кәштәһе

Әҙип тормошо

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Январь 2013

Сәүиә Бикмөхәмәтова

Сәфәртуй яланы

Хикәйә

«Сәфәрбикә». Инглиз телендә яҙылған ошо ник аҫтында ҡыҙыҡ ҡына бер статус тора: «Every person has his own field Safartuy» («Һәр кешенең үҙ Сәфәртуй яланы бар»). Ник аҫтында яҙышҡан кеше үҙенең йәшен (22 йәш) һәм итальянка икәнен генә белдергән, бүтән бер мәғлүмәт тә юҡ.

Осраҡлы ғына был биткә килеп юлыҡҡан Илһам, ошо статусты күреп, быуар йылан алдына килеп сыҡҡан ҡуяндай, ни алға, ни артҡа бара алмай туҡтап ҡалды. Әйтерһең дә, икһеҙ-сикһеҙ Интернет донъяһының ошо нөктәһе, ғалимдар йыһанда барлығын иҫбат иткән «ҡара тишек» кеүек, йәш ирҙең бөтә иғтибарын, ихтыяр көсөн үҙенә һурып алды, гипнозланы, сихырланы. Илһам, мейеһенең хәтер өсөн яуап биргән бөтә күҙәнәктәрен эшкә егеп, ниндәйҙер мөһим төшөнсәне күҙ алдына килтерергә тырышты..

Артабан уҡырға


Январь 2013

Тәскирә Даянова

Фәрештәм минең

Хикәйә

– Тағы ла ҡал... бер аҙнаға?

– Һин нимә? Былай ҙа оҙаҡ йөрөлдө. Йә эштән сығарып ташларҙар.

– Иҫең дә китмәһен. Миндә йәшә лә ҡуй, тип әйтмәйемме ни? Өйҙә ултырғың килмәһә, «һә» тигәнсе эш табам.

– Магазиндамы? Сауҙа эшен енем һөймәй, йәнем тартмай. Унан килеп, гел һинең күҙеңә генә ҡарап торайыммы һуң?

– Мин һиңә ситме инде?

 Студент йылдарында бергә йәшәп, бер табаҡтан ашап, бер эскәмйәлә лекциялар тыңлаған әхирәтем Fәлимә менән бер үк мәсьәләгә нисәнсе тапҡыр әйләнеп ҡайтабыҙ. Уртаҡ фекергә килә алмай, йәнә туҡтап ҡалабыҙ.

Артабан уҡырға


Январь 2013

Риф Мифтахов

Беҙ – һуғыш балалары.

Мөғжизәләр

Булһа икән күрер күҙлегем,

Бар нәмәне аңлар һүҙлегем.

Сәфәр сығып, хатта бер үҙем

Урап ҡайтыр инем ер йөҙөн.

 

Хыялы ҙур өмөт-күңелдең,

Ә шулай ҙа мин бит күп күрҙем:

Мөғжизәле ғүмер кисерҙем –

Башҡортостан, һин бит бер үҙең, –

Артабан уҡырға


Январь 2013

Фәнил Күзбәков

Өҫтә – күк, аҫта – даръя...

***

Тормош сикһеҙ диңгеҙгә тиң –

Кем һуң сыҡҡан осона?!.

Бер тын тартыр тапсыҡ та юҡ

Йәнемә –

                  ҡошсоғома.

 

Өҫтә – күк,

                 аҫта – даръя,

Талпынған ҡайҙа ҡая?

Талпыныр ҡайҙа ҡая?

Өҫтә – күк,

                  аҫта – даръя!..

Артабан уҡырға


Январь 2013

Тамара Искәндәриә

Шишмәләр тынған мәлдә…

Рух көмбәҙе

Йыһан икән ҡалҡаны,

Меңәр йондоҙ ҡалҡҡаны:

Оло йөрәк – ысын ирҙең

Күкрәгендә ҡаҡҡаны.

 

Илем, тиеп ҡалҡыр ул,

Илем, тиеп балҡыр ул.

Йөрәгенең түрҙәрендә

Йөрөтөр гел халҡын ул.

 

Артабан уҡырға


Январь 2013

Әмир Әминев

Туҡһанға аяҡ баҫҡанда

«Ағиҙел»дең ошо һаны  менән беҙ журналдың сыға башлауына 90 йыл туласаҡ йылға аяҡ баҫтыҡ. Бө­гөн редакцияла эшләгәндәргә генә түгел, беҙҙән алда хеҙ­мәт иткән бихисап иптәштәргә, рес­пуб­ли­кала, унан ситтә лә йәшәп ижад иткән­, ғө­мү­мән, башҡорт матбуғатын, әҙәбиәтен, сән­ғә­тен яратҡан милләттәштәргә, һанһыҙ ав­тор­ҙар­ға, мең-мең уҡыу­сыларыбыҙға ла ҡыуаныслы, иҫтә­лек­ле да­та был. Сөнки, журналдың Бөйөк Ва­тан һуғышы йыл­­дарында ғына сығыуҙан туҡталып то­роуын иҫәп­­лә­мә­гәндә, ул, исеме аҙаш йылға ише,  хал­ҡы­быҙ­ҙың төп рухи артерияһы булды, бер нисә быуынға үҙе­нең аҡ һәм пак һүҙҙәрен еткерҙе, ауыр саҡ­тарҙа күңелдәрҙә өмөт һәм ышаныс уятты, за­уыҡ өҫ­тә­не. Ундай той­ғо­лар­ҙы бизмәнгә һалып үлсәп булмай, әм­мә рес­пуб­ли­кала йәшәгән, жур­на­лы­быҙҙы ал­дыр­ған, уҡыған   һәр кем белә:  90 йыл буйы  «Ағи­ҙел»  үҙе­нең бит­тә­рен­дә әҙип­­­тә­ре­беҙ­ҙе барлап, тер­кәп бар­­ҙы, бы­уын­дар бәй­ләнешен тәь­мин итте.

Артабан уҡырға


Декабрь 2012

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары


Декабрь 2012

Әҙәби-мәҙәни мөхит

* * *

Бөйөк башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған төйәге Туҡһанбай ауылында заманының данлыҡлы улдары – уҡымышлы, указлы муллаларҙың ҡәберенә билдә ташы ҡуйылды.

Ҙур тулҡынланыу менән Ҡырғыҙ-Миәкә мәсете муллаһы Ирек хәҙрәт Шаморатов Ҡөрьән-Кәримдән аят уҡығас, билдә ташы ҡуйылған имамдар тураһында мәғлүмәт тыңланды.

Улар икәү. Береһе – Дәүләтша Ғилман улы Имашев 1882 – 1898 йылдарҙа Туҡһанбай мөхтәсебендә имам-хатиб һәм мөғәллим булған. Ҙур ҡарағай бүрәнәләрҙән мәсет, мәҙрәсә һалдырған. Аҡмулла мөнәжәттәрен халыҡҡа еткергән. Дәүләтша Аҙнай ауылында донъяға килгән. Данлыҡлы Имашевтар  нәҫеленән. Икенсеһе – мулла Шәйхетдин Динмөхәмәт улы Динмөхәмәтов. Ул Мифтахетдин Аҡмулла ижадын өйрәнеүселәргә иң ҡәҙерле кешеләрҙең береһе. 

Артабан уҡырға


123456789101112131415161718192021222324252627282930313233343536373839404142434445464748495051525354555657585960616263646566676869707172737475767778798081828384858687888990919293949596979899100101102103104105106107108109110111112113114115116117118119120121122123124125126127128129130131132133134135136137138139140141142143144145146147148149150151152